Хәйбулла хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Апрель 2020, 20:01
Радий Хәбиров: “Ағиҙел аша яңы өҫтәмә күпер 2021 йылдың октябрендә сафҡа инә”
.
Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы аша өҫтәмә күпер һалыу барышы менән танышты. Махсус тәртипкә бәйле ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, бында эш ике сменала тәүлек әйләнәһенә бара. Төҙөлөшкә 200-гә яҡын кеше йәлеп ителгән.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, төҙөлөшкә ҡағылышлы проблема юҡ, материалдар буйынса килешеүҙәрҙең барыһы ла алдан уҡ төҙөлгән.
“Бында бай тәжрибәле, республикала тиҫтәләгән күпер төҙөгән компетентлы компания (“Уралмостострой”) эшләй. Улар 2021 йылдың октябрендә күперҙе файҙаланыуға тапшырабыҙ тип ҡыуандырҙы. Беҙ шулай уҡ күперҙең һөҙөмтәле эшенә булышлыҡ иткән юл айырсалары төҙөү мәсьәләһе буйынса ла фекер алыштыҡ”, – тине Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Өфө мэры Өлфәт Мостафин йылдың икенсе яртыһында Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспектындағы юл айырсаһында реконструкцияны башлау тураһында хәбәр итте. Юлдың киңлеге лә, оҙонлоғо ла артасаҡ.
Мәғлүм булыуынса, Ағиҙел аша яңы күперҙең оҙонлоғо 688 метрға етә. Транспорт Ырымбур яғына өс һыҙаттан хәрәкәт итәсәк. Яңы өҫтәмә күперҙең хаҡы – 3,46 миллиард һум, шуның 2,5 миллиард һумын – “Росавтодор”, 100 миллион һумын – ҡала бюджеты, 860 миллионын төбәк ҡаҙнаһы бүлә.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин