Был айҙа Рәсәй почтаһы хеҙмәткәрҙәре пенсия һәм пособиеларҙы өйҙәргә йөрөп таратасаҡ. Эпидемиологик хәл тотороҡланғансы Рәсәй почтаһы халыҡты мөмкин тиклем йорттарында тотоуҙы хуплай. Әлеге көнгә ҡәҙәр Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 6,5 проценты пенсия, пособиеларын почта бүлексәләренән шәхсән барып ала. Әммә апрель айында почтальондар был вазифаны ваҡытлыса үҙ иңенә алып, клиенттарының өйҙәренә үҙҙәре барасаҡ.
Республикала йәшәүселәр шулай уҡ контакт үҙәгенең бушлай 8-800-1-000-000 телефон һанына шылтыратып, почтала һатылған кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлекте өйҙәренә алып килеүгә заявка ҡалдыра ала. Бынан тыш, мобиль почта-касса терминалы булған хеҙмәткәрҙәре саҡыртып, коммуналь түләүҙәрҙе лә атҡарып ҡуйырға мөмкин. Хатта ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ҙа ойошторола.Был сервис почтала хеҙмәтләндерелгәндән бер нәмәһе менән айырылмай, аҡсаһын түләй ҙә, касса чегын ала.
Компания сайты һәм мобиль ҡушымта аша посылка һәм башҡа ваҡ пакеттарҙы йортҡа килтереү хеҙмәте, EMS-ебәреүҙе ойоштороу өсөн курьер саҡырыу, гәзит-журналдарға яҙылыу, дәүләт органдары менән электрон форматта юридик әһәмиәтле яҙышыу, коммуналь хеҙмәттәр түләү ҙә башҡарыла. Онлайн сервисы почта бүлексәһендә посылка ебәреүгә киткән ваҡытты кәметә.
Рәсәй почтаһы клиенттарҙы бүлексәләргә мөмкин тиклем йөрөмәҫкә, дистанцион хеҙмәтләндереү каналдарына өҫтөнлөк бирергә саҡыра. Роспотребнадзор тәҡдименә ярашлы бүлектәрҙә клиенттарҙың һанын кәметеү яҡлы. Сиратта торғанда улар бер-береһенән 1,5-2 метр алыҫлыҡта торорға тейеш. Иҙәнгә билдә яһала. 2 һәм 3 апрелдә почта бүлексәләре ябай режимда эшләй. Үҙгәрештәр хәбәр ителәсәк.
https://ataysal.rbsmi.ru/news/A-sa-i-i-yg-alip-kil-l-r-198492/