Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
31 Март 2020, 14:54

Йондоҙнамə (30 март – 5 апрель)

.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Алдығыҙҙа яңы мəсьəлəлəр ҡалҡып
сығыр. Уларҙы уңышлы хəл итеү
абруйығыҙҙы күтəрер. Элек алған
белемдең дə кəрəге тейер. Был
арала йондоҙҙар юхаланмай,
асыҡтан-асыҡ эш итергə кəңəш итə.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна һеҙҙең өсөн мөһим буласаҡ.
Ҡайһы бер элек аңламаған
нəмəлəргə төшөнөрһөгөҙ,
хаталарығыҙҙы асыҡ күрерһегеҙ. Шаршамбыла һəйбəт яңылыҡтар килер. Тик ҙур эштəрегеҙҙе башлап ебəрергə ашыҡмағыҙ, башта
барыһын да ентеклəп уйлағыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Матди хəлегеҙ һəйбəтлəнер. Тап был арала күптəн көткəн аҡсаны ла алырһығыҙ. Кеше кəңəштəрен дə
ишетерһегеҙ. Улар араһында кəрəген һайлай белһəгеҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Йомала һəйбəт ваҡиғалар
көтөгөҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Мəл килəсəккə маҡсаттар ҡороу өсөн уңайлы. Ваҡыт үтеү менəн бəғзелəрен тормошҡа ла ашыра
алырһығыҙ. Шаршамбы файҙалы аралашыу өсөн өмөтлө. Ҡайһы бер фекерегеҙҙе кешелəргə еткерə
алырһығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙнаның тəүге яртыһында күп эш башҡарырһығыҙ. Үҙ көсөгөҙгə булған ныҡлы ышаныс һəр саҡ
булышлыҡ итер. Хаталаныуҙың ихтималлығы бик түбəн буласаҡ. Шаршамбынан һуң бер аҙ
арығанығыҙҙы һиҙерһегеҙ.
Игеҙəктəр (22.05 – 21.06)
Был көндəр һис тə тыныс булырға оҡшамай. Төрлө мəшəҡəт күбəйер. Бөтөнлəй уйламаған яҡтан ярҙам
килер. Элек һеҙҙе һəр саҡ тəнҡитлəгəн кешелəрҙең ныҡлы булышлығын тойорһоғоҙ. Ə йомала,
киреһенсə, кəңəштəрҙе тыңламаҫҡа ҡушыла.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна аҙағында яһаған аҙымдарығыҙ килəсəгегеҙ өсөн мөһим буласаҡ. Ал дығыҙҙа торған ҡайһы бер
мəсьəлəнең бөтөнлəй хəл итə алмаҫлыҡ һымаҡ күренеүе мөмкин. Əгəр кəңəш бирерлек ышаныслы
кешене таба алһағыҙ, бер нəмəнəн дə ҡурҡмағыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала бик һаҡ эш итегеҙ. Бер аҙға əүҙемлегегеҙгə кəметегеҙ. Шишəмбе һəм йомала янығыҙҙағылар
менəн ҡаршылыҡтар килеп сығыуы бар, хатта һəр саҡ һеҙгə яҡын булғандар менəн дə. Үҙегеҙ ҙə
башҡаларға кəңəштəр бирмəҫкə тырышығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар күбəйер. Тəнҡит һүҙҙəре лə йышайыр. Бəлəкəй генə хаталарығыҙ ҙа һəр саҡ
кеше күҙенə салынып торор. Үпкəлəгəнегеҙҙе күрһəтмəҫкə тырышығыҙ, барыһы ла тиҙ онотолор.
Үлсəү (24.09 – 23.10)
Аҙна башы бер аҙ күңелһеҙерəк күренер. Күңелегеҙгə ятмаған эштəр менəн булышырһығыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, һəр саҡтағыса эшегеҙҙе тырышлыҡ менəн аҙағына тиклем башҡарырһығыҙ. Ниндəйҙер тəжрибə
алыуығыҙ ҙа файҙалы булыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Төп эшегеҙҙə мөнəсəбəттəрҙең насарайып китеүе бар. Һеҙ һəр саҡ ихтирам иткəн кешелəр ҙə кире яғын
күрһəтер. Был хəлдə ғəйеплене табыуы ауыр булыр. Шаршамбынан һуң ваҡиғалар ыңғай яҡҡа үҙгəрер.
Йоманы бик һəйбəт үткəрерһегеҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Шишəмбе һəм йома башҡа көндəрҙəн ыңғай яҡтары менəн айырылып торор. Ҡыйынлыҡтар осраһа ла,
барыбер алға бара алырһығыҙ. Шаршамбыла эске тауышығыҙ ниндəйҙер бəлəнəн ҡотолорға булышлыҡ
итер.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Өмөтбай
Читайте нас: