Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
3 Апрель 2020, 22:39

Врач-иммунолог коронавирустың ялған симптомдарын атаны

.

Аллерголок-иммунолог Владимир
Болибоктың һүҙҙəре буйынса,
коронавирустыҡына оҡшаш ялған
ауырыу билдəлəре кешелəрҙең
артыҡ кисерештəргə бирелеүе
һөҙөмтəһендə барлыҡҡа килə.
Коронвирустың үҙҙəрендə булмаған
симптомдарын эҙлəп
табыусыларҙың бер өлөшө
ипохондриктар. Əммə бындай
осраҡтар башҡалар араһында ла
теркəлə башлаған.
Яңы ауырыуҙың донъяала бик тиҙ
таралып, ҙур үҙгəрештəргə, шулай
уҡ үлем осраҡтарына килтереүен
күреп, күптəр үҙҙəренең һаулыҡ
торошон һаҡлыҡ менəн күҙəтə башлай. Мəғлүмəт саралары тарафынан ойошторолған ҙур психологик
баҫым арҡаһында кешелəр үҙҙəрендə булмаған симптомдарҙы эҙлəп таба, ти врач. Ысынында иһə, был
ни бары артыҡ тулҡынланыуҙың һөҙөмтəһе генə.
Владимир Болибоктың һүҙҙəре буйынса, коронавирус хаҡында артыҡ күп уйлаған кешелəр ысынлап та
был сиргə тиҙ бирешеүе ихтимал. Сөнки артыҡ кисерештəр кеше организмын стресс хəленə килтерə, ə
стресс иммунитетты насарайта. Бəлки, “барыһы ла яҡшы буласаҡ” тип кенə уйларға кəрəк, тигəн фекергə
килгəнһегеҙҙер? Ашыҡмағыҙ! Оҙайлы ваҡыт ыңғай эмоциялар ғына кисергəн кешелəрҙең дə иммунитеты
ҡаҡшай, ти врач.
Фото pexels.com сайтынан
Яңылыҡ авторы: Мəликə Əхтəмова
Читайте нас: