Баҡтиһәң, Римма спорт менән дуҫ икән. “Был иң тәүге нәүбәттә үҙеңде тәрбиәләй, еңергә, бирешмәҫкә өйрәнәһең, характереңды нығыта, икенсенән, йырсы өсөн иң мөһиме – тынды оҙонайта. Бассейнда йөҙәм. Спортты бала саҡтан яратам. Быйылғы йыл тағы бер асыш яһаным – фитнесҡа йөрөй башланым. Төркөмдә шөғөлләнәм. Шунан әллә күпме дәрт, сәм, көс алып ҡайтам. Һөҙөмтәләр шатландыра”, - ти йырсы.