Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
8 Апрель 2020, 19:55

Районда ғаилә малсылыҡ фермаһы үҫеш ала

Фермер Виктор Власенко 6 миллион һум күләмендә грант алды //

Подольск ауылынан фермер Виктор Власенконың ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү буйынса грант программаһында ҡатнашыуы ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу эшен башларға мөмкинлектәр аса.
2019 йылда фермер конкурс һайлау этабын үтеп, конкурс комиссияһында итселек продукцияһын етештереү йүнәлешендә мал ишәйтеү өсөн малсылыҡ фермалары төҙөү буйынса проектты уңышлы яҡлай.
Виктор Власенко “Ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү” программаһы буйынса 6 миллион һум күләмендә грант алды. Проекттың дөйөм суммаһы 10 миллион һум тәшкил итә.
В.Власенко малсылыҡ фермаһын төҙөү һәм эре мал һатыу алырға планлаштыра. Ошо көндәрҙә фермер үҙ ниәттәрен тормошҡа ашыра башлаған – Баҡалы районынан 64 баш тоҡомло башмаҡтар һатып алған. Уларҙы урынлаштырыу өсөн Виктор Власенко өс яңы малсылыҡ биналарын төҙөргә планлаштыра.
Читайте нас: