Армияға яҙғы саҡырыу башланды. Ҡулына ҡорал алып, тыуған илде һаҡларға әҙерләнгән егеттәрҙең һаулығы нисек?
Рәсәй Оборона министрлығының хәрби-табип экспертизаһының баш үҙәк начальнигы полковник Александр Чаплюк белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең һаулығы буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ күрһәткесе яҡшырған, бөгөн призывниктарҙың 78 – 79 проценты хеҙмәт талаптарына тап килә.
Әйткәндәй, егеттәрҙе армияға алыуҙың биш категорияһы бар. "А" - призывник хеҙмәткә яраҡлы тигәнде аңлата. Был мәктәптәге "бишле" билдәһе кеүек. Юғары балл, йәштәрҙең сәләмәтлегенең яҡшы булыуын күрһәтә. Ә бына "Б" категорияһы, моғайын, иң таралғанылыр. Ул егеттәрҙең аҙыраҡ сикләүҙәр менән армияға яраҡлылығын раҫлай. "В" егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә яраҡлы, әммә ғәскәрҙәргә алынмау билдәһе. "Г" категорияһы сәләмәтлеге сәбәпле ваҡытлыса ҡулына ҡорал алырға яраҡһыҙлығы хаҡында. Бындай үҫмерҙәргә ярты йылдан бер йылға тиклем армиянан сикләү бирелә. Был ваҡыт уға – өҫтәмә рәүештә тикшерелеү йәки дауаланыу өсөн. "Д" йәш кешенең һаулығы хәрби хеҙмәт талаптарына бөтөнләй яуап бирмәүен аңлата.
Шуныһы үҙенсәлекле – бер арауыҡта хеҙмәттән ҡасып ҡалырға теләүселәр шаҡтай күп булһа, был күренештең кәмеүе күҙәтелә. Беренсенән, хәҙер "һалдат бутҡаһы"ның срогы ҡыҫҡарҙы. Ҡораллы көстәрҙең абруйы арта, хеҙмәт итеү шарттары ныҡ үҙгәрҙе. Туҡланыуҙың сифатын яҡшыртыуға, кейем менән тәьмин итеүгә етди иғтибар бирелә. Йәнә һалдатҡа алыу кеүек сараларҙың барышын егеттәрҙең атай-әсәйҙәренә танышып һәм күҙәтеп барыу мөмкинлеге мөһим роль уйнай.
Ниндәй ауырыуҙар арҡаһында егеттәр башлыса армиянан кисектерелә һуң? Тәүге урында – һөйәк-мускул системаһы. Был төргә яҫы табанлылыҡ, сколиоз, быуын ауырыуҙары инә. Икенсе урында - ҡан әйләнеше системалары ауырыуҙары, йөрәк тибешенең төрлө боҙолоуҙары, өсөнсө – ашҡаҙан-эсәк, сей яра сирҙәре.