Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
31 Март 2020, 14:48

«Ҡоҙа» (Хикəйə)

.

Барыһы ла клубҡа концерт ҡарарға киткəс, өйҙə бер үҙем
генə тороп ҡалдым. Шулай яңғыҙым ғына бул ғанда,
яйлап тороп өй йыйыштырырға яратам мин. Бəлəкəйҙəн
эшлəп үҫкəнгəлер инде, иҙəн йыуып, саңды һөртөп алыу
бер ни түгел. Уның ҡарауы, йыйыштырып сыҡҡас, бүлмəлəр яҡтырып, кəйеф күтəрелеп китə бит ул.
Был юлы ла əсəйемдəрҙең сығып китеүе булды, шунда
уҡ эшкə лə тотондом. Талғын ғына итеп музыка ҡуйҙым.
Ара-тирə үҙем дə йырлап алам. Йырларға яратам.
Бəлəкəй саҡта концерттарҙа ла ҡатнаша торғайным əле.
Атайым менəн əсəйем дə бик матур йырлай. Моғайын,
уларҙан килəлер был һəлəт. Атайым гармунда ла уйнай.
Баянда уның һымаҡ оҫта уйнаған кешене белмəйем дə.
Икəүлəшеп ғүмер буйы сəхнəнəн төшмəнелəр. Бөгөнгө
концертта ла ҡатнашалар. Шулай күңелле итеп,
парлашып йəшəһендəр генə инде, тип телəйем.
Башта мейесте аҡлап алырға булдым. Эй ҡыҙыҡ та инде, нимəгə генə тотонһам да, бала саҡты
хəтерлəткəн берəй нəмəгə тап булам да торам. Ҡасышлы уйнағанда ошо мейес башына менеп, йəшенеп
ултырабыҙ. Ана, ишек яңағында һəр беребеҙҙең буй оҙонлоғон күрһəтеп торған уйымдар ҙа шул көйө. Ə
беҙ өс ҡыҙ үҫтек. Бер-беребеҙҙе шулай үлсəй инек.
Иҙəн йыуа башлағас, ҙур ғына ботаҡ урынын күреп, көлкөм килде. Элек һеңлелəрем шул урынға етһə,
сепрəгегеҙҙе эсенə тығып, матурлап һөртөгөҙ, тип яндарынан китмəй, ҡарап эшлəттем. Шулай итмəһəң,
эсендə бысрағы тора ла ҡала. Тыңлайҙар ине. Бахырҡайҙарымдың асыуы ла килгəндер инде. Эй, бала
саҡ йылдары. Əллə ҡайҙарҙа тороп ҡалды. Һағынып иҫлəргə генə инде хəҙер.
Эштəрҙе бөтөрөп, бер аҙ хəл алайым əле, тип ултырғайным ғына ҡолағыма һаҡ ҡына ишек шаҡыған
тауыш ишетелгəндəй тойолдо. Аптырап киттем. Ауылда улай туҡылдатып тормайҙар. Кем булыр икəн?
Инде ҡараңғы ла төшə башлаған. Эй, Хоҙайым, ниңə генə əсəйемдəр менəн бергə концерт ҡарарға
китмəнем икəн? Исмаһам, ишекте лə эстəн биклəп ҡуймағанмын, тип баштан төрлө уй үтте. Уғаса шаҡыу
йəнə ҡабатланды.
– Кем бар унда?– тип саҡ һорай алдым.
– Балам, ҡурҡма, мин алама кеше түгел улай. – Күрəһең, тауыштың бер аҙ ҡалтырабыраҡ сыҡҡанын
һиҙгəн был. – Əлфиə менəн Ғəлинур ошонда йəшəйме? Шуны ғына белешергə тигəйнем.
– Ə һеҙ үҙегеҙ кем булаһығыҙ һуң?
– Туған тейешле кеше. Алыҫтан килдем.
Тауышы мөшкөл генə сыҡҡан һымаҡ. Йəл булып китте. Ары-бире була ҡалһа тип, ҡулыма уҡлау алдым
да ишекте барып астым. Ə унда оло ғына йəштəге бабай баҫып тора.
– Əйҙəгеҙ, уҙығыҙ, – тинем. – Һеҙ дөрөҫ килгəнһегеҙ, тик əлегə атайым менəн əсəйем өйҙə юҡ.
Оҙаҡламай ҡайтып етерҙəр инде.
– Эй, рəхмəт төшкөрө. Балаҡайым, бигерəк йонсоғайным. Əллə күпме тапмай, аҙашып йөрөнөм. Хəҙер
ни был яҡтар танырлыҡ та түгел, үҙгəреп бөткəн. Попутканан төшөп ҡалдым да ҡайҙа барырға белмəй
аптырандым. Элек ни ауыл осонан уҡ сабынлыҡтар башлана ине бит, хəҙер бер ни ҙə ҡалмаған. Əллə
нимəлəр төҙөп бөткəндəр. Тороп ҡалған бесəнлектəр ҙə сабылмай ята. Халыҡ бик мал-тыуар аҫрап
бармай, ахырыһы. Беҙ йəш саҡта ҡуна ятып, алтышар-һигеҙешəр саҡрым йөрөп, эшлəй инек. Үҙгəрҙе
шул замандар...
Аяғын сискəн арала бабай шулай əллə күпме хəбəрен һөйлəп өлгөрҙө.
– Ауыл үҙгəргəн, мин əйтəм. Матурланған, ҙурайған, тик шуныһы, һеҙгə килеп еткəнсе бер бəлəкəй
малайҙан башҡа əҙəм заты осраманы. Ҡайҙа булып бөткəндəрҙер? Шул телевизорҙан, интернет тигəн
нəмəлəренəн айырыла алмайҙарҙыр инде. Телефондарын ҡулдарына бер алһалар, донъяларын
оноталар. Ҡасандыр гөрлəп торған урамдар эс бошорорлоҡ буп-буш. Яңылышып, күршелəрегеҙгə инеп
йөрөгəнмен. Улар өйрəтеп ебəрҙе, – тип, бабай яйлап ҡына баҫып, түргə уҙҙы. Урындыҡҡа ултырып, бер
аҙ хəл алды ла, тороп, стеналағы фотоларҙы ҡарай башланы. Күптəрен таный ҙа əле ул, исемдəре
менəн əйтə хатта. Күҙҙəре лə һəйбəт күрə икəн. Танымағандарын, кемгəлер оҡшатып, минəн һорашты.
Үҙемə лə ҡыҙыҡ булып китте, бабай менəн йəнəш баҫып, фоторəсемдəрҙе бергəлəп ҡарарға тотондоҡ.
Бер заман бабайымдың йөҙө кинəт яҡтырып киткəндəй булды. Шунан миңə боролдо ла, хəйлəкəр генə
йылмайып:
– Ҡыҙым, бынауы матрос формаһындағы кешенең кем икəнен белəһеңме? – тип һорап ҡуйҙы.
– Əлбиттə, ул беҙҙең Əхмəтша бабайыбыҙ.
– Ə хəҙер əйтеп ҡара əле, һинең алдыңда кем баҫып тора тип уйлайһың?
Мин бер фотоға, бер бабайға ҡарайым. Был икəү араһында ниндəйҙер оҡшашлыҡ бар кеүек. Ысынлап та,
шул уҡ ҡыйылып торған ҡаш, ғорур ҡараш, бөҙрə сəс, тик улар ағарған һəм һирəклəнгəн генə.
– Əллə һеҙме ул?
– Эйе, ҡыҙым, тап үҙе, Əхмəтша бабайың.
– Атайым менəн əсəйем үҙегеҙ тураһында бик күп һөйлəгəне булды. Ə ниңə ҡайтҡанығыҙ юҡ һуң?
Һағынмайһығыҙмы ни?
– Һағынмаған ҡайҙа инде ул. Мин бит һеҙҙəн алыҫ түгел, биш-алты саҡрымда ғына ятҡан Балыҡлы
ауылында тыуып үҫтем. Хəҙер генə унда бер кемем дə ҡалмаған. Туған булғас, атайыңдар менəн
йөрөшөп, аралашып йəшəнек. Егерме йыл самаһы элек ҡайтып киткəйнем дə... – Шунан бабай ҡапыл
тынып ҡалды. Күҙҙəрен бер нөктəгə төбəп, уйға батты. Ə мин сəй əҙерлəргə аш бүлмəһенə йүнəлдем.
Бына ниндəй икəн Əхмəтша бабай. Һикһəн алты йəштəмен, ти. Ҡурҡмайынса оҙон юлға сыҡҡан бит əле.
Пермдə йəшəйбеҙ, тине, ахырыһы. Кейгəн кейеме ҡала кешеһенекенə оҡшаған. Ул тиклем оло йəште
биреп тə булмай үҙенə. Йəш ваҡытында бик сибəр булғанлығы күренə. Кəүҙəһе лə төп-төҙ. Арыған
булыуына ҡарамаҫтан, аяғында ҡайһылай ныҡ баҫып тора.
– Əллə ҡунаҡ бар инде, – тип һөйлəнə-һөйлəнə оҙаҡламай атайым менəн əсəйем ҡайтып инде.
– Эйе, Əхмəтша бабай килде. Ашарға бешеп кенə сыҡты, əйҙəгеҙ барығыҙ ҙа өҫтəл янына. Бабай ныҡ
арыған, асыҡҡандыр ҙа, тиҙерəк табынға саҡырығыҙ инде, – тип əсəйемдең ҡолағына шыбырлап
өлгөрҙөм.
Көтөлмəгəн ҡунаҡты күреп, улар ҙа аптырап ҡалды. Үҙ күҙҙəренə үҙҙəре ышанманылар.
– Ниңə, исмаһам, хəбəр итмəнең, район үҙəгенəн ҡаршы алған булыр инек. Үҙебеҙ барып күрмəгəс,
шулай инде, – тип бер аҙ аҡланғандай итеп, атайым бабайҙы ҡосаҡлап алды.
– Уй, ағай, нисек килеп еттең? Йонсоп бөттөң инде, – тип əсəйем дə ҡунаҡ менəн ике ҡуллап барып
күреште.
Табын артында Əхмəтша бабай ниндəй йомош менəн йөрөгəнен əйткəс, аптырауҙан барыбыҙ ҙа шаңҡып
ҡалдыҡ. Бына һиңə, мə... Туҡһанға етеп килгəн бабай йəшлек мөхəббəтен эҙлəп килгəн.
– Һеҙ аптырамағыҙ, əллə нимə уйлай күрмəгеҙ тағы. Ситтəн генə булһа ла күреп китергə тигəн уй менəн
килгəйнем дə, насип булманы. Үткəндəр иҫкə төшөп, тынғы бирмəй, ныҡ һағындыра. Һуңғы ваҡытта
бигерəк тə. Ҡатыным да насар кеше булманы. Йəне йəннəттə булһын. Дүрт бала үҫтерҙек. Тик бына уны
барыбер онота алманым. Шул ғына, – бабай кеҫəһенəн ҡулъяулығын сығарып, дымланған күҙҙəрен
һөртөп алды.
– Əллə үлгəнме? – Əсəйем күҙҙəрен ҙур асып, бабайға текəлде.
– Əстəғəфирулла, ауыҙыңдан ел алһын, тəүбə, тиң. Иҫəн, Аллаға шөкөр. Ҡыҙы район үҙəгендə йəшəй.
Адресын табып, өйҙəренə барҙым. Хəлде аңлатып биргəс, тыңлағыһы ла килмəне. Нимə ҡалған һиңə
ҡартайған көнөңдə, тип əрлəп сығарҙы. Күпме генə ғүмерем ҡалғандыр. Башҡаса əллə ҡайта алам, əллə
юҡ. Исмаһам, кəртешкəһен дə күрһəтмəне. Үҙем дə ғəйепле. Һүҙемде матур ғына итеп, уратыбыраҡ
башлар урынға, туп-туралай бəреп əйттем дə ҡуйҙым шул. Йəнəһе лə, миңə Рəйсəне күрергə кəрəк.
Фəлəн дə фəсмəтəн...
Рəйсə... Һин дə ҡартайғанһыңдыр инде. Шулай ҙа сибəрлегеңде юғалтмағанһыңдыр. Матур ғына, ыҡсым
ғына бер əбей булып йөрөйһөңдөр. Битеңдəге сирыштарың да үҙеңə килешеп кенə торалыр. Бигерəк
һылыу инең шул.
* * *
...Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Ауылдағы һалдатка ҡатындар менəн бергə мəктəптə уҡып йөрөгəн
Рəйсə лə лесхозға эшкə йөрөй. Атаһы репрессияға элəккəнлектəн, уларҙың ғаилəһенə ҡарата мөнəсəбəт
икенсерəк булды. Иптəштəренəн айырмалы рəүештə, ун биш йəшлек ҡыҙ, ололар менəн бергə егелеп,
бесəнен дə, утынын да əҙерлəне, ҡарағай үҫентелəре ултыртып, аҙаҡтан уларҙың араһын утарға
йөрөнө. Бигерəк тə йыуан-йыуан ағастарҙы ҡул бысҡыһы менəн йығып ауҙарыу ауыр ине, бысҡы
ҡыҫыла ла ҡуя, уны тартып алғансы арманһыҙ булаһың... Аҙаҡ ул ағастарҙы ботарға һəм берəр метр
оҙонлоҡта бысып, əрҙəнə итеп өйөргə лə кəрəк бит əле.
Ғəлиə ХӨСƏЙЕНОВА.
(Дауамы бар).
Ярай əле апайҙары һəйбəт, ҡыҙҙы йəллəп, еңелерəк эш табалар. Быны Рəйсə үҙе лə аңлай. Шуға
йүгереп йөрөп ҡулынан килгəндең барыһын да эшлəргə тырыша. Тал сыбығындай нескə генə булһа ла,
ағас ботаҡтарын бер урынға ташып яндыра, əрҙəнə өйөшə. Һыу килтереп, сəй ҡайнатырға ла өлгөрə.
Үҙҙəре яҙыша белмəгəс, апайҙары армиялағы ирҙəренə хат яҙҙыра, килгəнен уҡыта. Зирəклеген əйт əле
һин уның, күңел кителерлек, ауырыраҡ һүҙҙəр яҙылған урынын уҡымайынса үтеп китергə лə башы етə.
Анау Шəкирə апайҙың ире бигерəк ҡаты күңелле. Телəһə нимə яҙып, гел ҡатынының күңелен төшөрə.
Имеш, мин ҡайтыуға үҙеңдең дə, балаңдың да эҙе булмаһын. Əйтерһең дə, бала уныҡы түгел, бер
Шəкирə апайҙыҡы ғына. Ҡайҙа барһын инде улар?
Ҡайһы ваҡытта Рəйсəгə сигеү сигергə, селтəр бəйлəргə лə ҡушалар. Был эштəрҙе лə ҡыҙ рəхəтлəнеп
үтəй. Төрлө төҫтəге мулинелар менəн күҙҙең яуын алырлыҡ итеп сигеп ҡуя. Шуға заказдар яуып ҡына
тора.
Үҙенең яратҡан урыны ла бар. Шунда барып ултыра ла, донъяһын онотоп, эшкə тотона. Ана, үрҙəрəк,
бəлəкəй генə аҡланда, ботаҡтарын тарбаҡландырып, һомғол буйлы йəш ҡарағай үҫə. Иҫ китмəле матур
урын, ə йəш тиркенəн сыҡҡан хуш еҫтəн баштарың əйлəнерлек. Рəйсə уның төбөнə яҫы ғына түмəр
килтереп ҡуйған да бөтə эшен шунда башҡара. Ғəҙəттə, ҡыҙ кеше ҡайын ағасына һоҡланыусан була, ə
бына ул шул ҡарағайға мөкиббəн китте. Бер үҙе бер яланда яңғыҙ ғына ултырғанғамы икəн, башта ул
йəл һымаҡ тойолғайны, аҙаҡ, киреһенсə, ҡарап, һоҡланып туя алманы – ағас бер ниндəй ҙə ел-дауылға
бирешмəй үҫеүен дауам итə бит. Ə хəҙер ярата. Ярата, сөнки тап ошо урында ул башҡаларҙыҡын ғына
түгел, ə тəүге тапҡыр үҙенə төбəп яҙылған мөхəббəт хатын уҡыны. Хəҙер был ҡупшыҡай ҡыҙҙың иң яҡын
серҙəше лə. Бөтə нəмəһен уның менəн уртаҡлаша.
Ул көндө лə, ғəҙəттəгесə, эшкə килеп еткəс, ҡыҙ тиҙерəк яратҡан урынына ашыҡты. Иҫəнлəшеп,
ҡупшыҡайҙы бер аҙ ҡосаҡлап, һөйлəшеп торҙо. Инде китəйем генə тигəндə, күҙҙəренə ҡарағайҙың иң
аҫҡы ботағы эргəһендə барлыҡҡа килгəн бəлəкəйерəк ағас ҡыуышлығына ҡыҫтырылған ҡағыҙ киҫəге
салынды. Нисек элегерəк күрмəне икəн? Ҡасандан бирле тора һуң ул? Оҙаҡ уйлап тормай үрелеп алды
ла уҡый башланы. Бəй, уға исемлəп яҙылған да баһа. “Рəйсə, һине күптəн оҡшатып йөрөйөм...” Уй,
берəйһе күреп ҡалмаһа ғына ярар ине. Ҡыҙ хатты тиҙ генə ҡуйынына тыҡты. Йəшерə-йəшерə саҡ уҡып
бөттө, йөрəге эсенə һыймай типте. Əхмəтша яҙған бит. Уф, апайҙары һиҙеп ҡалмаһын инде, ояты ни
тора. Ə үҙенə шул тиклем рəхəт. Баҫҡан урынында ут сығарған, йор һүҙле, бригадир егеткə күптəр ғашиҡ,
ə ул Рəйсəне һайлаған.
Яуап хаты менəн бер аҙ көттөрҙө ҡыҙ. Башта нимə яҙырға белмəй аптыраны. Унан ҡыҙ кешегə
тыйнаҡлыҡ та хас бит əле, тип егеттең сабырлығын һынаны. Эштə күрешəлəр ҙə бит, əммə ауыҙ күтəреп
һөйлəшеп тороу ҡайҙа инде. Əйтер һүҙеңде хат аша ғына еткереп була. Оҙаҡ яуап булмағас, Əхмəтша
əллə нимəлəр уйлап бөткəйне. Ағас ҡыуышлығын көн дə килеп ҡарап китə, ə унда бер нəмə лə булмай.
Һуңынан инде матур йөкмəткеле, саф күңелдəн яҙылған хаттар алышынып ҡына торҙо. Ағас ҡыуышлығы
почта йəшниге ролен үтəне.
Хат менəн бергə бер көндө һөйгəне иҫ китмəле матур бүлəк тə һалғайны. Ҡып-ҡыҙыл ҡашлы көмөш
алҡалар. Их, тағып йөрө ине лə, ярамай. Шунда уҡ һиҙеп ҡаласаҡтар. Шуға иң яҡшыһы – уларҙы
йəшереп ҡуйыу. Рəйсə шулай итте лə. Ныҡ итеп күргеһе килгəндə ҡарап ала ла, аҙаҡ кире урынына
һалып ҡуя.
Һөйгəненең ауыр эштə йөрөгəнен күреү генə Əхмəтшаның йөрəген əрнетте, яйын тура килтереп, беше
ботаҡтарҙы ташып өйгəн ваҡытта, ярҙам итешергə тырышты. Рəйсəнең бит остарын соҡорайтып, матур
итеп йылмайыуын күреү өсөн дə əллə ниҙəр ҡыйратырға риза ул. Их, тиҙерəк өйлəнешһəлəр, бер көн
йөрөтмəҫ ине ошонда.
Рəйсə лə ныҡ өйрəнде егеткə. Эше буйынса ҡайҙалыр оҙағыраҡ тотҡарланһа, йөрəге леп-леп тибергə
тотона, ян-яғына ҡаранып көтə, ҡараштары менəн уны эҙлəй башлай. Алыҫтан күреп ҡалыу менəн
йөҙөндə йылмайыу сатҡылары барлыҡҡа килə. Сабира, Зəйнəп, Шəкирə апайҙары ла, Əхмəтшаның үҙен
күрмəһə лə, Рəйсəгə ҡарап, бригадирҙарының яҡынлашыуын белеп тора. Йəштəрҙең бер-береһен
оҡшатыуын күптəн һиҙеп йөрөй улар, тик ҡыҙ баланы оялтмаҫ өсөн үҙенə генə был турала əйткəндəре
юҡ.
Тамағын туйҙырып, бер аҙ хəл ингəс, бабай теремеклəнеп китте. Арҡаһын терəп, яйлабыраҡ ултырҙы.
– Матур йөрөнөк беҙ Рəйсə менəн. Өйлəнешергə генə өлгөрмəй ҡалдыҡ. Миңə əрме хеҙмəтенə повестка
килеп төштө, – тип башланы һүҙен. – Диңгеҙ флотына элəктем. Айырылышыуы бик ҡыйын булды.
Үҙемдең эстə ут янһа ла, өс йыл ни, үтə лə китə, тик һин көт кенə, тип һөйгəнемде йыуатҡан булам.
Үтмəй торһон, һин көткəндə бик оҙаҡ уҙа икəн ул өс йыл ваҡыт.
Севастополгə элəктем. Хəл-əхүəлде белдереп, Рəйсə менəн хəбəрлəшеп торабыҙ. Тик ни сəбəптəндер
бер заман кинəт хаттар килеүҙəн туҡтаны ла ҡуйҙы. Ҡайтырға ярты йыл самаһы ғына ҡалғайны.
Нимəлəр генə булды икəн? Көн аралаш яҙып һалам, яуап юҡ. Аҙаҡ, фото менəн ебəргəн хатым кире
килгəс, башҡа яҙырға кəрəкмəгəнлеген аңланым. Һуңынан туғандарым аша һөйгəнемде кейəүгə
биреүҙəре тураһында белдем. Атаһы төрмəлə саҡта бергə ултырған дуҫы менəн иҫəн-имен ҡайтһалар,
туғанлашырға вəғəҙə бирешкəн була. Элек ни ҡыҙ кешенəн ризалығын һорап торманылар. Һөйгəнемдең
яҙмышы ла шулай хəл ителə лə ҡуя.
Рəйсə лə шулай ҡайғырҙымы икəн? Моғайын, уға ла ҡыйын булғандыр, эйеме? Бер ҙə күрмəгəн ете-ят
кешегə биреп ебəрһендəр əле. Мине барыбер иҫенə төшөрөп-төшөрөп алғандыр ул.
Бабайым, үҙенең əйткəн һүҙҙəрен ҡеүəтлəгəнде көткəн һымағыраҡ, беҙгə теклəп ҡараны. Əсəйем зирəк
кеше бит инде, шунда уҡ:
– Бəй, ҡыйын булмаған ҡайҙа. Йəн атып торған егетен юғалтһын, яратмаған кешеһенə биреп
ебəрһендəр. Ишеү етмəһə, ауылыңдан, туғандарыңдан айырылып сығып кит, – тигəс, ҡарт башын бер
яҡҡа ҡыйыш һалып, уйланыбыраҡ торҙо ла, риза булған төҫ менəн һүҙен артабан дауам итте.
– Хеҙмəтемде тултырып ҡайтҡас, ауылда йəм тапманым. Əсəйемдəр күпме генə өгөтлəмəһен,
яндарында тороп ҡала алманым. Шулай ауылдан сығып киттем. Хəтерегеҙҙə булһа, бынан байтаҡ
йылдар элек бер ҡайтҡайным, унда ла Рəйсəне күреп булманы. Башҡа районда йəшəгəс, эҙлəргə ваҡыт
етмəйерəк ҡалды.
– Ə ул Рəйсə апайҙы мин белəмме икəн? Бəлки, ҡыҙы менəн танышмындыр, – тип бабай һөйлəүҙəн
туҡтаған арала əсəйем һүҙгə ҡушылды. Район үҙəге алыҫ түгел дə инде. Концерттар менəн йөрөгəс,
беҙҙе лə белмəгəн кеше юҡ ул.
– Ҡыҙы дауаханала аш бешереүсе булып эшлəй. Флүзə исемле, буғай.
– Бəй, мин бер Флүзəне белəмсе. Аралашып йөрөйбөҙ. Əгəр шул булһа инде. Ашханала ундай исемле
башҡа кеше юҡ шикелле.
– Шулаймы? – Бабайҙың йөҙө май ҡояшылай балҡып китте. – Шулдыр, шулдыр, – тип əсəйемдең
ҡулдарынан тотоп алды. Əйтерһең бөтə өмөт ошо ҡулдарҙа ғына.
– Ярай, иртəгə барып килермен. Телефоны булһа, бөгөн үк һөйлəшер инек тə бит...
Анау тиклем юл үтеп килгəн ағаһын əсəйем ныҡ йəллəгəндер инде. Иртəгəһенə иртə менəн район
үҙəгенə сығып та китте. Ул тотонһа, булдыра торған кеше инде былай.
Төш ауыуға əсəйем ҡайтып та инде. Бер үҙе түгел. Флүзə апай менəн. Уны күргəс, Əхмəтша бабайҙың
төҫө үҙгəреп китеп, йөҙөн ситкə борҙо. Кисəге һөйлəшеүҙəре иҫенə төшкəндер, күрəһең. Үпкəһе ҙур
булһа ла, белгертмəҫкə тырышты. Ни тиһəң дə ризалашып килгəн бит əле.
Ҡунаҡ ҡатынды кейəүе түргə алып ингəс, Əлфиəнең ҡайтыуын дүрт күҙ менəн көтөп ултырған Əхмəтша
бабай яҡшы һүҙҙəр ишетергə генə өмөтлəнеп, мөлдөрəп һеңлеһенə ҡараны.
– Уратып-суратып торма, тураһын əйт, – тине бабай, сабырһыҙланып.
– Əйтəм, əйтəм, тыныслан. Сəй эсеп кенə алабыҙ ҙа юлға сығабыҙ.
– Нисек?
– Шулай, ҡыҙы менəн һөйлəштек. Ризалашты. Тик һин бер ниндəй ҙə Əхмəтша түгел, ə Флүзəнең ире
яғынан туған тейешле кешеһе. Рəйсə əбейгə ҡоҙа булаһың инде. Ҡоҙағый, тип барып күрешерһең.
Бабайы бик көнсөл, уҫал кеше, ти. Тома һуҡыр булһа ла əбейҙең ҡотон алып бөткəн.
Ҡапыл ғына əйтелгəн яңылыҡтан бабай бер аҙ албырғап ҡалды. Əллə ниндəй туҙға яҙмаған һорауҙарын
бирҙе. Нимə һөйлəгəнен үҙе лə аңламаны шикелле. Ҡыҙ янына тəүге тапҡыр осрашыуға барырға
йыйынған егетме ни?
Машинаға инеп ултырғас та Əхмəтша тыныслана алмай борғаланып бер булды. Тиктомалға уфылдап,
тыны ҡыҫылды.
– Барыһы ла шулай тиҙ генə хəл ителеүенə ҡыуанырға кəрəк, ə һин, – тип Əлфиə ағаһын əҙерəк орошоп
та алды.
Ғəлинурға ҡыҙыҡ ине. Өлкəн йəштə лə кеше шулай үҙен бала-саға һымаҡ тоторға мөмкин икəн, тип ауыҙ
сите менəн генə йылмайып, ҡайнағаһын күҙəтте.
Флүзə иһə тəҙрəнəн күҙен алмай, бер һүҙ ҙə өндəшмəй генə барҙы. Эсенəн əллə нимəлəр уйлайҙыр ҙа
инде. Күңеле был эште бөтөнлəй өнəмəй ҙə бит, Əлфиəнең генə һүҙен йыға алманы. Был сəйер бабайҙы
һис аңлай алмай ул. Йəш саҡтарында булған – бөткəн. Хəҙер нимə тип йөрөмəк кəрəк. Ҡыҙыҡ, əсəһе
йəшлек мөхəббəтен иҫлəйме икəн? Был турала уға бер ваҡытта ла һөйлəгəне булманы.
... Бына машина ыҡсым ғына бер йорт янына килеп тə туҡтаны. Ҡапҡанан йəш кенə ир кеше күренде.
– Һəйбəт кенə килеп еттегеҙме, апай? – тип башта Флүзə менəн күреште. – Һин шылтыратҡас та əсəйем
əҙерлəнə башлағайны, күптəн көтə инде, – тип əйҙүклəп йортҡа саҡырҙы. Ихласлап башҡалар менəн
күрешеп сыҡты.
– Килеп тə еттегеҙме ни? – тип шул саҡ ишектəн ҡаҡса ғына буйлы əбей килеп сыҡты.
– Йə Хоҙай, Рəйсə лəһə. Əхмəтша үҙ күҙҙəренə үҙе ышанманы. Үҙгəргəн... Лəкин ул танымай буламы
һуң?!. Шул һөйкөмлөлөгө. Элеккесə, еңел генə баҫып атлап йөрөүен күр əле һин уның. Ҡарт иҫе китеп
ҡарап ҡатты ла ҡалды. Ярай əле, хəл-əхүəл һорашып, танышып, сөкөрлөгө сыҡҡан башҡалар быны
абайламаны.
– Күреп китəйем, тип беҙгə лə һуғылған бит əле ҡоҙа. Рəхмəт инде, оло кешегə күп кəрəкме ни, – тип
килеп күрешкəс, Əхмəтша бер аҙ ҡаушабыраҡ төштө. Шулай ҙа ҡəҙерле кешеһенең яурынынан
ҡосаҡлап, һаҡ ҡына үҙенə тартҡанын һиҙмəй ҙə ҡалды. Тегеһе генə бер нəмə аңламай сутырлауын белде.
Уғаса булмай төпкө бүлмəнəн:
– Кемдəр маҙаһыҙлап йөрөй унда?– тигəн ҡарлыҡҡан тауыш ишетелде.
Рəйсə əбей, шунда уҡ еңел генə баҫып, эскə инеп тə китте. Ашығып бабайына кемдəр килгəнен аңлатты.
Өҫтəл артына ултырғас та йорт хужаһы тынғылыҡ бирмəне.
Туҡтауһыҙ “əбей”, тип ҡысҡырып Рəйсəне саҡырған һайын Əхмəтшаның бармаҡтары йоҙроҡҡа төйнəлде.
Мөртəт, ҡайһылай əллə кем булып ятҡан була. Йəшерəк ваҡытым түгел, күрмəгəнеңде күрһəтер инем мин
һиңə, тип эсенəн ярһыны. Ысын мəғəнəһендə төпкө бүлмəлəгегə көнлəшеп ҡараны. Əҙ генə ваҡытҡа
уның урынында булғыһы килде. Һуҡыр булып торорға ла ризалашыр ине...
– Барыһына ла етешеп ултыр əле, ҡоҙа, бөтөнлəй ыратмайһың даһа, – тип һый-ниғмəттəрҙе уның
яғынараҡ шылдырып ултырҡан ваҡытта əбей ҡапыл туҡтап ҡалды ла һынаулы ҡарашын Əхмəтшаға
төбəне. Таныны, ахырыһы, тип Əхмəтшаның тəне буйлап борсолоу ҡатыш ниндəйҙер йылылыҡ үтте.
– Йөҙөгөҙ шул тиклем таныш, əллə ҡайҙа ғына күргəн һымаҡмын. Флүзəлəрҙең туйында булғанһығыҙҙыр
инде, моғайын, тип кеткелдəп көлөп ҡуйҙы.
– Шулайҙыр, – тип кенə ҡуйҙы Əхмəтша, артыҡ тулҡынланыуын белдермəҫ өсөн.
Ҡайтырға йыйынғас, Əхмəтшаның күңеле үҙенəн-үҙе тынысланды. Мораҙына иреште бит. Хыялы
тормошҡа ашты. Инде үлһə лə үкенесле түгел. Күрҙе Рəйсəһен.
Урамға сыҡҡас, ҡарт ҡаршылағы бейек тау итəгендəге төп-төҙ булып үҫеп ултырған ҡарағайҙарға иғтибар
итте. Ағастан таралған тəмле еҫ бында тиклем килеп еткəн хатта. Күкрəген тултырып, тəрəн итеп тын
алды. Ҡасандыр үҙҙəре тəрбиəлəп үҫтергəн ҡарағайҙар ҙа барҙыр, бəлки, улар араһында...
– Əле генə йəш үҫентелəр ине, ана хəҙер ҡайһылай булып үҫеп киткəндəр, – тип һөйлəнеп ҡуйҙы Рəйсə
лə, уның уйҙарын ҡеүəтлəгəндəй. – Беҙ мəктəптə уҡыған йылдарҙа эй шул ҡарағай араһын утарға
йөрөтə торғайнылар. Оҙон итеп ике-өс рəт алаһың да китеп тик бараһың. Сүп араһынан күренмəй
ултырған үҫентелəр артыңдан матур булып, рəт-рəт теҙелеп ҡала. Үҙеңдең эш һөҙөмтəһен күреп
ҡыуанған булаһың. Апаруҡ ҡына эш хаҡы ла яҙалар ине əле.
– Эйе, йəш саҡта күп ултырттыҡ инде беҙ уларҙы. Хəҙер ул ағасты ҡырҡырға ғына белəлəр. Яңыларын
ултыртыу тураһында уйлап та ҡарамайҙар.
– Шулай. Һеҙгə лə элəккəн икəн...
– Элəкмəгəн ҡайҙа тиһең. Барыһын да эшлəнек, – тип Əхмəтша «ҡоҙағыйы» менəн һаубуллашып, һуңғы
тапҡыр һөҙөп кенə бер ҡараны ла машина яғына ыңғайланы.
Рəйсəнең күҙ алдынан шул ваҡыт ниндəйҙер таныш картиналар йүгереп үткəндəй булды. Кемдəрҙер ағас
йыға, арыраҡ йəш ҡыҙҙар бесəн əйлəндерə. Һомғол кəүҙəле, ҡара бөҙрə сəсле бəһлеүəн егет тə улар
араһында. Рəйсəгə ҡарап, матур итеп йылмайып та ала.
Нимə булды һуң əле был? Иҫенə килгəндə, янында бер кем дə юҡ ине. Ə Əхмəтша ултырған машина
был ваҡытта күҙҙəн юғалып, əллə ҡайҙарҙа елдерə ине.
Балыҡлы ауылы янына етəрəк, бабай машинаны туҡтатырға ҡушты.
– Кесе йомошоңдо ошонда ғына йомошла, бик алыҫ йөрөмə, – тип кейəүе артынан ҡысҡырып ҡалһа ла,
айырыуса бер еңеллек менəн ул ашығып урман яғына ҡарай юлланды. Машиналағылар абайламай ҙа
ҡалды. Ағаслыҡ араһына барып ингəс, артабан ҡайҙа барырға кəрəклеге тураһында əҙерəк уйланып
торҙо ла ҡулына ерҙə ятҡан бер ағасты таяҡ итеп таянып, юлын дауам итте. “Хəҙер табам мин һине.
Яңлышырға тейеш түгелмен. Бер үҙең генə əллə ҡайҙан күренеп, айырылып тора инең бит, ҡырҡып
ауҙармаған булһалар, барыбер табам. Тик хəҙер, минең һымаҡ, һин дə олпатланғанһыңдыр инде,
дуҫҡай!”
Урман эсе ҡараңғы, күҙ өйрəнгəнсе ҡыйыныраҡ шул. Бер аҙ торғас, бабай ҡарашын алға ташланы. Бəй,
ана лаһа, ҡаршыһында ғына торған бит. Шул, шул үҙе. Уй, ҡайһылай ҙур булып үҫкəн.
– Йə, иҫəнме-һаумы, хəлдəрең нисек? Танырлыҡ та түгел бит хəҙер һине. Инде бер нəмəгə лə
бирешерлек түгелһең, – тип ҡарағайға барып һыйынды. Бер аҙ хəлһеҙлəнгəнен тойоп, ағас төбөндəге
бүрəнəгə ултырҙы. Һай, рəхəт шул һинең яныңда, тип ҡуйын кеҫəһенəн ручка, ҡағыҙ сығарып, нимəлер
яҙырға тотондо.
– Бына ҡайҙа ултыраһың икəн, эҙлəп, хəл бөттө лə баһа. Ниңə өндəшмəй-нитмəй юҡҡа сыҡтың да ҡуйҙың
ул. Нимə эшлəп ултыраһың бында? – тип уғаса булмай, бабай янына туғандары килеп етте.
– Хəҙер, балалар ҡуҙғалырбыҙ, атлай тороғоҙ, – тип ағас янына барып нимəлер эшлəне лə, уның менəн
хушлашып, тегелəр артынан эйəрҙе. Башҡаса күрə алмам инде тип, ҡарағай күҙҙəн юғалғансы əллə
нисə тапҡыр артына боролоп ҡараны Əхмəтша.
... Ҡунаҡтар киткəс, Рəйсə əбейгə əллə нимə булды ла ҡуйҙы. Бер һүҙ өндəшмəйенсə, əле бер нəмəгə
барып тотондо, əле – икенсеһенə. Кейем шкафын барып асып, иң төптə эленеп торған камзулын
килтереп сығарҙы. Эске кеҫəһен ҡапшап ҡараны ла риза төҫ менəн ултырғыс башына элеп ҡуйҙы.
Иртəгəһен, йоҡоһонан еллəнеп килеп торҙо. Тамаҡ ялғап алғас, иплəп кенə һүҙ башлап, төпсөк улы
Ильястан үҙен тыуған ауылына алып барып килтереүен үтенде. Уның, ваҡытым юҡ, һуңғараҡ иркенлəп
барырбыҙ, тигəненə лə ҡараманы. Нимəгəлер һуңлап ҡуйыуҙан ҡурҡҡан һымаҡ, ашыҡтырыуын белде.
Улының ризалашмай сараһы ҡалманы. Балыҡлыға элегерəк күп йөрөттө ул əсəһен. Йыш ҡына, ауылға
етəрəк урман янында, туҡталып китерҙəр ине. Əсəһе шундағы бер ағас төбөнə баҫып уйланырға ярата
торғайны. Уның ниндəйҙер бер оло серҙе һаҡлағанын һиҙгəн дə һымаҡ Ильяс, лəкин бер ваҡытта ла был
турала һорарға ҡыйманы. Кəрəк булһа, үҙе һөйлəр ине. Ə бына атаһы менəн барғанда унда
һуғылмайҙар. Хəҙер байтаҡ йылдар был яҡтарға килгəндəре юҡ. Был юлы нисектер əсəһе ҡапыл ғына
йыйынды.
Теге урынға еткəс, Ильяс машинаһын туҡтатты. Əсəһе лə əҙер генə ултырған икəн. Ергə аяғы тейеү
менəн, улын ҡултыҡлап, алға йүрмəлəне.
Бына улар таныш ҡарағай төбөндə. Əбей ҡытыршы ҡулдары менəн ағасты элеккесə һыйпап, яратып
алды. Ауыҙ эсенəн генə əллə нимəлəр шыбырланы. Шунан камзул кеҫəһенə тығылды. Унан бəлəкəй генə
төйөнсөк сығарып, улына тотторҙо.
– Нимə ул, əсəй?
– Алҡалар, бүлəк алҡалар. Көмөштəн яһалған. Ғүмерем буйы йəшереп һаҡланым. Хəҙер уның урыны
ошонда. Минең əхирəтем уны бер ҡасан да юғалтмаясаҡ. Беҙҙең төҫөбөҙ итеп мəңге һаҡлаясаҡ. Ана,
өҫтə ағастың ҡыуышлығын күрəһеңме, шунда һал. Элек аҫта ғына була торғайны. Ағас менəн бергə ул
да юғары менеп киткəн. Минең буй етəрлек түгел хəҙер.
Ильяс бер нəмə аңламаһа ла артыҡ һорау биреүҙе урынһыҙ һанап, əсəһенең ҡушҡанын үтəне. Тик, ҡулы
ниндəйҙер ҡағыҙ киҫəгенə тейеп, туҡтап ҡалды.
– Оһо, əллə хат инде, – тип тартып сығарғайны, аптырауҙан Рəйсə бер аҙға шаңҡып ҡалды.
– Кит, булмаҫ. Нимə тип яҙылған?
– Хəҙер уҡыйым: “Был донъяла инде бер үкенесем дə ҡалманы. Һине лə күрҙем, бына уны ла. Башҡаса
күрешə алмабыҙ инде. Хушығыҙ.”
– Кем яҙған?
– Белмəйем, исемен ҡуймаған.
– Əхмəтша... Үҙе булған икəн. Бына ниңə ашҡынған икəн. Күңелем нимəлер һиҙенгəйне шул. Эй,
Хоҙайым.
– Кем тинең, əсəй?
– Юҡ, бер кем дə түгел. Əйҙə ҡайтайыҡ, балам. Ауылға инеп тормайыҡ, үҙебеҙгə ҡайтайыҡ, йəме.

Фото: Т,Аманов
Яңылыҡ авторы: Ғ.Хөсəйенова
Читайте нас: