Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
7 Апрель 2020, 17:51

Кемгә киҙеү, кемгә килем, кемгә мөхәббәт...

/

Бер көн иртән танышым шылтыратып:
-Кәрт һалдырыусыға шылтыратҡайным, уныһы: “Тегең” ошо көндәрҙә кеше үлтерә, башы төрмәлә серейәсәк. Сихыр һалғандар бит үҙенә, өшкөрөргә, сихырын сығарырға кәрәк. Фотоһы барҙыр, ебәр. Бер нисә тапҡыр өшкөрөрмөн. Бер сеанс 1 мең һум торасаҡ, мәғлүмәт белгәнең өсөн ташлама менән 600 һум”- тине, ҡалай итергә икән,-тип илап ебәрҙе. Ҡапыл бындай хәбәр ишетеүҙе көтмәгәнгәме, аптырап ҡалдым:
-Ундай имеш-мимештәргә ышанырға, һин бала түгелһең бит,-тип әйтергә лә өлгөрмәнем, танышым ҡыҙып китте:
-Ебәрҙем фотоһын, яңғыҙым ҡалып ултыраһым юҡ. Мин бит ҡырҡты ҡыуып барам, кейәүгә сыҡҡым, бәпәй үҫтергем килә. Һинең ғаиләң булғас, минең тормошто аңламайһың инде. Аҡсаһы ла йәл түгел, күпме һораһа, шунса түләрмен,-тип телефонын һүндереп тә ҡуйҙы.
Ғәлиә ғаиләлә берҙән-бер бала. Атаһы ла, әсәһе лә тормоштан бик иртә китте. Яңғыҙы ғына тороп ҡалған ҡыҙ эшенә әүрәп, һәүетемсә генә йәшәп килде. Айҙар менән осрашып йөрөй башлағандарына әллә ни күп ваҡыт уҙмаһа ла, ҡыҙыҡай уға тиҙ генә эҫенде. Ә Айҙарҙы әйтер инем, былай ҙа бер ҡатлы Ғәлиәне үҙенә ышандырып алған. Төплө генә эшләгән эш урыны ла юҡ. Ата-әсә елкәһендә рәхәтләнеп йәшәп ята. Атаһы бер нисә тапҡыр эшкә урынлаштырып та ҡараны. Елкәһе батмағас, тиҙ генә елгәрҙеләр. Бына әле лә эш эҙләү сәбәбе менән йә тегендә, йә бында йөрөй, дуҫтары менән күңел аса. Ғәлиәнең эш хаҡы алған көнө - егет өсөн ҙур байрам, сөнки рюмкалаш дуҫтары өсөн үҙе түләй ала. Бер нисә тапҡыр ҡыҙҙар менән йыйылышып, Ғәлиәне был “аҡса һурғыс” менән ташлашырға ла өгөтләп ҡараныҡ. Мөхәббәттән күҙҙәре томаланған инде, тыңларға ла теләмәне. Бер көн эштән иртәрәк сығып, урамда Айҙарҙы икенсе ҡыҙ менән күреп ҡалғас, аралары һыуынғандай булды. Ләкин Ғәлиә был ваҡытта ла тик ултырманы, мөхәббәтен кире ҡайтарыу өсөн күрәҙәсе, сихырсыларға йөрөүе башланды. Карантин башланып бөтәбеҙҙе лә өйҙәребеҙгә ултыртып ҡуйғас, сихырсылар телефон аша хеҙмәтен күрһәтә башлаған икән. Ғәлиә лә шуларҙың клиентына әйләнгән.
Күрәҙәселәрҙең тырышып сығарған “сихыры” ҡайтҡанмы, яңыраҡ Айҙарҙың өйләнгәнен ишеттек. Ә Ғәлиә бер ни белмәй, һаман да сихыр бизнесмендарына аҡса түләүен дауам итә. Кемгә мөрәжәғәт итһәң дә, Айҙарҙың булмаған аҡылын башын ярып һалып булмай инде. Ә Ғәлиә кеүектәргә шуны әйткем килә, сихыр кеүек имеш-мимештәргә ышана ҡалһағыҙ шуны аңларға кәрәк: ысынлап ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр аҡсаны һорап алмай. Уҙған ваҡытты ла, туҙған аҡсаны ла, терһәкте тешләһәң дә, кире ҡайтарып булмай бит.
Альфира Узянбаева.
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/k-n-k-m-s-l/Kemg-ki-e--kemg-kilem-kemg-m-h-bb-t-205516/
Читайте нас: