Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
3 Апрель 2020, 17:26

Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙы ла өйҙә генә...

/

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙы Гүзәл бөгөн өйҙә генә ултыра, бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәй. Донъялағы һәм илдәге хәл-ваҡиғаларға бәйле Гүзәл инстаграмда үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша. Яратҡан йырсыбыҙҙың ҡыҙы нимәнән ҡурҡа?
«Барыһы ла үтер, һәм был да үтәсәк. Минең карантиндағы тормошом ябай, декрет тормошонан әллә ни айырылмай. Әлбиттә, йәштәргә ҡарағанда, әсәй кешегә өйҙә ултырыу еңел бирелә. Тик беҙҙең баш мейеһе ҡайһы саҡ аптырата: әле беҙҙән өйҙә ултырыуыбыҙҙы һорайҙар, ә күңел ҡайҙалыр ашҡына", - ти Гүзәл. Ул бөгөн һәр кемде ялҡытҡан теманан туйҙым тип белдерә һәм ошо сиргә бәйле яңылыҡтар эҙләп, төрлө мәғлүмәттәрҙе асыҡлап көнөм үтә, ти.
"Бигерәк тә һуңғы көндәрҙә әлеге хәлдәр миңә ныҡ баҫым яһай. Ҙур рәхмәт яҡындарыма, карантин осоронда ла, мине һөйөндөрөү ысулын күрәләр, нәҡ бына хәҙер был айырыуса мөһим", - ти йырсының ҡыҙы.
Гүзәл: "Өйҙә генә ултырығыҙ, балалар өсөн, ата-әсәләр өсөн, минең ирем кеүек эшкә йөрөргә мәжбүр булғандар өсөн. Мин дә яҙғы ҡала буйлап йөрөргө теләйем. Әммә тормошобоҙға ҡурҡыныс янағанда, был шулай мөһимме һуң? Беҙгә бар ауырлыҡтың да үтеүен иҫтә тотоу мөһим. Был да, һис шикһеҙ, үтәсәк!» - тип яҙа Гүзәл инстаграмдағы сәхифәһендә.
Әйҙәгеҙ, Гүзәлдең фекеренә ҡушылып, өйҙә генә ултырайыҡ.

Фото: Matbugat.ru
Автор: Самат Ғәлин.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ay-ar--limovti--i-i-la-y--gen-198506/
Читайте нас: