Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Апрель 2020, 22:28

ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ ӨСӨН ГЕНӘ АНАЛИЗ БИРЕРГӘ КӘРӘКМЕ?

/

Миндә коронавирус бармы-юҡмы? Бер ере ауыртмаған, сәләмәт кешелә лә ҡапыл шундай һорау тыуыуы ихтимал.
Кибеткә сыҡҡайным, юлда халыҡ осраны – вирус йоҡманымы икән, тип икеләнә ҡайһы берәүҙәр. Ошо осраҡта анализ тапшырырға кәрәкме? Был һорауға бөгөн коронавирус буйынса үткән брифингта Башҡортостан Республикаһы Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак яуап бирҙе.
–Юҡ, был осраҡта кешегә тест тикшереүе кәрәкмәй, – тине ул асыҡ итеп. - Һау-сәләмәт килеш – ҡыҙыҡһыныу өсөн генә анализ бирәм тип, халыҡ күп клиникала сир йоҡтороп ҡайтырға мөмкин. Үҙеңде ундай ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға ярамай.
Ғөмүмән, коронавирусҡа тест тикшереүен ниндәй осраҡта билдәләү хаҡында Һаулыҡ һаҡлау министрлығының аныҡ күрһәтмәләре бар.
Республикала коронавирус йоҡтороуҙың йәмғеһе ун осрағы раҫланған. Был сирҙән ҡотолған дүртенсе кеше дауахананан сыҡҡан.
Альмира Кирәева.
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/i-i-iniu-s-n-gen-analiz-birerg-k-r-kme-204854/
Читайте нас: