Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
2 Апрель 2020, 23:03

Күҙ күңел көҙгөһөмө?

/

Күҙҙең төҫө менән сәләмәтлек араһында ниндәй бәйләнеш бар? Был йәһәттән Питтсбург ғалимдары нимә тип белдергән?
Юҡҡа ғына элек-электән, күҙ – күңел көҙгөһө, тип әйтмәгәндәрҙер. Тап уларҙың кешенең ниндәй сиргә бирешеүсәнлеге хаҡында һөйләүе ихтимал. Ә тикшереүҙәр бына нимәне күрһәткән: яҡты төҫтәге, бигерәк тә зәңгәр күҙлеләр, төрлө һыҙланыуҙарҙы ауырыраҡ кисерә икән. Шул уҡ ваҡытта улар меланоманан йыш йонсоһа, ҡара күҙлеләрҙең катаракта менән сирләүе мөмкин.
Организмдың һиҙгерлегенә килгәндә, һоро күҙлеләр, зәңгәр күҙлеләренә ҡарағанда, күпкә етеҙерәк. Шуға улар спортта ла яҡшы уңыштарға өлгәшеүсән. Ә бына икенселәре, киреһенсә, тиҙ генә аныҡ ҡарар ҡабул итеүгә һәләтле.
Ҡара күҙлеләр, ғәҙәттә, лидер булһа, йәшел күҙлеләр ышаныусан һәм тоғро. Һоро күҙлеләр иһә һалҡын ҡанлы һәм тотанаҡлы, күк күҙлеләр ғәҙел һәм уларҙың ни ҡылырын алдан күҙаллап бумай. Хамелеон күҙлеләр иһә һалҡын ҡанлы һәм тыныс холоҡло икән.
Автор: Айһылыу Низамова.
Читайте нас: