Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Апрель 2020, 19:21

“Һабантуйҙар ҙа булыр. Түҙәйек!”

.

Коронавирус таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған бөгөнгө брифингта Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатнашты һәм көн үҙәгендә торған һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе.
Ауыл хужалығы эштәре - өҙлөкһөҙ процесс, халыҡ әйтмешләй, “бер көн йылды туйҙыра”. Министр хухалыҡ етәкселәренә, фермерҙарға хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡлау, һауын операторҙарын, механизаторҙарҙы махсус кейемдәр, һаҡлыҡ саралары менән тәьмин итеү бурысын йөкмәтте.
”Ауыл хужалығы һәр ваҡытта ла запас менән йәшәне, әле лә борсолорға урын юҡ”, тип белдереп, бөгөн республика баҫыуҙарындағы эшкә күсте. Ул сеймал булдырыуҙан тыш, үҙебеҙгә продукция етештереүҙе яйға һалыу кәрәклегенә туҡталды. Ысынлап та, коронавирус эпидемияһы беҙҙе күп нәмәгә өйрәтәсәк әле.
“Сәсеү эштәре башланды. Республиканың көньяғында дым туплау эше йәйелдерелгән, ужым культуралары ашландырыла. Быйыл сәсеүлектәр майҙаны биш процентҡа арттырыласаҡ, ҡарабойҙайҙы күберәк сәсәсәкбеҙ. Ярты йыл бит инде яҙғы сәсеүгә әҙерлек бара, кемдәр ваҡытында ашламаһын да, орлоғон да, запчасен дә алдан хәстәрләгән, улар өсөн бер проблема ла булмаясаҡ. Белеүемсә, ҡайһы берәүҙәрҙең башы ҡатасаҡ әле, - тип тә иҫкәртте етәксе. - Беҙ хәҙер башҡа шарттарҙа йәшәйбеҙ, запас менән донъя көтөргө өйрәнәсәкбеҙ.”
Министр фермерҙарға мотлаҡ ярҙам буласағына, алдынғыларға гранттар биреләсәгенә ышандырҙы. Быйыл республика бюджетынан ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәргә 4,2 миллиард һум бүленәсәген белдерҙе, федераль ҡаҙнанан да ҙур өлөш – алты миллиард һумға яҡын аҡса бирелеүе көтөлә. Иң аҙаҡҡы һорауға министрҙың яуабы көр яңғыраны: ”Һабантуйҙар ҙа булыр. Өмөт итәйек!”
Фото:tmbtc.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: