Хәйбулла хәбәрҙәре
+5 °С
Ямғыр
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
9 Апрель 2020, 11:18
"Аҡһарға онота күрмә инде..."
/
Үҙаллы изоляцияла булыу сәбәпле күп кенә сәхнә йондоҙҙары cоциаль селтәрҙә йыш күренә башланы. Берәүҙәр тәмле ризыҡ әҙерләп күрһәтһә, бәғзеләре иһә ҡыҙыҡ видеолар төшөрә. Күптәре тормошондағы хәтирә-иҫтәлектәр менән уртаҡлаша.
Яратҡан йырсыбыҙ Илһөйә Бәҙретдинова ла яҙылыусыларын әленән-әле төрлө яҙмалар менән ҡыуандыра, аралаша. Йырсы операциянан һуң үҙен нисек хис итеүе тураһында хәбәр итә. Илһөйәнең аяғы әле булһа ауырта икән.
"Апай: "Әйҙә, баҡсаға сығып эшләп инәйек", – тип саҡыра. Ә минең ни сәбәптәндер эш ҡушҡас та аяғым ауырта башлай, хатта аҡһарға тотонам. Ә бына өйҙә телевизор ҡарағанда, аш бүлмәһендә йөрөгәндә аяғым бөтөнләй һыҙламай ул. Апай шаяртып ҡайһы саҡ: "Илһөйә, аҡһарға онота күрмә инде", – ти. Әллә операциянан һуң шундайға әйләнде аяғым, аптыраным инде", – тип яҙа йырсы.
Инстаграмда йырсы аяҡ бармаҡтарына операция яһатҡаны тураһында ла бәйән итә. Тиҙерәк һауығырға яҙһын!
Фото: Sarman-rt.ru
Автор: Самат Ғәлин.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/A-ar-a-onota-k-rm-inde-208174/
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы