Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Апрель 2020, 19:23

"Мин йәмһеҙ!"

.

Шәхес булып үҫешеүҙең төрлө факторҙарға бәйле булыуын беләбеҙ. Тормоштоң һәр этабында ла, ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ауырлыҡтар етерлек. Ә үҫмерҙәргә был юҫыҡта бигерәк тә ҡатмарлы, сөнки уларҙың тышҡы ҡиәфәте менән бергә тормошҡа ҡараштары ла үҫешә, үҙгәрә бара. Ошо мәлдә уларҙың комплексы үҫешә башлай. Түбәндә бирелгән кәңәштәр үҫмер ҡыҙҙарға ҡатмарлы хәлдәрҙе еңеп сығырға, бәлки, ярҙам итер.

Бөтә йәш ҡыҙҙарҙың да тышҡы сифаттары буйынса ылыҡтырғыс күренгеһе килә. Шулай уҡ үҙҙәрен хөрмәт итеүҙәрен, шәхес булараҡ таныуҙарын белеү уларға бик мөһим. Иптәштәре араһында тотороҡло урын тотоу өсөн ҡыҙҙарға үҙ өҫтөндә йыбанмай эшләргә кәрәк буласаҡ.

Тышҡы ҡиәфәтегеҙгә көн һайын иғтибар итегеҙ. Йәшегеҙгә ярашлы ғына биҙәнегеҙ. Сағыу макияж, төрлө төҫкә буялған сәс, ҡыҫҡа итәк йәки һығып торған кофта һәр ваҡытта ла килешмәҫ, бигерәк тә мәктәптә дресс-кодты тоторға кәрәк.

Үҙегеҙҙе еңел, ышаныслы тотоу өсөн тәнегеҙҙе һәр саҡ таҙа тотоғоҙ: иртән һәм кис һыу менән ҡойоноғоҙ. Нескә тире өсөн шыйыҡ һабын ҡулланыу, аҙағынан еңелсә дымландырыусы крем да һөртөп ҡуйыу яҡшы.

Өҫ һәм аяҡ кейемдәрегеҙ, башҡа әйберҙәрегеҙ ҙә һәр саҡ таҙа, үтекле булһын.
"Кейеменә ҡарап ҡаршы алалар" тигән әйтем һәр заман өсөн дә актуаль. Бының өсөн кистән әҙерләнеп ятырға кәрәк.

Йылмайып йөрөргә тырышығыҙ. Йылмайған кеше мөләйем күренә, хатта һеҙҙе өнәп етмәгәндәрҙе лә үҙ яғығыҙға ауҙарта ала ул йылмайыу. Ыңғай хис-тойғолар тирә-яҡтағыларға ла яҡшы тәьҫир итеп, үҙегеҙ ҙә шундай уҡ яуап алырһығыҙ. Изге күңелле булыу еңел бирелмәй, шулай ҙа яйлап эстәге кире тойғоларҙан арынырға тырышырға, бүтәндәргә асыуығыҙҙы төшөрөүҙе йүгәнләргә өйрәнергә кәрәк. Бының өсөн һеҙгә спорт ярҙам итер.

Яҡындарығыҙҙан, дуҫтарығыҙҙан ярҙам һорарға тартынмағыҙ. Төрлө хәлдә ҡалырға, ҡайһы берҙәрен үҙаллы хәл итеп тә булмаҫҡа мөмкин, бындай осраҡта үҙегеҙ ныҡ ышанған, нигеҙҙә ололарға, кешегә генә сиселегеҙ. Тәжрибәле психологтар әхирәттәрегеҙҙең барыһына ла асылырға ҡушмай.
Һәр саҡ камиллашыуҙан, үҫешеүҙән туҡтамағыҙ. Был мәсьәләгә етди ҡарарға кәрәк. Үҙегеҙҙе ситтән күреп өйрәнегеҙ, етешһеҙлегегеҙҙе бөтөрөү өҫтөндә яйлап, берәмләп эшләгеҙ.

Бәләкәй саҡтан уҡ маҡсат ҡуйып өйрәнергә һәм шуға ынтылырға кәрәк. Шул ваҡытта ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Әлбиттә, ҡаршылыҡһыҙ, еңел генә бер ни ҙә бирелмәй. Еңеүҙәр ул ныҡышмал хеҙмәт һөҙөмтәһе. Эргә тирәгеҙҙә өҫкә тартыусы яҡшы дуҫтарың күберәк булһын, бергә изге маҡсатҡа өлгәшеү еңелерәк булыр.

Кешеләр менән тупаҫ һөйләшмә. Насар һүҙҙәр ҡыҙ кешене биҙәмәй. Һине рәнйеткәндәргә уларҙың ысулы менән яуап бирмә, иң яҡшыһы - ундай әҙәмдәргә иғтибар итмәү.

Кешеләргә көсләп тағылма. Был пункт бигерәк тә егеттәр менән мөнәсәбәткә ҡағыла. Берәйһе һеҙгә оҡшап, ул һеҙгә иғтибар ҙа итмәй икән, үҙегеҙҙе ихтирам итһәгеҙ, уға яҡынламағыҙ, көсләшеп аралашмағыҙ. Бындай бер яҡлы мөнәсәббәтең аҙағы хәйерле булмаҫ барыбер.

Ниндәй хәлдәр булғанда ла үҙегеҙ булып ҡалығыҙ, принциптарығыҙға хыянат итмәгеҙ. Бәлки, һеҙҙең уй-хыялдарығыҙ, холҡоғоҙ кемгәлер оҡшамайҙыр, ундайҙарға иғтибар итмәгеҙ. Һәр кеше - ҡабатланмаҫ шәхес - шуны онотмағыҙ. Үҙ принциптарығыҙҙы яҡлап, ныҡышмалылыҡ күрһәтеп кенә юлығыҙҙа осраған ҡаршылыҡтарҙы еңергә, маҡсатығыҙға өлгәшергә була.

Фото: yandex.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: