Коронавирус инфекцияһы таралған осорҙа һаҡланыу сараларына айырыуса иғтибар итеү мөһим. Башҡортостанда Кеше именлеген һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең (“Роспотребнадзор”) сайтында түбәндәге кәңәштәр бирелгән.
Ҡулығыҙҙы йышыраҡ йыуығыҙ
Антисептик сараларҙы ҡулланып, йорттағы әйберҙәрҙе, иҙәндәрҙе, йыһаз өҫтөн йышыраҡ һөртөгөҙ.
Ҡул гигиенаһы – киҙеү һәм коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙә төп сараларҙың береһе. Һабынлап йыуыныу вирустарҙы үлтерә. Әгәр ҙә ҡулды һабын менән йыуыу мөмкинлеге юҡ икән, спиртлы йәки дезинфекциялаған салфеткалар ҡулланығыҙ.
Арауыҡ һәм этикет һаҡлағыҙ
Вирустар кешенән кешегә һауа юлы менән йоға, шуға ла аралашҡанда кәмендә бер метр ара һаҡлағыҙ.
Ҡулдарығыҙ менән күҙегеҙҙе, танауығыҙҙы, ауыҙығыҙҙы тотмағыҙ. Киҙеү һәм коронавирус тап ошо юлдар менән тарала.
Сәләмәт тормош алып барығыҙ
Был сара организмдың төрлө сирҙәргә ҡаршы тороу мөмкинлеген арттырыр. Көн режимын һаҡлағыҙ, тейешенсә йоҡлағыҙ, аҡһымға, витаминдарға һәм минералдарға бай ризыҡ ҡулланығыҙ. Физик яҡтан әүҙем булығыҙ.
Тын алыу юлдарын ҡаплағыҙ
Төрлө иҫкәртеү саралары араһында битлек ҡулланыу айырым урында тора. Уны урамда, күмәк кеше араһында сирле кешеләрҙе тәрбиәләгәндә, йәмәғәт транспортында йөрөгәндә ҡулланыу мотлаҡ. Ҡулланылған битлекте шунда уҡ ташлағыҙ.
Битлекте дөрөҫ ҡулланығыҙ
Битлектәрҙең төрлө конструкциялы булыуы ихтимал. Уларҙың бер йәки күп тапҡыр ҡулланыла торғандары була. Бәғзеләре 2, 4, 6 сәғәт хеҙмәт итә. Хаҡтары ла төрлө. Бер үк битлекте ике тапҡыр кеймәгеҙ – үҙегеҙгә үҙегеҙ инфекция йоҡтороуығыҙ ихтимал. Уны ҡайһы яғы менән кейһәң дә була.
Битлек биткә тығыҙ тейеп торорға, танау һәм ауыҙҙы ныҡлы ябырға тейеш. Сискәндән һуң, өҫ яғына ҡағылмаҫҡа тырышығыҙ, ҡулығыҙҙы яҡшылап һабын менән йыуығыҙ.
Битлек еүешләнһә, уны алмаштырығыҙ. Сирле кеше менән аралашҡандан һуң, битлекте кисекмәҫтән ташлау зарур. Кеше булмаған урындарҙа, саф һауала сисеп торғанда ла була. Шуныһын иҫтә тотоғоҙ: битлек кенә сирҙән араламай, башҡа профилактика сараларын да ҡулланығыҙ.