Нәсимә ҡыҙын аспирантураға уҡырға инергә өгөтләй: уҡытыусының эш хаҡы ла ташҡа үлсәйем, ҡырҡ ата балаһына, ата-әсәләргә лә ярарға кәрәк. Хәҙер бөтәһе лә законды ныҡ белә.
Уныһы шулай ҙа ул. Әммә үҙ һөнәре буйынса эш тапмай, йә һатыуҙа, йә башҡа эштә йөрөгәндәр әҙме ни? Биш йыл буйы мейе серетеп алған дипломыңдың кәрәге лә шул тиклем инде.
Ҡыҙын ауылға ҡайтарғыһы килмәүенең сәбәбе икенсе: Нәсимә йәш сағында яратып йөрөгән Әхмәттең улы менән дуҫлашып йөрөй. Егетте яманлап булмай: аграр университеттың механика факультетын тамамлап ҡайтып, фермер булып китте. Әллә йылдар уңай тура килде, әллә үҙенең тырышлығы, Хоҙайҙың ҡушыуымы, ике йыл рәттән мул уңыш алды. Атаһы күпләп умарта тота. Балы күп була. Ғаиләһе менән йомарт кешеләр, шуға эштәре алға бара, тиҙәр. Шулайҙыр, яҙ сәсеү бөткәс, Искәндәргә тип, шыңғырлап торған ҡарағайҙан бура күтәреп, башын ябып та ҡуйҙылар.
Ошо йортҡа килен булып төшөргә хыялланған нисә ҡыҙ бар икән? Нәсимә бөтәһен дә аңлай, тик нисек элекке көндәше менән ҡоҙағый булып, Әхмәткә «ҡоҙа» тип өндәшһен?! Ҡоҙа, тип, армияға киткәнсе бер-ике тапҡыр оҙата килгәйне инде. Ҡыҙының, ҡайтам, тигәне иҫенә төштө лә, үҙе уға шылтыратты.
– Магазиндар буйлап йөрөй алмайым, буласаҡ кейәүегеҙҙе таныштырырға алып ҡайтам, – тине ҡыҙы.
– Аллаға шөкөр, – тип ҡыуанды Нәсимә, – теләктәремде ишетте Хоҙайым.
Шатлығын баҡсала йөрөгән иренә еткерергә ашыҡты.
– Зәлифә кейәү алып ҡайта, йорт тирәһен йыйыштыр.
– Нисек алып ҡайта? Искәндәрҙе яңы ғына ауылда күрҙем.
– Искәндәрҙе уйлаған кеше юҡ, ҡаланан алып ҡайта...
Ялтлап торған иномаркала килеп төшөргә тейеш ине йәштәр. Улай булманы шул... Ҡапҡа төбөнә әллә ҡасан сыҡҡан, иҫке генә «Ока» машинаһы килеп туҡтаны.
Тәүҙә ҡыҙҙары, унан һаҡал-мыйыҡ баҫҡан әзмәүерҙәй егет килеп төштө. Нисек «Ока»ның уға көсө еткәндер ҙә, был ҡорһағы менән нисек руль артына һыйғандыр.
– Йә, Зәлифә, таныштыр буласаҡ ирең менән.
– Мин – Норис. Паспортымда – Нурислам. Шул булғанмы исем?
Иң тәүҙә барып Нәсимәне ҡосаҡлап алды, унан – Камилды.
Кеше-ҡара күргәнсе тип, Нәсимә ҡунаҡты өйгә саҡырырға ашыҡты...
Табын әҙер ине. Өҫтәл артына ултырғас, ризыҡҡа күҙ йүгертеп сыҡты ла, Камилға ҡарап:
– Батя, танышыу хөрмәтенә берәй нәмә йотоп ҡуймайбыҙмы? Аш үткәрерлек.
Нәсимә рюмкалар килтереп ҡуйҙы.
– Рюмка менән ауыҙ бысратып тормайбыҙ инде.
Зәлифәгә боролдо:
– Бар әле, стакан килтер.
Камил был бәндә иҫереп киткәнсе ҡайһы бер нәмәләрҙе һорашып ҡалырға ашыҡты:
– Ҡайһы яҡтан һин?
– Һеҙҙең күрше райондан.
– Атай-әсәйең бармы, иҫәндәрме? Өйләнеүеңә улар ризамы һуң?
– Иҫәндәрҙер, күптән ҡайтҡаным юҡ. Өйләнеүгә килгәндә, уларҙан кем һорап тора? Үҙ көнөмдө үҙем күрәм. Хәҙер, өйләнгәс, тормош еңеләйер, малығыҙ күп икән – иттән, май-ҡаймаҡтан өҙмәҫһегеҙ. Үлеп яратам ауыл ҡаймағын.
Табын артында тик буласаҡ кейәү генә һөйләне, башҡаларҙы тыңламаны. Әммә ҡайҙа эшләй, йәшәй, белеме тураһында һорау бирһәләр, оҫта ғына яуаптарҙан ҡаса.
Нәсимәнең башын бер уй борсой: «Был «кейәү»ҙе йоҡларға ҡайҙа һалырға, төндә ҡыҙҙың эргәһенә килһә, нимә эшләрһең?! Кәүҙәһе кәүҙәме, йоҙроҡтары сүмес тиклем».
Мәсьәлә еңел хәл ителде: телефоны шылтыраны «кейәү»ҙең. Тышҡа сығып һөйләште лә, инеп:
– Братандар саҡыра, ҡайтып килергә кәрәк. Оҙаҡламай килеп етермен. Юғалтмағыҙ. Не скучай, – тип Зәлифәгә йылмайҙы. Уға ҡарап күҙ ҡыҫты ла, сығып та китте.
Нәсимәнең өҫтөнән йөк төшкәндәй булды, унан ажарланып ҡыҙына ташланды.
– Был әҙәмде ҡайҙан таптың? Уҫал, эсә, күп һөйләй, бик уҫал, ахырыһы.
– Тап һин теләгән кейәү, әсәй. Кем әйтте, ир булғас, эсһен әҙерәк, буйына һеңдерһен, тип. Искәндәрҙең бөтөнләй эсмәгәненә көлдөң. Үтә йыуаш, тинең. Ир булғас, төртөп йыҡһын, тартып алһын. Искәндәр йыуаш түгел ул: кеше менән кешесә һөйләшә белә. Нисә йыл айнымай эскән алтын ҡуллы егеттәр хәҙер ана нисек тырышып эшләй. Совхозға баш инженер итеп саҡыралар, бармайым, мин бында кәрәгерәк, ти.
– Шул, шул, бер бөртөк ҡыҙым ҙур ерҙә эшләр, ҡалала йәшәр, ауыл эшенән ҡотолор, тигәйнем.
– Ниндәй ауыл эше, – тип һүҙгә ҡушылды атаһы. – Кер йыумайһың, йыуған, сайҡаған керҙе элергә генә ҡала. Өйҙә газ: утын яғып, көл түкмәйһең. Һыйыр һауа торған аппарат та бар. Дауам итәйемме?
– Кәрәкмәй. Һыйыр ҡайғыһы юҡ бында. Ҡыҙыбыҙҙы бынау ғибрәткә биреп ебәрәбеҙме? Бирмәһәң, он-талҡан итер...
– Ҡасан килә? – тип ҡыҙына боролдо.
– Мин уның менән һеҙҙән айырым һөйләшмәнем. Уға кейәүгә сығырға үҙем теләп риза булған тиһегеҙме? Иптәш ҡыҙым менән кафеға ингәйнек, шунда бәйләнде. «Миңә кейәүгә сыҡмаһаң, мыҫҡыл итеп, аяҡ-ҡулыңды һындырып китәм», – тине.
– Аллам, – тип ыуаланды Нәсимә. – Искәндәр ҡайҙа йөрөй икән? Ярҙам итһә, ул ғына ярҙам итә, әллә полицияға шылтыратайыҡмы?
– Ә теге әзмәүер братандары менән йөрөп, килмәһә, ложный вызов, тип штраф түләтһәләр.
– Эйе шул. Искәндәр ошо ваҡытта конторға үтә ул, – тип бойорҙо ҡыҙына. – Ҡаршы сыҡ.
– Ни эшләп мин сығайым? Искәндәр артынан үҙе йөрөй, тиерҙәр. Уны күҙәткәндәр күп ул.
– Камил, бар, үҙең ҡаршыла.
– Ул бит һинән ҡурҡа, ир башым менән, беҙгә ин, тип йөрөй алмайым, – сәғәткә ҡараны, – теге башкиҫәр ҡасан киләм тине?
– 3 – 4 сәғәттән, тине шикелле.
– Үҙем сығам инде, – тине Нәсимә. – Нимә тиермен икән?
– Әйҙә, әйҙә, һинме һүҙ тапмай торған ҡатын?!
– Кер машинаһы «ерундит» итә. Ҡарап сыҡ әле, тиермен. – Яулығын ипләп ябынды ла сығып китте.
– Бәләкәй саҡта ишеткән бер таҡмаҡ иҫемә төштө әле, ҡыҙым.
Анау килгән машинаға
Тейәгәндәр түбәсәй.
Алам, тинем, бирмәнеләр,
Хәҙер үҙҙәре көсләй.
Беҙҙең хәлдәр ҙә ошолай бит.
– Был «спектакль»гә таҡмаҡ ҡына етмәй ине, – тине Зәлифә.
– Ниндәй спектакль?
– Ул теге кейәү түгел, артист. Искәндәр менән көрәш секцияһына йөрөгәндә танышып, дуҫлашҡандар.
– Артистыр шул, араҡыны стаканлап ебәрә. Ни арала стаканды түңкәрҙе. Күрмәй ҙә ҡалдым.
– Хәҙер артистарҙың күбеһе эсмәй. Ул егет бит көрәшсе.
– Эсте шул, полиция туҡтатһа, «право»һыҙ ҡала инде, – әле генә дошман күргән егетте йәлләй башланы Камил.
– Беҙ бит Өфөнән үк һөйләшеп сыҡтыҡ. Мин уға буш стакан бирҙем, ә араҡылы стакан өҫтәл аҫтында ултыра.
– Артист ҡына түгел, фокусник та икән! Көрәшсе, тинең, ә ни эшләп ҡорһағы ул тиклем ҙур?
– Эйе, атай, «эс» ҡуйып алды. Уны кинола, спектаклдә ауырлы ҡатын-ҡыҙ кейә.
Тағы ниндәй һорауҙары булғандыр Камилдың: ҡапҡа, унан ишек асылды, өйгә еңеүсе ҡиәфәтендәге Нәсимә менән, бик аптыраған булып, Искәндәр килеп инде. Зәлифә бармағын ирендәренә ҡуйып, башын сайҡаны. Ирҙәр былай ҙа телде теш артында тоторға икәнде аңлағайны.
Фото: Т.Аманов