Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
3 Апрель 2020, 17:14

Аҙыҡ-түлекте нисек эшкәртергә?

/

"Роспотребнадзор" идаралығы коронавирус эпидемияһы ваҡытында магазиндан һатып алған аҙыҡ-түлекте нисек эшкәртергә кәрәклеге тураһында аңлатма бирҙе.
“Емеш-еләкте, йәшелсәне яҡшы итеп йыуырға кәрәк, ә төргәктәге аҙыҡ-түлектең тышын антибактериаль салфеткалар менән эшкәртегеҙ. Әгәр аҙыҡ герметик ҡапҡа төрөлгән булһа, һабын менән йыуығыҙ.
Заказ буйынса ҡабул иткән осраҡта ла, килтерелгән барлыҡ аҙыҡ-түлекте шулай уҡ эшкәртегеҙ, һуңынан ҡулығыҙҙы һабын менән йыуығыҙ. Заказығыҙҙы курьер ҡулынан алмағыҙ, пакетты ишек төбөндә ҡалдырыуҙарын һорағыҙ. Заказ өсөн түләүҙәрҙе лә карта аша башҡарығыҙ”, - тиелә ведомство сайтында.
Фото: Global Look Press.
Автор: Римма Султанова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/A-i-t-lekte-nisek-eshk-rterg-200408/
Читайте нас: