Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
3 Апрель 2020, 22:34

Халыҡты ниндәй һорауҙар ҡыҙыҡһындыра?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән бөгөнгө брифингта халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ҡыҫҡаса яуаптар менән таныштырабыҙ. - Поликлиникаға барғанда тикшереүселәргә ниндәй документ күрһәтергә кәрәк? - Махсус талаптар билдәләнмәгән. Ҡабул итеүгә яҙылыуҙы раҫлаған, шәхси кабинеттан алынған яҙыу йәки дауаханаға электрон йүнәлтмә, телефондағы скрининг – изоляция режимын боҙоуҙың сәбәбен раҫлаған документтар. Ашығыс йәки кисектергеһеҙ ярҙам кәрәккәндә, "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. - Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәйриә ярҙамын алырға әҙер. Ошо хаҡта аңлатма бирһәгеҙ ине. - Төбәк һәм федераль бюджеттан бүленгән средстволар маҡсатлы, улар шәхси һаҡлаусы һәм медицина изделиелары алыуға тотонола. Бынан тыш, күп төрлө көнкүреш, техник изделиелар һәм тауарҙар талап ителә. Кәрәкле предметтар исемлеге министрлыҡ сайтында буласаҡ. Хәйриә ярҙамы тураһындағы һорауҙар менән электрон почта аша бәйләнешкә инергә мөмкин: govid19.gldoktorrb.ru. - Битлектәр ҡасан була? - Көн һайын битлек һәм антисептиктар килеп тора. Тәү сиратта медицина ойошмаларының ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелә. Битлекте башҡа кешеләр менән осрашырға тура килгәндә кейергә кәрәк. Бер үҙең урам буйлап барғанда уны кейеү мотлаҡ түгел. - Төбәк-ара автобустар йөрөмәй. Билеттарға аҡсаны нисек ҡайтарырға? - Был һорау менән 8-347-218-10-00 телефонына шылтыратығыҙ. Ҡала һәм райондар араһында автобустар йөрөй, тик маршруттар ҡыҫҡартылды. Эш биреүселәр “Башавтотранс”ҡа эшселәрен йөрөтөү өсөн, кеше һанын күрһәтеп, заявка бирә ала. - Тимер юл вокзалында сикләү бармы? - Пассажирҙар бары билеттар менән генә индерелә. Оҙатыусылар һәм ҡаршы алыусылар - юҡ. Вагондар тәүлегенә дүрт тапҡыр йоғошһоҙландырыла. - Ҡайһы электричкалар йөрөмәй? - Шаҡша – Дим электричкаһы йөрөмәй. Өфө – Урман һәм Раевка – Өфө йүнәлешендә пассажирҙар ташыу 40 процентҡа кәмене. 25 майҙан Өфө – Адлер – Приобье поездары туҡтатыла. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.Автор: Дина Арсланова

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән бөгөнгө брифингта халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ҡыҫҡаса яуаптар менән таныштырабыҙ.
- Поликлиникаға барғанда тикшереүселәргә ниндәй документ күрһәтергә кәрәк?
- Махсус талаптар билдәләнмәгән. Ҡабул итеүгә яҙылыуҙы раҫлаған, шәхси кабинеттан алынған яҙыу йәки дауаханаға электрон йүнәлтмә, телефондағы скрининг – изоляция режимын боҙоуҙың сәбәбен раҫлаған документтар. Ашығыс йәки кисектергеһеҙ ярҙам кәрәккәндә, "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.
- Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәйриә ярҙамын алырға әҙер. Ошо хаҡта аңлатма бирһәгеҙ ине.
- Төбәк һәм федераль бюджеттан бүленгән средстволар маҡсатлы, улар шәхси һаҡлаусы һәм медицина изделиелары алыуға тотонола. Бынан тыш, күп төрлө көнкүреш, техник изделиелар һәм тауарҙар талап ителә. Кәрәкле предметтар исемлеге министрлыҡ сайтында буласаҡ. Хәйриә ярҙамы тураһындағы һорауҙар менән электрон почта аша бәйләнешкә инергә мөмкин: govid19.gldoktorrb.ru.
- Битлектәр ҡасан була?
- Көн һайын битлек һәм антисептиктар килеп тора. Тәү сиратта медицина ойошмаларының ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелә. Битлекте башҡа кешеләр менән осрашырға тура килгәндә кейергә кәрәк. Бер үҙең урам буйлап барғанда уны кейеү мотлаҡ түгел.
- Төбәк-ара автобустар йөрөмәй. Билеттарға аҡсаны нисек ҡайтарырға?
- Был һорау менән 8-347-218-10-00 телефонына шылтыратығыҙ. Ҡала һәм райондар араһында автобустар йөрөй, тик маршруттар ҡыҫҡартылды. Эш биреүселәр “Башавтотранс”ҡа эшселәрен йөрөтөү өсөн, кеше һанын күрһәтеп, заявка бирә ала.
- Тимер юл вокзалында сикләү бармы?
- Пассажирҙар бары билеттар менән генә индерелә. Оҙатыусылар һәм ҡаршы алыусылар - юҡ. Вагондар тәүлегенә дүрт тапҡыр йоғошһоҙландырыла.
- Ҡайһы электричкалар йөрөмәй?
- Шаҡша – Дим электричкаһы йөрөмәй. Өфө – Урман һәм Раевка – Өфө йүнәлешендә пассажирҙар ташыу 40 процентҡа кәмене. 25 майҙан Өфө – Адлер – Приобье поездары туҡтатыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: