Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
31 Март 2020, 15:02

Уларға ҡарата иғтибарлыраҡ булыр кәрәк

.

Апрель башында Бөтә донъя аутизм проблемалары хаҡында мәғлүмәт таратыу көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы замандашыбыҙ, өс бала әсәһе, әүҙем, булдыҡлы ҡатын Лена Мөзиповаға мөрәжәғәт иттек. Уның бәләкәс улына “аутизм” диагнозы ҡуйылған. Аутизм проблемаһы менән күҙмә-күҙ осрашҡан ата-әсәләргә ҡатындың әйтер һүҙе бар:

– Һәр саҡ өмөт бар – шуны онотмағыҙ. Илап-һыҡтап һәм ғәйеплене эҙләп кенә балаға ярҙам итеп булмай. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, үҙегеҙҙе ҡулға алып, медицина тикшереүҙәре үтергә, дауалауҙа төрлө алымдарҙы ҡулланып ҡарарға саҡырам.
Тағы ла иң мөһим ғәмәлдәрҙең береһе – баланы ғаиләлә нисек бар шулай ҡабул итергә тырышығыҙ, уның уҡыуға, ниҙер өйрәнеүгә һәләтлелек кимәлен асыҡлағыҙ. Мәҫәлән, ябай ғына эш: ҡалаҡ тоторға өйрәтеү. Һау бала өсөн был бөтөнләй ҡатмарлы булмаһа, аутист өсөн ҙур проблема булыуы ихтимал. Ипләп кенә, уйын формаһында күрһәтеп, тоттороп ашатып өйрәтеү, был ғәмәл өсөн күпме ваҡыт сарыфланғанын теркәп ҡуйыу фарыз. Ғөмүмән, мин күп нәмәләрҙе яҙып барам, уңыштарҙы теркәйем, проблемаларҙы билдәләйем.
Интернет селтәрендә мәғлүмәт күп: уҡыйым, сағыштырам, файҙалы урындарын үҙләштерәм, һынап ҡарайбыҙ. Һөҙөмтә булғандай тойолһа, артабан хәрәкәт итәбеҙ. Ғөмүмән, улымдың һаулығы өсөн бер ни ҙә йәл түгел – кәрәк икән, донъяны арҡырыға-буйға йөрөп сығырға, әмәлен табырға тырышасаҡбыҙ. Баланы нимәгәлер өйрәтеү өсөн ҡул аҫтындағы әйберҙәр ҙә ярай. Уйынсыҡтарҙы, шөғөлләнеү өсөн кәрәкле нәмәләрҙе беҙ, мәҫәлән, үҙебеҙ яһайбыҙ. Фантазия етмәһә, интернетта алымдар бихисап.
Ғаиләлә сирле бала бар икән, ул, һис шикһеҙ, ваҡытты, иғтибарҙы, көстө үҙенә күберәк талап итә. Әммә был тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә барыбер ҡама­сауламаҫҡа тейеш. Беҙ дуҫтар менән осрашырға, киноға, театрға йөрөргә, сәйәхәт итергә ваҡыт табабыҙ, балаларҙы ла үҙебеҙ менән йөрөтәбеҙ. Икебеҙ ҙә эшләйбеҙ. Миңә ҡалһа, йәмғиәттә үҙ урынын табырға тырышҡан, әүҙем, ыңғай фекерле кешеләргә проблемаларҙы хәл итеү күпкә еңелерәк, шуға ла тормош ағымынан төшөп ҡалырға теләмәйем. Һеҙгә лә кәңәшем шул.
Республика клиник психотерапия үҙәгенең табип-психотерапевы Татьяна Клих был сир хаҡында ошондай аңлатма бирҙе:

– Аутизм – мейе үҫешенең ҡатмарлы боҙолоуы, уның барышында социаль дезадаптация күҙәтелә, йәғни кешенең социаль мөхит шарттарына яраҡлашыу үҙенсәлеге өлөшләтә йәки тулыһынса юҡҡа сыға. Аутистик спектрҙың боҙо­лоуы (РАС) – дөйөм термин, ул балалар аутизмы, типик булмаған аутизм, Аспергер, Ретт синдромдарына ду­сарҙарҙы берләштерә. Был тайпы­лыштарҙан яфа­ланғандар үҙ-ара социаль йоғонто яһау, коммуникация өлкәләрендә ҡыйынлыҡтар кисерә, шулай уҡ ҡы­ҙыҡһыныуҙарҙың, шөғөлдәрҙең даирәһе үтә тар һәм ҡабатланыусан була.
Фәнни тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, уларҙың барлыҡҡа килеүенең сәбәптәре төрлөсә булыуы ихтимал: генетик факторҙарҙан башлап тирә-яҡ мөхит шарттары ла мейе үҫешеүҙең иртә этаптарында тәьҫир итеүе ихтимал. Аутизм диагнозын фәҡәт табип-психиатр ҡуя, ә психологтар һәм педагогтарҙың бурысы – балаларҙағы аутизмға шикте иртә осорҙа асыҡлау. Йыш ҡына аутистик спектрҙың боҙолоуы бик һуң – бала мәктәпкә барыр алдынан ғына асыҡлана. Тикшерә башлағас, ата-әсәләрҙең баланың үҙен тотошондағы үҙенсәлектәрҙе күптән күргәне-белгәне, әммә белгестәргә мөрәжәғәт итмәүе асыҡлана. Һөҙөмтәлә ҡиммәтле ваҡыт үтеп китә, симптоматика нығына, көсәйә башлай.

Аутизм осрағындағы терапияның һәм реабилитацияның төп маҡсаты – балаларҙың, үҫмерҙәрҙең, ололарҙың дөйөм үҫеше, аутизмдың ауыр яҡтарын еңеләйтеү, үҙ-ара социаль тәьҫирҙе камиллаштырыу, когнитив тайпылыштарҙы (хәтер насарайыу, аҡыл эшмәкәрлегенең түбәнәйеүе) кәметеү тора. Был комплекслы дауалау ярҙамында тормошҡа ашырыла: дарыу терапияһы, дефектологик, психологик, педагогик, нейропсихологик коррекция, пациент һәм уның ғаиләһе менән психотерапевтик социаль эш – ошо иҫәптә.

Аутистик спектрҙың боҙолоуына дусар баланы уңышлы социалләштереү өсөн адекват белем алыу төп һәм мөһим шарттарҙың береһе булып тора. Бының өсөн махсус (коррекцион) белем биреү учреждениеларын, кластарҙы, интеграциялы (һау балалар менән ҡатнаш; инклюзив) белем биргән төркөмдәрҙе һаҡлау һәм камиллаштырыу зарур.

Аутистик спектрҙың боҙолоуының формаларына ҡарап, киләсәкте күҙаллау ҙа төрлөсә. Дөйөм алғанда, ваҡытында ҡуйылған клиник диагноз, психофармакотерапия алымдарын ҡуллана башлау, реабилитация үткәреү яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, типик булмаған аутизмдың ауыр формаларына дусарҙарҙың, Каннер синдромы менән сирләүселәрҙең 20 проценты буйынса күҙаллауҙар насар, когнитив дефицит күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта аутистик спектрҙың боҙолоуы асыҡланғандарҙың 70 процентында терапиянан һуң тотороҡло ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә, сирлеләрҙең 10 проценты тулыһынса һауыға.
Фото: autizm-aura.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: