Ҡамыр аштары - муллыҡ билдәһе. Һеҙгә тауыҡ итенән ошондай бәлеш рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табынығыҙ түңәрәк, йома кисегеҙ мөбәрәк булһын, дуҫтар!
Беҙгә өс йомортҡа, ике-өс ҡалаҡ майонез, ҡаймаҡ, он, помидор, сыр, тауыҡ ите, болгар боросо, йәшел әнис кәрәк.
Башта йомортҡаны, өсәр ҡалаҡ ҡаймаҡ менән майонезды һауытҡа һалып туғыйбыҙ, он өҫтәйбеҙ. Ҡуйы ҡаймаҡ һымаҡ булырға тейеш. Шунан майланған формаға әҙер ҡатнашманы ҡойоп, ҡыҙҙырылған тауыҡ, болгар боросо өҫтәйбеҙ. Артабан помидорҙы түңәрәкләп киҫеп, өҫтөнә теҙәбеҙ. 200 градусҡа тиклем йылытылған мейестә өҫтө ҡыҙарғансы бешерәбеҙ, әнис, ҡырылған сыр һибәбеҙ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Taui-iten-n-b-lesh-193988/