Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Апрель 2020, 15:20

Үҫентеләрегеҙ оҙонайып китмәнеме?

/

Тәҙрә төптәренә төрлө һауыттарға ултыртылған үҫентеләр теплицаға йәки баҡсаға сығарып ултыртҡанда ныҡ, һабағы йыуан булырға тейеш. Әммә йыш ҡына помидор, борос буйға үҫеп китеүсән. Бының сәбәбе ниҙә һуң?
Үҫентене йыуан, ныҡ иткән төп фактор - яҡтылыҡ. Әммә беҙ уны күп осраҡта йылыла тотабыҙ, ҡайһы берәүҙәр ашлама менән дә туҡландырып тора. Былай эшләргә ярамай, ти белгестәр. Тәжрибәле баҡсасылар яҡтылыҡты һалҡынса һауа менән алмаштыра. Төбөнә бары һыу ғына һибеп торалар. Үҫентеләрҙе көндөҙ - 15-17, ә төндә 10 градус йылылыҡта тотоу яҡшы. Ошо шарттарҙы үтәгәндә, улар йыуан, ныҡ булыр, буйға үҫмәҫ.
Әйткәндәй, илдәге әлеге хәлгә бәйле ҡала халҡына баҡсаларына тиҙ арала барыу мөмкинлеге булмаясаҡ, шуға күрә ошо кәңәшкә ҡолаҡ һалыу тик файҙаға ғына буласаҡ.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/entel-rege-o-onayip-kitm-neme-200673/
Читайте нас: