Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Апрель 2020, 19:50

Ете диңгеҙ аръяғында табылған бəхет

.

Эңер төшөп килə. Өфөлə кис. Тəҙрə аша һағышлы күҙҙəрен
урамға төбəгəн Əлфиə кешелəрҙең шаулы эш көнөнəн һуң ашығаашыға өйҙəренə ҡайтыуын күҙəтə. Офоҡ ситтəрен һырлап, ҡояш
бата. Ул күңеле менəн Американың Калифорния штатындағы СанФранцисконан алыҫ түгел урында ятҡан Лафаеттела. Был яҡ
Əлфиəгə һуңғы ваҡытта яҡын һəм ғəзиз. Əле унда һыҙылып таң
ата. Ире Дэвид, улдары Майкл һəм Əмир, моғайын, Əлфиəне
һағынып та өлгөргəндер. Əмир менəн Майкл – йəйге каникулда, ə
Дэвид эшкə китергə ашығалыр. Кескəй ҡыҙҙары, биш йəшлек
Элизабет, əсəһе менəн Өфөлə ҡунаҡта. Бындағы ваҡытҡа өйрəнə
алмай, төн уртаһында тороп, ашап, уйнап ала. Ун бер сəғəт ваҡыт
айырмаһы үҙен бик ныҡ һиҙҙерə.
Эңер төшөп килə. Өфөлə кис. Тəҙрə аша һағышлы күҙҙəрен
урамға төбəгəн Əлфиə кешелəрҙең шаулы эш көнөнəн һуң ашығаашыға өйҙəренə ҡайтыуын күҙəтə. Офоҡ ситтəрен һырлап, ҡояш
бата. Ул күңеле менəн Американың Калифорния штатындағы СанФранцисконан алыҫ түгел урында ятҡан Лафаеттела. Был яҡ Əлфиəгə һуңғы ваҡытта яҡын һəм ғəзиз.
Əле унда һыҙылып таң ата. Ире Дэвид, улдары Майкл һəм Əмир, моғайын, Əлфиəне һағынып та
өлгөргəндер. Əмир менəн Майкл – йəйге каникулда, ə Дэвид эшкə китергə ашығалыр. Кескəй ҡыҙҙары,
биш йəшлек Элизабет, əсəһе менəн Өфөлə ҡунаҡта. Бындағы ваҡытҡа өйрəнə алмай, төн уртаһында
тороп, ашап, уйнап ала. Ун бер сəғəт ваҡыт айырмаһы үҙен бик ныҡ һиҙҙерə.
Ҡыҙыҡ, əгəр ҙə ун йыл элек берəйһе: “Əлфиə, һин сит ил кешеһенə кейəүгə сығып, океан аръяғында
йəшəйəсəкһең”, – тиһə, һис ышанмаҫ ине. Ə инде, инглиз ҡыҙың да була, тиһəлəр, ерҙə тəгəрəп ятып
көлөр ине. Əлбиттə, көлөр ине! Сөнки нисек инде ул мəктəп йылдарынан алып дуҫлашып йөрөгəн
Айҙарын ҡалдырып, сит ил кешеһенə кейəүгə сыҡһын?..
Айҙар менəн медицина университетын тамамлағас өйлəнештелəр. Əлфиəнең ата-əсəһе, үҙаллы
йəшəгеҙ, тип, бер бүлмəле фатир ҙа алып бирҙе. Улдары Əмир тыуҙы. Уларҙан да бəхетле кеше юҡ кеүек
ине донъяла. Шулай дүрт йыл дауам итте. Уларға ҡарап һоҡланмаған кеше булмағандыр. Юҡ-юҡта
əсəһенең: “Эй, күҙ генə тейеп ҡуймаһын инде”, – тип борсолоуына ла иғтибар итмəне Əлфиə.
– Кит, əсəй, юҡҡа борсолма, беҙ бер-беребеҙҙе юғалтыр өсөн ҡауышманыҡ. Хəҙер улыбыҙ ҙа булғас,
беҙҙе айырыр көс юҡ инде ул, – тип шаяртып та ҡуйғылай ине.
Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙəр. Юҡ, ахырыһы… Бер нəмəнəн дə ҡурҡырға ярамай, юғиһə ҡурҡҡаның алдыңа
килə, тип əйтеүҙəрен ишеткəне бар ине. Шулай итеп, əсəһенең борсолоуҙарын Хоҙай Тəғəлə ишеттеме
икəн, тик һин дə мин йөрөгəн Айҙары күҙгə күренеп үҙгəрҙе. Өйгə һуңлап, эскелəп ҡайта башланы.
Һөйгəненə ауыр һүҙ əйтергə лə тартынманы. Үҙен аҡлар өсөн ҡатынына төрлө ғəйеп таҡты, түбəнһетте,
тауыш сығарҙы. Ҡайтмаған көндəре лə булғыланы. Əлфиə ире менəн һөйлəшеп, аңлашып ҡарарға
телəне. Тик ул һөйлəшеүҙəн, аңлашыуҙан ҡасты.
Берҙəн-бер көндө йəш ҡатын төндə ишек шаҡыуҙарына уянып китте. Ишек эргəһенə килеп, кем икəнен
һорап белгəс кенə асты. Аҫҡы ҡатта йəшəгəн Сəйҙəнең ире икəн. Күренеүенсə, юлдан ҡайтҡанға
оҡшаған, йөҙө борсоулы.
– Айҙарың беҙҙə, инеп ал, – тип ҡоро ғына əйтте лə сығып китте.
Əлфиə күршелəренə нисек барып ингəнен дə һиҙмəне. Күршеһе йоҡо бүлмəһенə ымлап күрһəтте,
йəнəһе, шунда. Көтөлмəгəн хəлде күреп, йөрəге шартлар кеүек ине, шулай ҙа, һуңғы көсөн йыйып,
ишекте яй ғына асып ебəрҙе. Ире менəн Сəйҙə əсəнəн тыума хəлдə рəхəтлəнеп йоҡлап яталар.
Əлфиəнең күҙ алды томаланды, йығылып китмəҫ өсөн ишек яңағына тотоноп торҙо ла, кире боролоп, яй
ғына атлап сығып китте.
– Ҡəбəхəттəрҙең ояты ла ҡалмаған икəн, – тиеүҙəн башҡа бер нəмə лə əйтə алманы.
Дарыу эсеп, үҙен бер аҙ тынысландырып алғас, ни уйларға ла белмəгəн Əлфиə улын йоҡоһонан уятты.
Иң кəрəкле əйберҙəрен генə алып, ваҡытлыса тип, əсəлəренə киттелəр.
Был ваҡиғанан һуң байтаҡ ғүмер үтеп китте. Əлфиə саф тойғоларының тапалыуы менəн килешə алманы.
Ə Айҙарҙың айныҡ сағында ҡыйыулығы етмəне, эскəс, аңлашайыҡ, тип ғауғалашып китеүҙəн ары үтə
алманы. Яҙмышым шулайҙыр, тип, бала хаҡына яңынан бергə тороп та ҡаранылар. Тик иренең үҙгəрергə
уйы юҡ ине. Сəйҙəнең ире Себер яғына китеп юғалғас, Айҙар бөтөнлəй тиерлек унда йəшəй башланы.
Əлфиəнең һуңғы өмөтө шартлап өҙөлдө.
Шулай, үҙ ығы-зығыһына күмелеп, тормоштан йəм тапмай йəшəп ятҡан көндəренең береһендə иң яҡын
əхирəте Айгөл шылтыратты. Ул бер нисə йыл элек, интернет аша танышып, американға кейəүгə сығып
киткəйне. Күп кеше уңмай, ə ул уңды! Əле ире менəн ҡунаҡҡа ҡайтып төшкəндəр икəн, тəбиғəт ҡосағына
ял итергə барырға Əлфиəне лə саҡырып шылтыраталар.
– Беҙҙең менəн ҡунаҡ егете лə бар, бер һүҙһеҙ кил, танышырһығыҙ, – тине Айгөл серле итеп.
Егет, ысынлап та, итəғəтле, мөлəйем, иғтибарлы булып сыҡты. Инглизсə һөйлəшə, урыҫса ла аҙыраҡ
аңлай. Бер аҙна Өфөлə бергə булған ваҡыт эсендə дуҫлашып өлгөрҙөлəр. Ҡайтып китер алдынан Дэвид

хатлашып торорға һəм дуҫлыҡтарын дауам итергə телəүе тураһында əйтте. Əлфиə, ризалығын
белдереп, баш ҡаҡты. Яңы йылды Мəскəүҙə бергə ҡаршы алырға һөйлəшеп, ярты йылға
айырылыштылар. Əлфиəнең төҫһөҙ донъяһына бер аҙ йəм инде. Ҙур телəк, тырышлыҡ менəн инглиз
теле курсына йөрөп, телде өйрəнде. Мəскəүҙə йəнə осрашҡанда, Дэвид хатта хайран ҡалды. Үҙен был
йəһəттəн шелтəлəп алырға ла онотманы. Инде хəҙер иркенлəп һөйлəшергə лə була ине. Əлфиəнəн ун
йəшкə өлкəн Дэвид үҙенең үткəн тормошо тураһында йəшермəй һөйлəне, Əлфиəне лə ихлас тыңланы.
Һуңынан ул бик етди ҡиəфəт менəн:
– Мин һине лə, улыңды ла Америкаға алып китəм, сыҡ миңə кейəүгə, – тип тəҡдим яһаны. Əлфиə, əлегə
ашығырға ярамай, саҡ ҡына сабыр итəйек, тигəс, йəнə ярты йылға хушлаштылар.
Икеһенең дə яҙмышы бер иш тиерлек. Дэвидтың – беренсе ҡатынынан Майкл исемле улы, Əлфиəнең –
Əмире. Икеһе лə яңғыҙ…
Йəй яҡынлашҡан һайын ҡатын үҙенə урын тапманы, ике яр араһында тороп ҡалған кеше кеүек хис итте.
Бер ярҙа – Өфөһө, икенсеһендə – Дэвид… Нимə эшлəргə?!.
Китер көн килеп еткəс, башҡа кəңəшлəшер кешеһе булмағас, биш йəшлек Əмире менəн һөйлəшкəн
булып:
– Аллаға тапшырып, барып ҡарайыҡ, улым, йəме? Оҡшамаһа, кире ҡайтырбыҙ, эйе бит, – тип китергə
ҡарар сығарып, фатирына ваҡытлыса кеше индереп китте. Мəрхүмə əсəһе əйтмешлəй, ете диңгеҙ
аръяғына…
Бына шул, барып ҡарайыҡ, тип китеүҙəренə һигеҙ йыл тигəндə генə Өфөлəге тыуған йортона яңынан
ҡайтырға форсат сыҡты Əлфиəгə. Инде Дэвид менəн икеһенең уртаҡ ҡыҙҙары бар. Элек кинола ғына
күргəн Америка мөхитендə, ҡала ситендəге коттеджда йəшəйҙəр. Əлфиə əлегə эшлəмəй, балалар
тəрбиəлəй. Машинала Əмирҙе – мəктəпкə, Элизабетты балалар баҡсаһына алып бара, алып ҡайта.
Төрлө спорт секцияһына йөрөтə, йорт эштəре менəн була. Майкл бер ай – үҙ əсəһендə, бер ай атаһында
йəшəй. Яңы туғандары Əмир һəм Элизабет менəн бик дуҫлашты. Шуға күрə һуңғы ваҡытта атаһында
оҙағыраҡ торорға тырыша. Əмир инглиз телен бик тиҙ өйрəнде…
Дэвидҡа Əлфиəнең һылыулығы, уңғанлығы, зирəклеге, сабырлығы, аш-һыуға оҫталығы, яҡшы ҡатын,
əсəй, иптəш була белеүе оҡшай. “Беҙҙең ҡатындарҙың күбеһендə ундай сифаттар бөтөнлəй юҡ”, – ти ул,
ҡатыны менəн ғорурланып. Үҙе лə ғаилəһенə яҡшы көнкүреш шарттары булдырыу өсөн бөтə көсөн,
ваҡытын бирə.
Һөйлəшеүебеҙҙең һуңында, ҡыйыулығым етеп, Əлфиəнəн:
– Ə ниңə бəхетеңде үҙебеҙҙə генə эҙлəмəнең, кем белə, бəлки?.. – тип һораным.
– Эҙлəү, тип əйтеү миңə оҡшамай. Сөнки бер кем дə, иптəш эҙлəйем, тип, мотлаҡ эҙлəү менəн
шөғөллəнмəй. Яҙмышыңа яҙылған булырға ла тейеш бит əле ул. Унан һуң, беҙҙə лə миңə күҙ һалған ират булманы түгел, булды, тик… Урыҫсалап əйткəндə, “наших мужчин умом не понять”. Уларҙың күбеһе
үҙҙəренə йылы урын эҙлəй. Тойғолар, мөнəсəбəттəр, мөхəббəт тə кəрəкмəй кеүек уларға. “Мине түҙеп
торһаң, торам, тормаһаң – киттем”, – тиҙəр. Ундай ир-ат менəн донъя көтөүе, балалар үҫтереүе ауыр.
Ғаилəлə бөтəһе лə уртаҡ булырға тейеш, хатта мөхəббəт, бəхет һəм бəхетһеҙлек тə.
Читайте нас: