Хәйбулла хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
9 Апрель 2020, 00:04
“Миңә былай ҙа ауыр...”
/
Белеүебеҙсә, яратҡан йырсыбыҙ Әнүәр Нурғәлиев әсәһе Нәсимә инәйҙең сирләүен бик ауыр кисерҙе. Социаль селтәрҙәрҙә ҡәҙерле кешеһенең хәле тураһында һөйләп барҙы ул.
Һәм бына йәкшәмбе инәйҙең йөрәге тибеүҙән туҡтаны... Бик күп хроник сирҙәре булған ҡатын баш мейеһе ишемияһынан вафат булды. Тик унда коронавирус та табылыу сәбәпле бик ҙур шау-шыу күтәрелде.
Әнүәр Нурғәлиевтең яҡынын кешесә ерләй ҙә алмағаны тураһында кисә хәбәр иткәйнек. Билдәле булыуынса, ҡатынды ябыҡ табутта һәм махсус машинала килтереп ерләгәндәр. Кеше лә бик аҙ булған. Әнүәр быға бик көйөнә. Тик ошо ла етмәгән, хәҙер уға социаль селтәрҙәр аша насар һүҙҙәр яҙа башлағандар.
Концерттар менән төрлө төбәктәргә йөрөүе, күп кеше менән аралашыуы сәбәпле уны әсәһенә коронавирус йоҡтороуҙа ғәйепләйҙәр. Әнүәр Нурғәлиев иһә үҙен һау тип иҫәпләй.
“Беҙҙә бер кем дә сирәмәй, температурабыҙ юҡ. Әсәйем менән һуңғы тапҡыр 12 көн элек күрешкәйнек. Минең иммунитетым көсһөҙләнгән, әгәр инфекция йоҡһа, шунда уҡ ауырып китер инем”, - тигән ул “Татар-информ” агентлығына.
Әле йырсы ҡатыны һәм ике балаһы менән үҙаллы изоляцияға киткән, өйҙә ултыралар. Улар әле анализдар һөҙөмтәһен көтә.
"Миңә былай ҙа бик ҡыйын, әсәйемде юғалттым. Ә ҡайһы берәүҙәр ошондай ваҡытта ни генә яҙмай. Кешеләр, ысынлап та, ауыр мәлдә һынала шул. Эйе, ярҙам итерлек һүҙҙәр яҙғандар ҙа бар. Тик дөрөҫлөккә тура килмәгән ялыуҙарҙы уҡыуы ауыр. Махсус мөрәжәғәт менән сығырмын ахыры", - тигән йырсы.
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Mi--bilay-a-auir-208925/
Читайте нас: