Мəңге йəш килеш ҡалған, ҡорос
үҙəкле яугирҙар затынан, ысын
батырҙар нəҫеленəн булған Əлиə
һеңлем иҫтəлегенə.
Психикаһы ныҡ булған 18 йəштəн
өлкəнерəктəр өсөн. Балаларға
уҡыу тыйыла.
Мин уны үлтерергə булдым. Еңел
генə, ауыртындырмай.
Нескəлектəре тураһында уйлағас, эште еренə еткереп ҡуйырға мөмкин. Ана шуныһы иң ҡыйыны ла инде.
Сөнки уны үлтергəс, үҙем дə йəшəй алмаҫ инем. Тимəк, бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тоторға – ике бер
туғандың йəнен күккə осорорға кəрəк. Уның, һеңлемдең, һəм үҙемдекен.
Ə мин тормошто яратам. Ныҡ-ныҡ! Иртəн, ғəҙəтемсə төшкə етəрəк, уянып, йылы урындан тормай,
иркəлəнеп кирелеп-һуҙылырға, тəҙрəнəн күккə ҡарап онотолоп ятырға яратам. Үҙемə үҙем йылмайырға.
Төрлө холоҡло күк йөҙөнə, ҡайнар ҡояшҡа, наҙлы елгə, ҡабатланмаҫ ҡар бөртөктəренə, йылғыр ямғыр
тамсыларына, йəшел үлəнкəйҙəргə, елпелдəк күбəлəктəргə, үткенселəргə лə йəллəмəй һөйөү
йылмайыуын бүлəк итəм... Ҡосаҡлашырға яратам! Көслө ағастарҙы ҡосаҡларға. Сафлыҡ бөрккəн
балаларҙы ҡосағыма алырға. Тоғролоҡтоң үҙе булған эттəрҙе лə ҡосаҡлайым ғына! Наҙға сарсаған
ололарҙы ҡосаҡлаһам да йəн рəхəте миңə. Иң татлы мəлдəр шул. Мине “ҡырағай” тигəн булалар.
Хаталаналар. Ни бары миңə бала саҡта ҡосаҡлау етмəгəн. Шуға ла сəйерерəк булып үҫкəнмен. Хəйер,
бəлки, əйтмəксе лə, бер аҙ ҡырағайыраҡмындыр ҙа: яңылыштан ғына ла яттарҙың иңбаштары,
терһəктəре, ҡулдары тейеп китһə, уйлап та өлгөрмəйенсə яуапҡа йə тибə, йə һуға алам. Уның ҡарауы үтə
йылмаяҡмын. Йылмайыуыма кешелəрҙең йə аптырап, йə күпселектə йəне көйөп ҡарап үткəнен йыш
һиҙəм. Ҡараштары: “Сирле инде əллə?!” - тигəнде ярып һала.
Ə мин киң йылмайып, күкте иңлəп йөҙгəн болоттарҙан, осҡан ҡоштарҙан, яҡтылыҡҡа тартылған
ағастарҙың баштарынан күҙҙе алмай, уҫал ҡараштарға иғтибар ҙа итмəйем. Башҡаларға өҫтəн төкөрөп
ҡараған текə əҙəм булғанға түгел. Юҡ-юҡ, эрелектең “э” хəрефе лə миндə урын тапмаған. Ни бары яуыз,
көнсөл, ике йөҙлө бəндəлəрҙең ҡағылыуынан нескə күңелемде бар хəлемсə һаҡларға ынтылыуым.
Ундайҙар һəр замандарҙа ла етерлек булған, минең өлөшкə лə элəктелəр.
Ғəжəп инде, ер шары ҡояш тирəлəй күпме тапҡыр əйлəнһə лə, кеше үҙ булмышында бөтөнлəй тиерлек
үҙгəрмəй ҡала бирə. Əйтəйек, таш быуаттарҙа боронғо ата-бабалар, яуҙа бөтə саралар ҙа яҡшы, тип,
ахыры, мамонт итенең йомшағыраҡ өлөшө һəм усаҡҡа яҡыныраҡ урын өсөн талашһа, урта быуаттарҙа
бер-беренə ошаҡ өйə-өйə, иблис һаналған ҡатындарҙы яндырып-ҡырып, “тəртип” урынлаштырырға
самалағандар. Етмəһə, төп иблис белгестəре кемдəр булған, тиһегеҙ?! Эйе, белемле гуманистар.
Яҙыусылар, фəйлəсүфтəр, табиптар, юристар һəр һылыу, ылыҡтырғыс ҡатында яуызлыҡ сығанағын
күреп, иблис мөһөрөн һуғып, уны юҡ итергə тырышҡан... Ярай, үткəн-бөткəн, ти, наҙанлыҡ хөкөм һөргəн
дəүерҙəр. Ə хəҙер һуң, юғары цивилизациялы заманда, барыһына ла аҙыҡ та, йəшəргə ҡыйыҡ та, эш тə,
хатта һөйəр-һөйəркəлəр ҙə етерлек ваҡытта нимəне бүлешергə мөмкин? Ҡайҙан ул кешелəрҙə яуызлыҡ
һəм көнсөллөк? Нилектəн ул күңелдəрҙə үрсергə, аждаһа ише башын ҡалҡытырға əҙер генə? Хəйер, был
риторик һорау, һəм яуызлыҡтың бөтə төрҙəре һаманғаса гөрлəп сəскə ата бирə, бəндəлəрҙə көнсөллөк
сикһеҙ, “иблистарға” һунар əүəлгесə дауам итə, ни бары иблис белгестəренең йөҙө һəм уларҙың
ҡорбандарының исемлектəре генə үҙгəрə тора. Ə мин яуыздар ҙа, көнсөлдəр ҙə рəтенəн түгел.
Киреһенсə, үтə бер ҡатлы, хəйлəһеҙ, мəрхəмəтле булып үҫтем. Дөрөҫөн əйткəндə, ҡай ваҡыт тупаҫ
əҙəмдең йөҙөнə төкөрөргə, əшəке бəндəнең танауына елгəрге килһə лə, ата-əсəнең, ташҡа – аш менəн
ат, тигəн өгөт-нəсихəте өҫкə ҡалҡып, ташҡа түгел, ашҡа тотонолдо. Иҫəрмен инде. Юҡҡа ғына
эскерһеҙлек оңҡотлоҡҡа тиңлəнмəй, ябайлыҡтан да арт асып көлөрлөк. Мин хыялыйға шул кəрəк.
Əйткəндəй, хыялыйлыҡ хаҡында. Бала саҡтан иң ғəзиз, ҡəҙерле кешелəрем – атайым менəн əсəйем
ҡосағында үлергə тигəн оло хыялым булды. Эйе, тап шулай хыялландым: кистəрен йоҡларға ятҡас,
Хоҙайҙан ата-əсəйемə оҙон ғүмер һорай-һорай, уға иң йəшерен серҙəремде асып, уның менəн һөйлəшеп
килешергə маташтым: “Əгəр ҙə мин үлə ҡалдыниһəм, əсəйемдең ҡосағында йəн бирергə телəйем,
ишетəһеңме унда, өҫтə? Һəм шул мəлдə атайымдың йылы усы маңлайымда, бик тə булмаһа башымда
булһын əле, сəсемде һыйпаһын. Яҙып ҡуйҙыңмы? Миңə шулайынса үлеүе ҡурҡыныс булмаҫ ине,
Хоҙайым. Һəм йəшəүе лə”.
Ҡапма-ҡаршылыҡлы уй-ниəттəремде Юғары Көстəр нисек яҙып-теркəп ҡуйғандыр инде, белмəйем: мин
үлергə йыйынғанда, хəтəр йəшəргə телəнем. Ун йəшемдə лə, əле лə. Тик мин ныҡышмалы ғына ул.
Алдыма алғанды мотлаҡ еренə еткереп ҡуям. Был юлы ла маҡсатымдан артҡа сигенергə уйламаным.
Килəсəктең аҫылмалы томан-күперҙəренə ҡоролған телəк-хыялдарға ышаныс юҡ, тап ошо мəлдə
йəшəргə, ниəттəрҙе бойомға ашырырға кəрəк. Əүен баҙарындағы һеңлемə ҡарап, уны аҫтыртын рəүештə
үлтереү планын ҡорҙом, ə ул карауаттың үҙ яртыһында йомарланып ҡына, минең тарафтан бер ниндəй
яуызлыҡ көтмəй, тəмлəп йоҡлауын белде.
Аңғармаҫтан туғаным менəн һоҡландым. Минəн, йəмһеҙбикəнəн, айырмалы, һеңлем нескə йөҙ-һыҙатлы
һылыуҡай ине. Бер башҡа бейегерəк, һомғолораҡ, нескə билле. Ҡыҙыҡ, кемдəн уға шундай киң, аҡыллы
маңлай күсте икəн? Саҡ ҡына кəкес танауҡайы һис шикһеҙ əсəйебеҙҙəн, ə битенə һибелгəн шаян
һипкелдəр ҡайҙан? Ҡалай ғына наҙлыҡас ул туғаным... Исеме лə уның хəтəр үҙенсəлекле,
башҡаларҙыҡы кеүек түгел – Алёшка. Мин уны сеп-сей сағынан алып белəм. Əле генə булған кеүек: ул
көндө һары таңдан əсəй менəн бəпестең ҡайтҡанына əҙерлəндек. Миңə күпереп торған итəк менəн йəмле
генə топик кейҙерҙелəр, өлəсəйем сəсемде майлап тарап, кəкере-бөкөрө бармаҡтары менəн ибəтəйһеҙ
генə итеп таҫманы бəйлəне. Аяҡ аҫтында буталма, тигəстəре, алғы бүлмəгə сыҡтым да, көҙгө
ҡаршыһындағы тəпəш бүкəнгə менеп ултырып, йөрəкһеп татлы күстəнəстəрҙе, əсəйемде һəм бəпесте
көтөп, ҡыуанып танау соҡоном. Ваҡыт уҙмай ҡаңғыртты, əсəй һаман ҡайтманы ла ҡайтманы. Башымдағы
таҫмам əллə оҙаҡ көтөүҙəн, əллə минең бер туҡтауһыҙ ултырғыста останлауымдан, бойоҡ ҡына
иңбашыма шыуып төштө. Түпəмдə кескəй генə ҡойроҡ ишараты һерəйеп тороп ҡалды. Был мине бер аҙ
көйҙөрҙө. Һеңлемде бөтə матурлығымда ҡаршылар өсөн, мин ҡабаттан таҫманы шул сысҡан ҡойроғона
нисек тə элəктерергə быталандым. Гүзəллек тыуырға телəмəне, мин дə бирешмəнем. Телде сығарып
тороп, ошо шөғөл менəн булышҡанымда əсəйем ҡайтып керҙе. Ул өйгə ингəс, мине күрмəй, быуға
уралып, ҡояш кеүек балҡып, янымдан йөҙөп үтте. Хас та əкиəт һылыуы... Ҡосағында аҡ төргəк, янында
атайым, өлəсəйем, тағы ла кемдəрҙер – уларын таныманым. Таҫма, матурлыҡ тураһында онотоп, улар
артынан саптым. Əсəй төргəкте өҫтəлгə һалды һəм атайым уны иплəп кенə асты. Шул мəлдə мин уны
тəүге тапҡыр күрҙем дə инде – үҙемдең һеңлемде! Ул иҫ киткес, һушты алырлыҡ матур ине: аҡ ҡына,
йомро ғына, алһыу табанлы, кескəй генə йоҙроҡло. Атайымдың бəхеттəн күҙҙəре ялтыраны. Илай ине.
Бер аҙҙан өйөбөҙҙə ҡупҡан байрамдан ҡыйыҡ күтəрелə яҙҙы: ҡунаҡтар килеп тулды, йыр-бейеүҙəр менəн
һуғарылған һый башланды, ə мин йүргəктəр ҡуҙыһында тып-тыныс ҡына йоҡлаған һеңлемдəн айырыла
алмай тик торҙом. Тас əлеге кеүек. Хəтирəлəр йомғағында миңə бигерəк рəхəт ине һəм көтмəгəндə
һеңлемдең гүзəл йөҙөн һыҙланыу шəүлəһе йыртҡас, кинəт тертлəнем. Ул йоҡо аралаш ыңғырашты. Миңə
уны үлтерергə кəрəк. Мөмкин тиклем тиҙерəк.
Ул уянмаҫ борон.
Компьютерҙы ҡабыҙып, кешене үлтереү ысулдарын эҙлəргə керештем. Əгəр ҙə гуглда “үлтереү
ысулдары” тигəн һүҙбəйлəнеште яҙһаң, ул һиңə һанаулы секундтар эсендə 6 миллион 280 меңдəн ашыу
яуап табып бирəсəк: кешелəрҙе үлтереү ысулдарынан башҡа енəйəттəн һуң нисек эҙҙəрҙе юйырға
өйрəткəндəре лə бар, шундай исемле триллерға һылтанма ла, һүҙбəйлəнешкə синонимдар ҙа – был
төрлөлөк эсендə юғалып ҡалырһың, уҡып иҫең китер. Минең менəн һəр хəлдə шулай булды. Был миңə
хас һыҙат: гел дə яңылыҡ көҫəйем, асыштарға һыуһайым, белемде арттырырға тиһəң - мине ҡуш. Саф
күңелем нисек кенə ҡаршы тормаһын, мейем тырыш уҡыусы һымаҡ, ҡурҡыныс мəғлүмəттəрҙе һеңдереп,
үҙенə генə билдəле мөйөштəргə бүлеп сортланы. Ярты сəғəттəн мин бөтə ысулдарҙы ла үҙебеҙгə
самалап-үлсəп ҡарай инем.
Уйҙарыма батып, кеҫəлəге телефондың вибрацияһынан һикереп-һикереп киттем. Аяҡ осона ғына баҫып,
аш бүлмəһенə сыҡтым да, ишекте ябып, телефонға шыбырланым:
- Да.
- Прекрати говорить “да”, отвечай “алло”! – трубка Тамара Аркадьевнаның басы менəн геүелдəне. –
Бəлки был мин түгелдер, ə биометрик мəғлүмəт йыйған берəй яуыз уйлы бəндəлер? Потом базу
цифровых слепков твоего голоса могут где и как угодно использовать, ты это понимаешь, разумное
существо?
Мин өлкəн йəштəге əхирəтемдең басын тыңлап, йылмайҙым. Иртəнсаҡтан бирле боғаҙҙан ҡыҫҡан
көсөргəнеш мине яйлап үҙ ҡыҫымынан ысҡындырҙы. Аркадьевна менəн дуҫлашҡаныбыҙға ун биш
йыллап барҙыр, ə танышлыҡҡа унан да күберəк. Беҙҙең əңгəмə партияһында, һəм, ғөмүмəн, дуҫлыҡта ул
примадонна - Аркадьевна тыумышынан лидер, оратор. Үҙенең 42-се размер аяҡ кейеме менəн ҡарт
ҡыҙҙар тураһындағы шаблон-стереотиптарҙы иҙеп-тапаған алтмыш йəшлек əхирəтем мөһабəт ҡиəфəтле.
Көрəктəй ҙур ҡуллы, бырау ишелəй тишкес ҡарашлы ҡеүəтле ҡатынға ҡарап, мин гелəн: “Аркадьевнаға
ирҙəр нисек ҡурҡмай йөрөй икəн ул?!” – тип таң ҡалам. Ə уға йөрөйҙəр! Ярты йыл алдан яҙылалар. Ярай,
яҙылыуы бер, аҙаҡ нисек сисенеп, тоттороп ҡараталар икəн – уныһы бигерəк шаҡ ҡатырырлыҡ. Ҡоростан
яһалған ир булыр кəрəктер ул, Аркадьевнаның ҡулдарына бирелер өсөн. Ул, юғары категориялы табипандролог, эше хаҡында һөйлəргə яратмай. Тик берҙе генə уның йөрəгенəн утлы шарлауыҡ бəреп
сыҡҡайны: “Килде! Эттəн тыуған нəҫтəкəй! Имеш тə, уның тормай икəн йөҙ ҙə илле бер йыл! Ə бит мин
уны иҫкəрттем: ҡатын-ҡыҙҙы рəнйеткəн һəр ҡылығың, һəр һүҙең өсөн яуап тотасаҡһың, тип. Ул күпме
ҡыҙҙы боҙҙо, “батырлыҡтары” хаҡында мөйөш һайын лаф өрҙө! Бына, Хоҙай бар ул: мине танымай,
алдымда торҙо, һаулығына зарланып, импотент! Үҙе ғəйепле. Уны яратҡан, уға бирелгəн һəр ҡатынҡыҙҙы кəмһетте, мəсхəрəлəп, исемен һатты. Аллаға мең шөкөр, ҡыуып етте уны язаһы! Ҡатын-ҡыҙҙы
рəнйетеп, ул иң беренсе уға ғүмер биргəн əсəһен рəнйетте! Хəҙер мин уны, имеш, дауаларға тейешмен,
кəзə тəкəһен, текə, аҡсалы начальникты. Мин уға елле ҡуҡыш күрһəттем! Бына уға! Уның арҡаһында
минең апайым һəлəк булды. Мəсхəрəне күтəрə алманы...”
Айырата əйткəндə, тап ошо һүҙҙəренəн һуң беҙҙең дуҫлыҡ башланды ла инде. Был мəлдə мин оло
диҡҡəт менəн уның тырнаҡтарын кутикуланан таҙарта инем. Аркадьевна, онотолоп, ҡулдарын болғайболғай һөйлəне, мин клиенткамдың ҡулдарын осошонда элəктереп, бер ни булмағандай үҙ эшемде
дауам иттем. Асыуынан самауырҙай ҡайнапмы ҡайнаған ҡатын ҡапыл һуңғы һүҙҙəрҙе йөрəкте
əрнетерлек наҙ, һағыш менəн əйтте, мин түҙмəй башымды күтəреп, уға ҡараным да, түгелеп илап
ебəрҙем. Аркадьевна бер секундҡа өнһөҙ ҡалды. Аҫҡы ҡалын ирене дерелдəне:
- Что ты, моя хорошая, ну, что ты...
Уның менəн ҡосаҡлашып, бергə иланыҡ – ҙур һəм бəлəкəй ике ҡатын. Аҙаҡ ул, тормошонан уңған, юғары
уңыштарға өлгəшкəн, данлы исемдəргə лайыҡ булған белдекле доктор, мине, ябай маникюр һəм педикюр
оҫтаһын, цейлон сəйе менəн һыйланы. Ҡатырағын да тəҡдим иткəйне лə, мин баш тарттым. Хатта дауа
сифатында ла өгөткə күнмəнем. Тамара Аркадьевна үҙе, уның əйтеүенсə, гомеопатик дозала коньяк
йотҡас, аш бүлмəһенə елле фотоальбом һөйрəп килтерҙе. Асыҡланыуынса, ғаилə альбомы. Доктор,
тəүҙəн үк һиҙемлəүемсə, ысынлап та, арҙаҡлы ғаилəнəн булып сыҡты. Арҡаларын төҙ тотоп ултырып,
объективҡа тура ҡараған кешелəрҙең һарғайып бөткəн фотоларына төртөп күрһəтеп, клиенткам ғорурлыҡ
менəн һəр береһенең исем-шəрифен, уларҙың донъя медицинаһына индергəн өлөштəрен тəфсирлəп
һанап, Ватан алдындағы ҡаҙаныштарын күкрəк киреп иғлан итте. Ҡарт ҡыҙ, баҡтиһəң, тулы ғаилəлə үҫкəн
икəн (нишлəп мин, тик тулы булмаған ғаилəлəрҙə генə бəхетһеҙ балалар үҫə, тип уйлайымдыр, уныһы
үҙемə лə билдəһеҙ). Аркадьевнаның үҙе кеүек эре һөйəкле, асыҡ матур йөҙлө ата-əсəһе - хирургтар. Бер
олатаһы, күҙлеклеһе, заманында атаҡлы медицина əһеле булһа, уның һөйкөмлө ҡатыны ғүмер буйы
медицина академияһында белем биргəн. Аркадьевнаның атаһы яғынан олатаһы менəн өлəсəһе һуғыш
ваҡытында госпиталдə меңдəрсə яралыны ҡотҡарған ветерандар – түштəрен биҙəгəн орден-
миҙалдарҙың сыңын хатта фотоһүрəттəн дə ишеткəндəй булдым. Апаһының фотоһына барып еткəс,
Аркадьевнаның йыуан бармаҡтары ҡалтыраны:
- Ошо инде минең ғəзиз Танюшам. Бала сағында.
Фотоһүрəттəн миңə 5-6 йəштəрҙəге түңəрəк йөҙлө, етен сəсле ҡыҙыҡай ҡараны. Тамара Аркадьевна
альбомдан тағы ла бер фотоны һаҡлыҡ менəн һурып сығарҙы:
- Ул мəңгегə 18 йəшлек булып ҡалды... Июнь уртаһында ун һигеҙе тулғайны... Сығарылыш кисəһенəн һуң
турпоходҡа киттелəр. Ҡайтҡанында беҙ уны таныманыҡ. Үҙ-үҙенə ябылып, күҙҙəрен йомоп тик ятты. Ни
булды, сирлəп тораһыңмы əллə, тип һорағас, арыным, тип кенə яуапланы. Ғəйбəт тиҙ таралды. Тиҙҙəн
бар ҡаласыҡ уның турала төкөрөк сəсте. Бер көндө Танюшка уның менəн бергə гараждар
артына барыуымды үтенде. Етəклəшеп барҙыҡ. Беҙ унда кемделер оҙаҡ көтөп торҙоҡ. Танюшканың йөҙө
көйəлəнеүҙəн ҡарайып, күҙҙəре төпкə батҡайны. Шул бəндə килде һəм апайым миңə, ситтəрəк йөрөп тор,
тине. Ҡороп ҡалғыр бəндəнең, һин үҙең ғəйепле, шалава, тигəнен ишеткəндə, əллə ни алыҫ та китмəй,
ҡулымдағы сыбығым менəн тупраҡта йондоҙҙар эшлəй инем. Йүгереп килеп, уға ырғыным, битен,
ҡулдарын тырнаным. Апайымды илатҡаны, ҡайғырырға мəжбүр иткəне өсөн ошо ҡулдарым менəн уны
үлтерергə əҙер инем. Əммə ул беҙҙе алама һүҙҙəре менəн ҡойондора-ҡойондора, юлындағы кəнсир
ҡалайҙы тибеп осороп, имен-һау китеп барҙы. Йөҙөнə мəйет төҫө ингəн апайым миңə, ҡайт, тине. Һинһеҙ
ҡайтмайым, тип арҡырыландым. Саҡ ҡына тороп торам да, ҡайтырмын, тип ышандырҙы. Балалығыма
барып, ышандым. Артыма ҡарай-ҡарай өйгə юлландым. Ə ул ҡайтманы! Йəшле моңһоу күҙҙəрен ҙур
асып гараждар артында тороп ҡалды. Йəһəннəм булған икəн ул ҡараштарҙа. Танюшканы беҙ төнө буйы
эҙлəнек. Иртəн осраҡлы юлаусылар уға йылға ярында юлыҡты – апаҡайым ҡаянан ташланғайны...
Танюшкабыҙҙы ябыҡ табутта атайымдың тыуған ауылына алып ҡайтып ерлəнек. Бер айҙан ғаилəбеҙ
менəн ул ҡаласыҡтан күсендек.
Мин Аркадьевнаны иғтибар менəн тыңлап, улар кисергəн фажиғəне кинокадрҙар кеүек итеп күҙ алдынан
үткəрҙем: килəсəккə өмөт менəн баҡҡан асыҡ ҡарашлы 18 йəшлек һылыу ҡыҙҙы күрҙем; нəфсеһенə һəм
теленə баш була алмаған хəшəрəттең йөҙөн сырамытырға маташтым; бала ҡайғыһынан мең киҫəккə
ярылып, юғалып ҡалған ата-əсəйҙең һыҙланыуҙарын тойғандай булдым; апаһын ер ҡуйынына
оҙатҡандан һуң ғүмерлеккə ир затына ышанысын юғалтҡан 14 йəшлек үҫмер ҡыҙҙы йəллəнем... Шул көндө Тамара Аркадьевна мине оҙатырға сыҡҡанда, ант биргəндəй тантаналы рəүештə ҡосаҡланы:
- Бынан ары һиңə ниндəй ярҙам кəрəк – һора ла ҡуй! Минең шундай бəйлəнештəрем бар – һинең төшөңə
лə ингəне юҡ!
Бəйлəнештəрҙең ҡайҙан икəнлеген аңлар өсөн артыҡ аҡыл кəрəкмəй – иң юғары креслоларҙа ултырған
ирҙəр ҙə тəжрибəле андрологтың ярҙамына мохтаж. Лəкин мин əхирəтемдең изгелеге, киң күңеллеге
менəн бер ваҡытта ла файҙаланманым. Бəлəкəй саҡтан проблемаларымды үҙ аллы хəл итергə
өйрəнгəнмен. Шулай йəшəүе еңелерəк. Һин дə бер кемгə лə бурыслы түгел, һине лə бер кем дə
йомошлай алмай. Ғаилə хəлдəрем арҡаһында баш ҡаланы ташлап ҡайтып киткəнемдə, Тамара
Аркадьевна ныҡ ҡайғырҙы. Мин уны, ваҡытлыса ғына бит, тип йыуаттым, əммə хəҙер асыҡланыуынса,
бөтөнлəйгəлер. Инде бер-беребеҙҙəн алыҫ йəшəһəк тə, аралашыуҙан туҡтаманыҡ. Мин уға йыш ҡына
ҡунаҡҡа барып, ғəҙəтемсə маникюр һəм педикюр яһаным. Ул мине күргəн һайын бəлəкəй бала кеүек
ҡыуана, һөйлəп хəбəре бөтмəй, алдыма ни ҡуйып, ни ашатырға белмəй китə. Əйткəндəй, минең бəлəлəр
кешелəргə артыҡ ышаныусанлығымдан тыуып торһа, Тамара Аркадьевнаның проблемаһы икенселə ине
– ул бер ваҡытта ла һис кемгə лə ышанмай. Минəн башҡа. Лəкин хатта уға ла асылып, һеңлемə
ҡағылышлы мəрхəмəтһеҙ пландарым менəн бүлешə алманым.
- Алло! Һин мине ишетəһеңме ул? – Тамара Аркадьевнаның ҡаштары нисек төйөлгəнен күҙаллап,
яуаплай һалдым:
- Эйе, эйе, ишетəм, Аркадьевна!
- Хəлдəрегеҙ нисек, тип һорайым даһа?
- Аллаға шөкөр, бөтə яҡшы.
- Дарыуҙар менəн проблемаларығыҙ юҡмы? Кəрəк булһа, белəһең дə инде, ер аҫтынан булһа ла, табып
бирəм.
- Рəхмəт, кəрəкмəй, бөтə бар.
- Ҡəҙерлем, һин үҙеңə үҙең оҡшамағанһың, əйт, ни булды? Бəлки, бүлешерһең?
Мин уға бөтə һөйлəр ҙə инем... Мəҫəлəн, нисек итеп төн уртаһында түҙгеһеҙ ауыртыуҙарҙан һеңлемдең
күҙенəн йəштəре атылып сығыуын. Мин һикереп тороп, йоҡо аралаш ашығып, шприцтың энəһен һөйəгенə
тиклем ҡаҙаным да ҡуйҙым, һəм, күрəһең, нервыһына ла элəктем – йөрəккəсем шунда уҡ иренен
тешлəне. Бер секундҡа ғына тешлəнде лə, шунда уҡ йəш аралаш миңə йылмайырға итте, əммə мин уның
ғазабын күреп ҡалырға өлгөрҙөм бит! Һəм ғазап өҫтəүем өсөн үҙемде миллион тешлəмдəргə
йолҡҡосланым.
Һəр инъекция - тəнен тишеп ауырттырғаным өсөн ғəфү үтенгəнемде, укол яһаған һайын йөрəгемдə
яралар өҫтəлгəнен дə һөйлəр инем.
Нисек итеп матурымдың бер аҙна элек саҡ телдəн яҙмауы хаҡында ла берəйһе менəн бүлешер инем. Беҙ
уның менəн сериал ҡарап ята инек, бер мəлдə һеңлем миңə табан башын борҙо ла ниҙер əйтергə
уҡталды. Əммə əйтə алманы! Ҡото осоуҙан уның күҙҙəре төпһөҙгə əйлəнде... Терһəгенə таянып торҙо,
йыш-йыш тын алды. Ҡурҡыу тулы ҡараштары йəнемде тетрəндерҙе. Мин дə хəтəр ныҡ ҡурҡтым, ҡотом
алынды. Эстəн генə көсһөҙлөктəн аҡырҙым, əммə күҙҙəрҙе асалаҡ-йомалаҡ иткəс, үҙемде ҡулға алдым.
Мөмкин тиклем алсағыраҡ йылмайып, һеңлемдең ҡулдарынан тотоп, күҙҙəренə тура ҡараным: “Бөтə
яҡшы, Алешка! Хəҙер үтə ул. Əйҙə, яйыраҡ һəм тəрəн итеп тын алайыҡ. Бергə...” Уның миңə булған
ышанысы сикһеҙ ине – мине тыңланы, телмəре кире ҡайтты. Биш минуттан мин шаярта ла башланым:
“Ҡарале, əгəр һинең əйтер һүҙең булһа, хəҙер əйтеп ҡал, мало ли...” Эштең ниҙə икəнен һүҙһеҙ ҙə
аңланыҡ, иң ҡурҡыныс шиктəребеҙҙең тормошҡа ашмауын телəнек. Тик улар кисəге КТ-ла раҫланды...
Аңлаған йəнгə көнөнə ҡырҡ тапҡыр душ төшөүемде - битемə бəргəн һыу тамсылары аҫтында ярҙам итə
алмауыма, көсһөҙлөгөмə əрнеп, өнһөҙ илауымды ла һөйлəр инем. Ваннанан мин һис бер ни булмағандай
йылмайып, йырлап-көйлəп килеп сығам, һəм ваҡытһыҙ уянған һеңлемə, душ аҫтында минең гелəн ҡан
баҫымым күтəрелə, шунлыҡтан күҙҙəрем ҡыҙара, тип аңлатам. Ул ғəҙəттə мине үҙенə тарта ла, еүеш
сəстəремдəн һыйпап, барыһы ла яҡшы булыр, апай, илама, тип йыуата... Мин иламайым. Тик күҙ
йəштəрем йылға булып аға ла китə, аға ла китə шул.
Аркадьевнаға нисек итеп бөтə нəмəне шаяртыуға борғанымды ла һөйлəр инем: туғанҡайымды йөрөгəндə
сайҡалта һəм мин уны һаҡ ҡына биленəн тотоп алып, бөтə ишектəрҙең дə яңаҡтарын билдəлəп үттең бит
инде, тип яратып шелтəлəйем. Һеңлемде “Бухенвальд əсиркəйем”, “нескə генə вешалочкам”, “минең үтə
күренмəле принцессам” тип атағанымды ла табип əхирəтемдəн йəшермəҫ инем. Алешканың ашай
алмағанын, хатта бер тамсы һыуҙан да аҡтарып ҡоҫоуын һөйлəр инем. Тыны саҡ ҡына рəтлəнеү менəн
мин көлкөлө хəлдəрҙе һөйлəй-һөйлəй, ихласлап көлөп, алма кимерə башлайым да, бер нəҙек кенə
киҫəген уға һиҙҙермəҫтəн генə ҡаптырып ебəрəм. Ул шуны ниндəйҙер тылсым менəн эҙемтəһеҙ йота ала.
Иптəшкə көлə лə алмай ул, күңелем булһын өсөн йылмая ғына. Беҙ икебеҙ ҙə ролдəребеҙҙе артистарҙан
кəм уйнамайбыҙ... Аркадьевна, минең һөйлəгəндəрҙе тыңлап, ҡоҫоуға ҡаршы дарыу эсергə кəңəш итер
ине, тик беҙгə бер ниндəй ҙə препараттар ярҙам итмəй шул! Бер нимə лə ярҙам итмəй. Бөтөнлəй бер
нимə лə. Шуға ла мин трубкаға йылмайҙым:
- Ҡəҙерле Тамара Аркадьевна, бөтə яҡшы! Мин киттем, йəме, бутҡа бешерергə кəрəк!
- Иди, иди, с Богом. Если что, шылтырат.
Мин бер кемгə лə шылтыратырға йыйынманым. Мин үлтерергə һəм үлергə йыйындым.
Сөнки ҡəһəр төшкөр рак беҙгə бер өмөт тə, форсат та ҡалдырманы. Ул, юлында осраған бар нəмəне
ашап, эстəн бөтə фронттар буйынса һөжүм итте. Рак күҙəнəктəре һөйəктəрҙе, йөрəктəн башҡа бөтə
мөһим органдарҙы ла баҫып алды. Туғанҡайымдың бахыр йөрəккенəһе батырҙарса тырышып-тырышып,
ҡай саҡ ритмдан тайпылып: йə ҡоторғандай тибеп, йə саҡ-саҡ һиҙелерлек һуғып, ҡанды тамырҙар буйлап
ҡыуҙы. Һəм нисек кенə үкенесле яңғырамаһын, ауырыуҙы артабан таратты. Ҡəбəхəт дошман мейегə лə
барып етте, шунан үҙенең имəнес һəрмəүестəрен бар яҡҡа һуҙып, төп штабта нығынды. Кисə табип
контрастлы компьютер томографияһы һөҙөмтəлəрен күреп, шаҡ ҡатты:
- Нисек?! Нисек ул бындай шештəр менəн йəшəй? Нисек ул үҙ аллы йөрөй, тын ала, һөйлəшə, күрə, үҙ
аңында ҡала бирə?! Уның бит башында бер тере ере юҡ...
Башында ғына түгел, бер ҡайҙа ла тере урын ҡалмағайны. Алешкамдың аяуһыҙ яҙмыштың йоҙроҡлап
дөмбəҫлəүенə бирешмəй йəшəүе – үҙе мөғжизə ине. Һəр көн, һəр тын алышы уның мөғжизə ине.
Мин табипҡа аяныслы йылмайып, һеңлем янына сыҡтым. Ул компьютер томографияһынан һуң кейенергə
лə өлгөргəйне. Үтəлəй йəнемə ҡараған күҙҙəренəн ҡарашымды ситкə алманым:
- Ну, ул тиклем хəлдəр хөрт тə түгел, һеңлем. Мин көткəндəн, əйтəйек, хатта яҡшыраҡ та.
- Бер ни əйтмəһəң дə була, апай, - Алешка мине йомшаҡ ҡына бүлдерҙе. – Мин барыһын да аңлайым.
Беҙ бинанан сыҡҡанда, аҡ халатлы ир тəҙрə төбөндə тороп, ҡарашы менəн беҙҙе оҙатты. Йəшəүенең
сере нимəлə һуң, тип баш ватты, шикелле. Беҙҙең ниндəй тамуҡта йəшəгəнде ул ҡайҙан белһең. Ҡайһы
бер көндəрҙə мин һеңлемə ҡағыла ла, ҡосаҡлай ҙа алмайым – уның бар тəне шул тиклем ауырта,
күҙенəн түгелгəн йəштəре, гүйə ҡан ҡатыш ағыла, ҡысҡырып ебəрмəҫ өсөн ул ирендəрен тешлəй ҙə,
түҙгеһеҙ ауыртыуҙан иҫен юя. Бер дарыу ҙа ауыртыуын баҫа алмай. Сир уның йөрəген аҡтарып сығара.
Минең сыҙам яугирым көнөнə мең тапҡыр өнһөҙ килеш башындағы, һөйəктəрендəге ауыртыуҙарҙан үлə
һəм терелə. Ул мəлдəрҙə уның менəн бергə мин дə мең ҡат үлеп, көскə терелəм.
Ə бөгөн яҙмышты үҙ ҡулыма алыр ваҡыт етте – мин башҡаса был язаларҙы, дүрт йыл дауам иткəн
ғазаптарҙы күтəрə алмайым.
Туғанымды үлтереү ысулы тураһындағы ҡарар үҙенəн-үҙе тыуҙы: уның баш аҫтындағы мендəрҙе хəстəр
менəн рəтлəп, тағы бер бəлəкəйерəк мендəрҙе килтерҙем. Һəм бына ул, мəсьəлəнең сиселеше! Əлбиттə,
мин уны йоҡлағанында мендəр менəн баҫып үлтерəм дə, ваннала үҙемдең веналарҙы ҡырҡам! Ваннаға
һыу йыйылған арала матур итеп буяндым да, иң ҡыйбатлы эске кейемдəрҙе кейеп, көҙгө ҡаршыһына
баҫтым. Бер аҙ үҙемə ҡарап торғас, сəстəремде ялбыраттым. Был селтəр ап-аҡ комплектта мин күҙ
алғыһыҙ сибəр инем! Туфли ҙа кейгəндə ине лə, тик ваннала һыу эсендə аяҡ кейемендə ятып булмаҫ...
Үҙ-үҙемə һоҡланып ҡарап тора биргəс, нимəгə əҙерлəнгəнемде иҫлəп, маңлайыма һуҡтым: ну, нисек итеп
ап-аҡ кейемдə үлəһең?! Ул бит ҡанға буялып, бысраҡ төҫкə инəсəк. Ҡара комплектты сығарырға тура
килде. Аҡ төҫ кеүек, ҡара төҫтəге əйберҙəр ҙə миндə күпселектə тəшкил итə. Психологтар, ҡара төҫлө
кейемде тəрəн депрессиялағы, үҙенə ышанып етмəгəн ҡыйыуһыҙҙар һайлай, тиһə лə, минең өсөн ул
нəфислек билдəһе, ышыҡ тойғоһон да бирə. Шуға ла ошо гүзəллектə ваннала ятасаҡмын. Ваннаға
етерлек һыу, үпкəлəргə күберəк һауа-батырлыҡ йыйғас, упҡынға ҡаршы атланым – һеңлемə булған һөйөү
хаҡына мин барыһына ла əҙер инем.
Мендəрҙе алып, туғаныма эйелдем. Алешка ҡыбырланы ла, йоҡа юрған аҫтынан аяғын һондо. Күҙем
алдында ғына йыш йыуыуҙан төҫө уңған пижамаһының сите күренде.
- Ауыҙыңды ҡайырайым! – тип һүгенеп, мендəрҙе ситкə бəреп ебəрҙем. Нисек төҫө уңған пижамала
йоҡлап ятҡан кешене үлтермəк кəрəк?! Бер нисек тə! Был мөмкин түгел!
Һəйбəтерəк берəй нимə юҡмы шунда, тип шкафҡа ташландым. Алешканың əйберҙəрендə эҙлəнə генə
башлағайным, артымда уның тауышы ишетелде:
- Нимəнелер юғалттыңмы əллə, апай?
Мин, енəйəт өҫтөндə тотолған рецидивист кеүек яй ғына уға табан боролдом. Саҡ ҡына ҡулдарҙы
күтəрмəнем инде. Алешка йылмая ине. Уның йылмайыуы шул тиклем наҙлы, эскерһеҙ, йəнеңде ҡояш
нурҙары иркəлəйме ни! Миндəге бөтə ҡара болоттар күҙ асып йомғансы таралды. Яуапҡа балҡыным:
- Уяндың инде əллə?
- Эйе. Миңə укол эшлəйекме?
- Əйҙə.
- Һин берəй ергə йыйынаһыңмы? Эске кейемең шундай матур! Секси.
Мин уның алдында эске кейемдə генə йөрөйөм, имеш. Көлдөм:
- Əйҙə, матурым, укольчик.
Алешка ботон асты:
- Һин свиданиеға бараһыңмы?
- Ҡайҙан... элəккəн икəн миңə свидание. Мин уның ни икəнен дə онотҡанмын.
- Кем менəндер танышҡайның да һуң...
- Уй, ҡасан булды ул, инде ике ай элек, - инъекция урынын мамыҡ менəн иплəп кенə баҫып, ҡул
һелтəнем. – Ул миңə шылтыратманы ла.
- Ну и дурак. Ə мендəр менəн ни эшлəргə йыйынғайның, апай?
Уның һорауы аяҙ көндə йəшен атҡандай яңғыраны. Аңшайып уға төбəлдем. Ул шундай арыған,
йонсоған... Мин əүəлдəн тик дөрөҫөн генə əйтергə, һөйлəргə күнеккəнмен. Алдамағанда инде. Балаларға
иһə һис ҡасан ялғанламайым, һорауҙарына тура яуап ҡайтарам. Күптəнəн бəлиғ булһа ла, Алешка миңə
һəр саҡ бала булып ҡала ине. Һəм хəҙер ошо бала минең ни эшлəргə йыйынғанымды белергə телəй.
- ...Үлтерергə. Һине.
Ул ышанмай йылмайҙы:
- Китсəле. Һин хатта себендəрҙе лə шапылдатырға йəллəйһең.
- Ой, минең намыҫта күпме себен һəм серəкəйҙəрҙең булғанын белһəң... Бер сиңерткə лə бар. Мин уны
саранча икəн тип уйланым. Һаманғаса аяғым менəн сытырлауҙы тойғандаймын. Ə йылан үҙе ғəйепле –
салғы аҫтынан аңғармаҫтан һикерҙе. Так что, ғəфү ит, тəжрибə етерлек ул миндə.
Алешка күҙҙəрен тултырып миңə ҡараны. Юрған аҫтынан ҡулын сығарып, миңə һуҙҙы. Йылы усынан
тотоп, янына ултырҙым.
- Бер ҡасан да өмөтһөҙлөккə бирелмə, апай, - Алешка минəн күҙен алманы. – Өмөтһөҙлөк – упҡын.
Ҡырынан йөрөмə. Һиндə шул тиклем ҡояш, яҡтылыҡ, йылылыҡ күп. Йəшə. Үтенəм.
Рəхмəтемде аңғартып, усын ҡыҫтым, мендəрен, юрғанын иплəгəс, ваннаға инеп киттем. Батырға, йə
веналарҙы ҡырҡырға түгел. Иларға. Инде асыҡтан-асыҡ, үкһеп, һулҡылдап, ҡайғының эсенə тотошлай
сумып.
...Ул тын ғына ике аҙнанан китеп барҙы. Донъям һүнде. Бар йыһан ҡараңғылыҡҡа осто. Уның менəн бергə
үлгəнемə йөҙ процент инанғайным. Лəкин иҫəн ҡалдым (тормош кəрттəре ҡалай ятһа ла, тере
ҡаласаҡмын, тигəн һүҙем бар ул минең). Əле янымда сабыйым мыршылдай – мин уны Алешкамдың
китеүенəн һуң ете ай үткəс таптым: берҙəн-бер "ниочемский" свидание мине ҡараңғылыҡтан һөйрəп
сығарыр өсөн, килəсəгемде хəстəрлəгəн Юғары Көстəр тарафынан ойошторолған сара булды, ахыры.
Мин, хас та утыҙ йыл элек кеүек, аҡ ҡына, йомро ғына, кескəй генə йоҙроҡло, алһыу табанлы бəпесемə
ҡарап, уның йөҙөндə һеңлемде күрəм. Үҙемдең Алешкамды.
Бик тə ваҡытһыҙ телефон тырылданы.
- Алло?
- Үəт, исмаһам, маладис, ниһайəт, дөрөҫ яуапланың! Нисек һеҙ унда? – ҡолағымда Тамара
Аркадьевнаның шат тауышы гөрһөлдəне.
- Бөтə яҡшы! Тормош дауам итə! – һыҙланыуҙарымды йəшерергə мин Алешкамдан өйрəндем.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманов