– Ашай, һөйләшәме?
– Ашауы – бик насар, һөйләшеүе лә хәлһеҙ генә. Һине һорай. Ҡайтып әйләнһен, ти.
– Был арала килеп сығырмы икән, белмәйем. Ваҡыттың тығыҙ мәле, бер туҡтауһыҙ отчеттар талап итәләр, үҙебеҙҙең бурыстан тыш “ҡағыҙ ҡортона” әйләнеп бөтөп барабыҙ. Бер сама бушағас та ҡайтырмын.
Был арала килеп сығырмы икән...
Ысынлап та, эше бик мәшәҡәтле шул йәш проектлаусының. Бер генә нөктәне артыҡ ҡуйҙыңмы, һөҙөмтәне төҙәтеүе еңел түгел. Өҫтәүенә, төп бурысынан тыш та эштәре баштан ашҡан. Өйгә ҡайтһа, өс балаһы менән ҡатыны көтөп тора. Йә тегендә барырға кәрәк, йә бында документ юллайһы бар... Ғөмүмән, ысынлап та был арала килеп сыҡмаҫтыр.
Шулай бер ай самаһы ваҡыт үтеп тә китте, ә Камил ҡайтырға ваҡыт тапманы. Һәр хәлдә, ул шылтыратып, көн һайын булмаһа ла яҡын кешеһенең хәлен белешеп торҙо. Сираттағы шылтыратыуҙан һуң йәш
ир нығыраҡ борсола башланы.
– Өләсәй ятамы?
– Улым, йүгереп йөрөмәҫ инде хәҙер. Аяҡтан йығылғандан бирле тора алмай.
– Дауаханаға алып барманығыҙмы тәки?
– Күнмәй бит. Тартҡылаша, ваҡытым еткән тип, тик ята. Айгөл килен көн дә укол һала һалыуын, тик дауаханала ятып алһа, яҡшы булыр ине, ти. Ауыр ята инде, улым, ауыр. Ваҡытың нисек һуң, ҡайтмайһыңмы әле? Алыҫ юл шул, эшең дә күптер. Өләсәйең әйткәнгә генә әйтәм инде.
– Йыйына башлағайным, киленеңдең малай менән дауахананан сыҡҡанын көтөргә тура килде, ҡыҙҙарҙы уҡырға йөрөтөргә кәрәк бит. Кисә тағы бер проект башланыҡ...
Шулай һөйләшеү тағы вәғәҙә менән тамамланды.
– Ҡайтырмын...
Был юлы әллә әсәһен тынысландырҙы Камил, әллә үҙен. Һөйләшкәндә лә мең мәшәҡәте хаҡында уйлана ине шул. Шулай арлы-бирле иткәнсе, тағы бер ай ваҡыт үтте. Кистәрен йәш ир өләсәһе тураһында
уйланды, өләсәһен һағынды. Яратты шул уны өләсәһе, ныҡ яратты. Башҡа тиҫтәнән ашыу ейән-ейәнсәрҙәре араһында уны ғына гел иркәләй ине. Кем белә, бәлки, Камил мәрхүм атаһына ныҡ оҡшағанғалыр, шуға өләсәһе улымдың төҫө тип яратҡандыр. Хәйер, малай үҙе лә өләсәһенә ныҡ һырынды, иркәләнде шул, артынан да ҡалманы. Ә хәҙер килеп, бер ҡайтып күрергә ваҡыты юҡ. Алыштырғыһыҙ белгес, ҙур ғаилә башлығы, имеш. Камил ошоларҙы уйлаған саҡта үҙен әрләп тә алды һәм
“мотлаҡ ҡайтасаҡмын!” тип әйтеп ҡуйҙы.
Өс ай тигәндә, ысынлап та, ҡайтты ул. Тик... өләсәһе һөйләшерлек хәлдә түгел ине инде. Ейәнен күреү менән Фәриҙә инәй йылмайып ҡуйҙы, күҙҙәре нурланды, ә кисен теле лә асылғандай итте. Төн уртаһына тиклем ултырҙы Камил өләсәһе янында, ә таң һарыһынан әсәһе уны ипләп кенә килеп уятты:
– Тор, улым, өләсәйең киткән...