Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
3 Апрель 2020, 17:18

Хеҙмәткәрҙәр тураһында мәғлүмәт көтәләр

.

Бөгөн республикалағы эш биреүселәрҙең барыһы ла үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәре тураһында мәғлүмәт еткерергә тейеш. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән коронавирус сиренең таралыуын иҫкәртеүгә арналған оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы ил предприятиеларында мәшғүллеккә булышлыҡ итеү сараларын ғәмәлгә индерә. Ведомство “Рәсәйҙә эш” (“Работа в России”) порталында эш биреүселәр тәҡдим иткән мәғлүмәттәргә таяна. Был илдәге объектив хәлде күҙаллау өсөн эшләнә.
Форманы тултырыу өсөн бер нисә минут кәрәк. Ведомствоны хеҙмәткәрҙәр һаны йәки уның үҙгәреүе, мәшғүллек тәртибе, шул иҫәптән арауыҡта эшләү тураһындағы мәғлүмәттәр ҡыҙыҡһындыра.
Радий Хәбиров муниципалитеттарға ла ошо эшкә ҡушылып, белдереүҙе эш биреүселәргә йылдам еткерергә ҡушты. Министрлыҡтың сайтында был турала ентекле хәбәр ителә.
Ленара Иванова белдереүенсә, ведомство гражданды эшһеҙ тип таныу тураһындағы белешмәне онлайн тәртибендә алыуҙы тәьмин итеү йәһәтенән сара күрә. Был ауыр хәлдә ҡалғандарға кредит түләүҙе кисектереү йәки уларҙы рефинанслау мөмкинлеген бирәсәк.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: