Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Апрель 2020, 22:43

БАЛДЫ НИСЕК ҺАҠЛАРҒА?

/

Балды нисек һаҡларға?
Бал боҙолмай, тиҙәр. Шулай ҙа дөрөҫ һаҡламағанда, уның файҙалы үҙенсәлектәре кәмей, тәме боҙола.
Балды алты градус һыуыҡтан егерме градус йылылыҡҡа тиклем температурала һаҡлайҙар. Шунан юғары температурала оҙаҡ торғанда, уның витаминдары тарҡала башлай. Ҡырҡ градустан юғарыраҡ температураға йылытҡанда, файҙалы матдәләре ҡалмай. Тағы бер шарт: һаҡланыу температураһын ҡапыл үҙгәртмәҫкә кәрәк. Һалҡында тора икән, шунда ҡалһын. Юғиһә ул кристаллаша башлай.
Балды ҡапҡасы ябыла торған таҙа, ҡоро эмаль йәки керамик һауытта һаҡларға кәрәк. Был яҡтылыҡты яратмай. Уны ҡаранғы урында һаҡларға тырышығыҙ. Бал ят еҫте тиҙ һеңдерә.
Фото: jbeaute.ru
Венер Исхаков.
https://shonkar.rbsmi.ru/news/Baldi-nisek-a-lar-a-205198/
Читайте нас: