Хәмит аҙаҡҡа тиклем тыңлап та бөтмәне, ишек яғына юлланды. "Туҡта! Һиңә унда ярамай! Туҡта!" Тик дуҫын ишетмәне Хәми . Ҡолағы тондо, тәне буйлап бер һыуыҡ бер эҫе йүгерҙе. Әммә күҙҙәренән бер тамсы йәш тамманы, тын алырға ла онотҡандай өйө яғына йүгерҙе, һөрлөгөп ҡолап китте, бер ниндәй ауыртыу һиҙмәй кире тороп атлыҡты. Өйҙәре эргәһендә күмәк кеше йыйылған, милиция, малайҙың өйгә нисек йүгереп инеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды кешеләр. "Әсәй!" - тигән әсе тауышҡа бөтәһе лә өйгә инде. Унда әсәһенең өҫтөндә үкереп илаған баланы милиция хеҙмәткәрҙәре тышҡа сығарам тип тырышалар ине, тик лыҡа ҡан әсәһенә йәбешкән малай: "Тор! Тор!" - тип ысҡындырырға теләмәне.
Бер нисә көндән Хәмитте балалар йортона алып киттеләр. Үкһеҙ етем бала кемделер көттө. Бер көндө олпат кәүҙәле, көр тауышлы ағай килде:" Мин һинең әсәйеңдең дуҫы. Мин уны ныҡ яраттым, һинең кеүек, тик һөйләшеп ҡуяйыҡ, ана, һиңә ҡарап йылмайған апайға беҙ уны әйтмәҫбеҙ, йәме? Әйҙә ғаиләм менән йәшәргә. Минең һинең кеүек улым һәм ҡыҙым бар, һеҙ һис шикһеҙ дуҫ булырһығыҙ. " - тип өндәште.