Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
3 Апрель 2020, 17:52

СПИД-та көсəйə

.

Йыл башынан алып
республикала 636 ВИЧинфекциялы кеше асыҡланған.
Шуларҙың 373-ө – ир-егеттəр, 263-
ө – ҡатын-ҡыҙҙар. 36 кеше был
сирҙе үткəн аҙнала ғына йоҡторған.
Республика инфекция
ауырыуҙарына һəм СПИД-ҡа ҡаршы
көрəш һəм профилактика үҙəгенəн
хəбəр итеүҙəренсə, Өфөлə 12 кеше
зарарланған: Калинин менəн
Орджоникидзе райондарында өсəр
кеше, Совет районында – икəү,
Киров һəм Ленин райондарында – берəр. Шулай уҡ Күмертау, Сəтрлетамаҡ, Ейəнсура, Баймаҡ, Йылайыр,
Салауат райондарында ВИЧ-инфекциялы икешəр кеше асыҡланһа, Октябрьский, Сибай ҡалаларында
һəм Əлшəй, Асҡын, Архангел, Баҡалы, Благовещен, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы, Мəлəүез,
Мəсетле, Стəрлетамаҡ, Стəрлебаш һəм Тəтешле райондарында берəр кеше. Зарарланыусылар
араһында 108 ауырлы ҡатын, ВИЧ-инфекциялы əсəнəн 86 бала тыуған. Ауырыуҙы йоҡотороуҙың төп
ысулы булып, ғəҙəттəгесə, енси юл килə.
Фото:Яндекс.
Яңылыҡ авторы: Сажиҙə Лотфуллина 
Читайте нас: