Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
3 Апрель 2020, 22:52

Илһөйә Бәҙретдинова борсоуға һалды...

/

Әлеге мәлдә халыҡҡа өйҙә ултырыу күңелһеҙ булмаһын тип күп кенә башҡорт-татар артистары тамашасылары менән бәйләнеште өҙмәҫкә тырыша: социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙар, онлайн концерттар ойошторалар.

Ошондай концертты Салауат Фәтхетдинов, Ришат Төхвәтуллин, Фирдүс Тямаев, Илназ Сафиуллин һ.б. ойошторҙо. Ә бына Илһөйә Бәҙретдинованы тамашасылары "юғалтҡан" икән. Был көндәрҙә уға "Нишләп онлайн концерт ҡуймайһығыҙ?", "Ниңә тура эфирға сыҡмайһығыҙ?" кеүек хаттар бик күп килә икән.

Ә яуап тамашасыларҙы борсоуға һалды. "Мин тешемә һәм аяғыма операция яһаттым, дуҫтар. Йырлау түгел, һәйбәтләп һөйләшә лә алмайым әлегә... Аҡһаҡ-туҡһаҡ йылмайып ҡына йөрөйөм. Бына яйланып бөтәйем генә әле..." ‒ тип яҙған артист үҙенең Инстаграмдағы сәхифәһендә.

Илһөйә Бәҙретдинованың тиҙерәк һауығып, беҙҙе матур тауышы менән артабан да һөйөндөрөүен теләйбеҙ. Сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!

Фото: "Татар-информ".
Автор: Самат Ғәлин.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Il-y-B-retdinova-borsou-a-aldi-201243/
Читайте нас: