Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
3 Апрель 2020, 17:34

ОРХИДЕЯ СӘСКӘҺЕН КҮСЕРЕП УЛТЫРТЫУ СЕРҘӘРЕ

.

1-се аҙым.
Орхидеяны һауытынан сығарып ҙур һауытҡа һалырға. Еңел генә сыҡмаһа, тамырҙары имгәнмәхен өсөн һауытын аҙ генә ҡырҡыр кәрәк.
Һау орхидеяны һыуыттан сығарыуы ауыр, сөнки тамырҙары көслө була. Ә бына ауырыу орхидеяны тиҙ генә һауыттан бушатып була.
2-се аҙым.
Тамырҙарҙың аламаларынан таҙартырға һәм йыуырға. Үҙ ара сырмалып бөткәндәрҙе ипләп кенә ысҡындырырға. Тамырҙары еңел генә ысҡынмаһа, уны 15 - 20 минутҡа йылы һыуға тығып торорға.
3-сө аҙым.
Серегән тамырҙарҙы ҡырҡып алырға. Аҙаҡ активлаштырылған күмерҙе ыуаҡлап ҡырҡҡан тамырға һибергә.
4-се аҙым.
Һарғайған япраҡтарҙы ла алып ташларға. Сәскә ата торған олондо ла төбөнә 0,7 - 1 см еткермәй ҡырҡырға кәрәк.
5 се аҙым.
Ҡырҡып ташлаған ерҙәрҙе эшкәрткәндән һуң орхидеяны яңы һауытҡа ултыртабыҙ. Иң яҡшы ашлама - эре ҡарағай ҡабығы. Ә һыу һаҡланһын өсөн мүк оҫтәйбеҙ. Ағас күмере ла ҡушырға була. Ни тиклем ашлама эре була, шул хәтлем тамырҙарға тын алыу яҡшы буласаҡ. Һауыт-һаба һайлаған ваҡытта тамырҙарҙың күләменә ҡарар кәрәк. Сөнки тамырҙы төшөргән ваҡытта 1 - 2 см һауыт ситенә теймәҫкә тейеш.
Һауыттың төбөнә эре ҡабыктар, уның өҫтөнә аҙ-мәҙ ыуаҡтарын һалабыз. Сәскәнең олонон ҡул менән тотоп торабыҙ һәм тирә- яғын ҡабыҡтар менән тултырабыҙ. Тамырҙарҙың иң өҫкө яғын еңелсә генә батырабыҙ.
7-се аҙым.
Күсерелеп ултыртҡан орхидея сәскәһен, тамырҙары нығынғанса һалҡынса булған ергә ултыртырға. 1 аҙна һыу ҡоймаҫҡа ла була. Япраҡтарына ғына һыу һиптерерга була. Беренсе тапҡыр һыу ҡойған ваҡытта фотоспарин йә фунгицид ҡушырға була.

Нэркэс Валиуллина

Читайте нас: