Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
7 Апрель 2020, 18:54

Ирекмәндәр ярҙамға ашыға

Уларҙы коронавирус инфекцияһы ла ҡурҡытмай //

“Берҙәм Рәсәй “ партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты сиктәрендә, Хәйбулла районы ирекмәндәре ололарға адреслы ярҙам күрһәтә.
Халыҡтың, бигерәк тә оло быуындың үҙизоляция ваҡытында сәләмәтлеген хәстәрләп, ирекмәндәр яңғыҙ ҡалған, балалары һәм яҡындары ситтә булғандарға аҙыҡ-түлек, медицина препараттары һәм дарыуҙар килтерә. Бигерәк тә яңы вирустың нәҡ ололар һаулығына хәүеф менән янауы уларҙы өйҙән сыҡмаҫҡа мәжбүр итә. Ирекмәндәр заявкалар килгәнен көтөп кенә ултырмай, үҙҙәре лә пенсионерҙарға шылтыратып, хәлдәрен белешә, карантин саралары ҡағиҙәләре менән таныштыра.
Әлеге ваҡытта ирекмәндәр бригадаһы составында 30-ға яҡын кеше иҫәпләнә. Улар көн һайын район халҡынан заявкалар ҡабул итеп, ярҙамға ашыға. Ауыл кешеләре активистарҙың ярҙамынан бик ҡәнәғәт.
“ 3 апрелдән активистар өлкән быуын кешеләренә һәм ишле ғаиләләргә аҙыҡ-түлек һәм көндәлек көнкүрештә кәрәк булған тауарҙарҙы йорттарына алып барҙы. Ололарҙың ҡыуанысын күреп, үҙебеҙ ҙә икеләтә шатлыҡ кисерәбеҙ”, --ти ирекмән Ләйсән Яруллина.
“Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәре Гөлназ Назарова, Тимур Ғафаров, Дәүләт Иҫәнбаев, Әлфиз Ғәзизовтар үҙ автомашиналарында йөрөп, ярҙам күрһәтә.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы проектына йәштәр генә түгел, ябай ауыл кешеләре, эшҡыуарҙар ҙа әүҙем ҡушылды. Мәҫәлән, Атингән ауылынан Ғафаровтар бөтә ғаиләләре менән ярҙамға ашыға. Тимур ҡатыны Айгөл, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән әсәләре Шәмсиә Нурғәле ҡыҙы ауыр тормош хәлендә ҡалған, ишле ғаиләләргә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә.
Айгөл Байсурина, ирекмән:
- Коронавирус, беҙгә таныш булмаған гриптың бер төрө. Ул бөтә ер шарын ҡурҡыуға һалды, кешеләрҙе тәрән уйға сумдырҙы. Бәлки тормоштоң ниндәйгә әйләнеүен, бар нәмәгә ҡәҙер, хөрмәт, йола, ғаилә ҡиммәттәрен, Еребеҙ тигән һүҙҙең ысын мәғәнәһен онотоп барыуыбыҙ сәбәпселер.
“Тажлы” вирус барыбыҙҙы ла ғаиләһе менән өйөнә бикләп ултыртты. Уйланырға урын бар, бик аяныслы хәл. Кешеләргә әйтер теләгем – аңлы, бер-беребеҙгә мәрхәмәтле булайыҡ. Ҡушылған тәртипте боҙмай үтәйек һәм шунда ғына был ҡурҡыныс вирусҡа ҡаршы тора алырбыҙ. Ҡайһы бер кешеләрҙең аңһыҙ рәүештә ҡыланып, ысынбарлыҡҡа ышанмай, көлкөгә һалыштырыуы, тәртипте үтәмәүҙәре күңелде ҡыра.
Беҙ, волонтерҙар, “Берҙәм Рәсәй” партияһынан өлкән кешеләргә, ауыр томош юлында ҡалған кешеләргә ярҙам итеү маҡсатында, уларға ярҙам итеү тәртибенә өйрәнеү өсөн онлайн белем алдыҡ. Инәй-олатайҙарға, ғөмүмән мохтаждарҙың өйөнә үҙизоляция ваҡытында аҙыҡ-түлек, дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып барып тапшырасаҡбыҙ. Паникаға бирелмәйек, уяу, берҙәм булайыҡ.
Рәсәйҙә 43 меңдән ашыу йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр «Беҙ бергә» акцияһына ҡушылып, өлкән йәштәгеләрҙе аҙыҡ-түлек, дарыуҙар менән тәьмин итергә ярҙам итә. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, көн һайын 5 - 6 мең кеше теләк белдереп, ғариза ҡалдыра.
Әйткәндәй, мывместе2020.рф сайтында һәр кем үҙенең ярҙамын тәҡдим итә, яңылыҡтарҙы белә ала.
«Ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны – 8 (800) 200-34-11.
Читайте нас: