“... Илама, ярһыма,
Һин үҙең ғəйепле барыһына...” –
ошо йыр алыҫтан ишетелгəндəй
булды. Əллə, ғəҙəттəгесə, был
һүҙҙəр үҙенең башында ғына
уралдымы, ҡабат-ҡабат ишетелеп
мейеһен бырауланы, үкенеү
хисенəн аңы томаланды. Динара
күҙҙəрен асырға тырышты, тик улар
гер таҡҡандай ауырайғайны. Туҡта,
нимə булды һуң əле был?
Ҡыбырлай ҙа алмай ҡайҙа ята һуң
ул? Теге йыр, ниһайəт, туҡтаны,
яҡында ғына ҡатын-ҡыҙ тауышы
ишетелде: “Алйот, ҡасан телефон
саҡырыуына шундай йыр ҡуйып
өлгөрҙөң? Үҙ ғəйебеңде миңə япһармаҡсы булаһыңмы?! Килеп сыҡмаҫ! Мин əле үҙ-үҙемде генə
яҡларлыҡ хəлдə!” Был киҫкен тауыштан тамам аңына килгəн ҡатын күҙҙəрен асыуға, эргəһенə шəфҡəт
туташы өтəлəнеп килеп тə етте:
“... Илама, ярһыма,
Һин үҙең ғəйепле барыһына...” – ошо йыр алыҫтан ишетелгəндəй булды. Əллə, ғəҙəттəгесə, был һүҙҙəр
үҙенең башында ғына уралдымы, ҡабат-ҡабат ишетелеп мейеһен бырауланы, үкенеү хисенəн аңы
томаланды. Динара күҙҙəрен асырға тырышты, тик улар гер таҡҡандай ауырайғайны. Туҡта, нимə булды
һуң əле был? Ҡыбырлай ҙа алмай ҡайҙа ята һуң ул? Теге йыр, ниһайəт, туҡтаны, яҡында ғына ҡатын-ҡыҙ
тауышы ишетелде: “Алйот, ҡасан телефон саҡырыуына шундай йыр ҡуйып өлгөрҙөң? Үҙ ғəйебеңде миңə
япһармаҡсы булаһыңмы?! Килеп сыҡмаҫ! Мин əле үҙ-үҙемде генə яҡларлыҡ хəлдə!” Был киҫкен
тауыштан тамам аңына килгəн ҡатын күҙҙəрен асыуға, эргəһенə шəфҡəт туташы өтəлəнеп килеп тə етте:
– Хəлегеҙ нисек? Ҡотто алдығыҙ бит! Бөгөнгө датаны тыуған көнөгөҙ итеп билдəлəй алаһығыҙ! Мин хəҙер
табипты саҡырам, – тип сығып йүгергəн үтə яғымлы ханымдың баяғы ҡырҡыу тауышлы кеше икəненə саҡ
төшөндө. “Бына бит, яҡшы кеше. Кəрəк саҡта ниндəй ҡаты ла була белə”, – тип һоҡланып ҡуйҙы. Ə ул?
Ебене лə төштө, етмəһə бына хəҙер ҡыбырлай ҙа алмай дауаханала ята! Ул арала табип та килеп инде:
– Йə, һылыу, хəлдəр нисек? – тине олпат кəүҙəле, өлкəн генə йəштəге ир, ҡан баҫымын үлсəй-үлсəй –
160-ҡа 90, йəшəйбеҙ былай булғас! Минең ҡулды ҡыҫ əле, ана шулай, афарин. Хəҙер уң ҡулың менəн
танауыңды тот, һулы менəн. Күтəрелмəйме əллə? Вəт тыңлауһыҙ ҡул, һин нисек тə шуны тыңлатырға
тейешһең, һылыу! – тине лə баяғы шəфҡəт туташына ниндəй процедуралар эшлəргə кəрəклеген
аңлатырға кереште.
– Доктор! Миңə нимə булды? – Динара үҙ һүҙҙəрен үҙе аңлай алманы, теле əйлəнмəй, тотлоғоп ҡала,
һөйлəшеүе үтə лə ауыр ине.
– Инсульт кисерҙең, һылыу. Ярай балаңды “тиҙ ярҙам” саҡырырға өйрəткəнһегеҙ, ул, бəлəкəй булһа ла,
номерҙы ла дөрөҫ йыйған, адресығыҙҙы ла əйтə алған. Һеҙгə барып ингəн фельдшерҙың иҫе киткəн:
балаҡай ишектəрҙе асҡан, пальтоғыҙҙың төймəлəрен ысҡындырған, һеҙгə һауа елпеп тора, ти.
– Ə ул?
– Һеҙҙе алып сыҡҡанда өлкəн улығыҙ мəктəптəн ҡайтып ингəн, тынысланығыҙ.
– Ə...
– Ярай, хəҙергə етеп торор, хəлегеҙҙе сарыф итмəгеҙ, аяҡҡа баҫырға ай-һай күп көс кəрəк буласаҡ əле, –
тине лə шəфҡəт туташына боролоп, – Гөлсинə, бына назначениелар, теүəл үтə, – тип сығып та китте.
Яңғыҙы ҡалғас, Динара тирə-яғын байҡап алды: ап-аҡ стена, ап-аҡ түшəм, стенала кислород маскаһы,
эргəһендə – əллə ниндəй ҡорамалдар... Уға шул тиклем яманһыу булып китте... Ошо буш бүлмəлə ят
инде үлеп! Бындай уйҙан ныҡ ҡыйын булды, үҙе шул тиклем ҡыҙғаныс тойолдо, хатта буҫлығып илай
башланы. Ни эшлəп бындай көнгə ҡалды һуң ул? “Ауылдың беренсе һылыуы” тигəн даны була тороп,
ниңə Рəғиткə ҡараны? Артынан кемдəр генə йөрөмəне! Ə ул береһен дə яҡын килтермəне. Кейəүгə
сығырға булғас, əсəһе: “Ҡыҙым, ул һиңə тиң түгел, нəҫел-нəҫəбе лə, холҡо ла, төҫө-башы ла, үҙе лə бер
йүнһеҙ бит, ғүмереңде əрəм итмə шул елғыуарға! Бер ерҙə лə уҡымай ҙа, эшлəмəй ҙə, ул һине бəхетле
итə алырҙай əҙəм түгел”, – тип ҡырт киҫте. Ун йыл əсəһе рөхсəт бирмəне, ə ул барыбер башҡа кеше
менəн дуҫлашманы, Рəғитте яратты. Инде 26 йəшенə еткəс, ҡарт ҡыҙ булып ҡалыуынан ҡурҡып, үҙ
иркенə ҡуйҙы. Ҙурлап туй үткəрҙелəр. Егет яғы ла ҡалышмаҫҡа тырышты, ə туйға тотонған аҡсаны
бейеменə бер йыл буйы Динара түлəне, Рəғит үҙе лə уның елкəһендə ятты. Əсəһенең һүҙҙəре тиҙ иҫенə
төштө, тик һуң ине. Тəүҙə һиҙҙермəҫкə тырышты, улдары тыуғас, ире үҙгəрер тип өмөтлəнде. Хатта, үҙ
эшемде асам, тигəненə ышанып, декрет аҡсаһын да бирҙе. Эйе, ысынлап та асты, тимер ишектəр эшлəй
башланы. Инде аҡса ла булғас, тормош яйға һалыныр, тип ышанды. Ə Рəғит уны бөтөнлəй һанға
һуҡманы. Ҡатын балаға памперсҡа аҡса һораһа ла, тауыш ҡуптарыр булып китте. Бер түҙмəй, əсəһенə
зарланды. “Их, балам, күпме əйттем бит мин һиңə, тыңламаның. Үҙең ғəйепле бөтəһенə лə, хəҙер
түҙəһең инде”, – тине. Рəғит ҡул күтəрə башланы. Əсəһе ҡушҡас, быға ла түҙҙе. Иренең ҡыҙыулығын
Чечняла хеҙмəт итеү бəлəһе, тип һаман уны аҡланы. Асылып киткəндə, Рəғит һалдаттарға наркотиклы
үлəн тарттырып, араҡы эсертеп, атакаға күтəреүҙəрен əсенеп һөйлəй ине. Ҡайһы саҡта бөтөнлəй яҡшы
яҡҡа үҙгəрə лə ҡуя: үҙе ашарға əҙерлəй, ҡиммəтле бүлəктəр алып ҡайта, баланы ҡараша, бергəлəп
паркка йөрөргə алып бара...
Шундай мəлдəрҙə ғаилəлəре ныҡ бəхетле тойола. Тағы улдары тыуҙы... Өсөнсө балаһын Рəғит үҙе
инəлеп таптырҙы, ауырлы саҡта көйлəп кенə йөрөттө, хатта Анапаға ялға ла алып барып ҡайтты. Эй
ҡыуанды ул шунда, үҙен ысынлап та бəхетле итеп тойҙо. Килəсəккə пландар ҡорҙолар! Рамаҙанды алып
ҡайтҡас та ире ер алырға документ юллай башланы. Оҙаҡ йөрөнө, шулай ҙа йырып сыҡты. Шул
ҡыуаныстан декрет аҡсаһын машина алырға беренсе иғəнə итеп тағы иренə тотторҙо. Шəп “Тойота”ла ике
аҙна ғына йөрөп ҡалды. Ə бер айҙан Рəғит машинаһы менəн бөтөнлəй сығып юғалды. Тəүҙə – дауахана,
мəйетханаларҙан шылтыратып ирен эҙлəне. Ҡыңғырау төймəһенə баҫһалар, насар хəбəр ишетеүенəн
ҡурҡып тертлəне. Бер-ике ай булған запастар менəн көн күрҙелəр. Апайы белеп алғас, ауылдан итен,
һөтөн, ҡаймағын ташыны. Аҡсаһын да, алмаҫҡа тырышһа ла, балалары ҡулына биреп китə ине. Улай
кеше елкəһендə ятып өйрəнмəгəн Динара нисек тə башҡа əмəлен табырға тырышты. Эшенə сығыр ине,
балаһы бəлəкəй, аптырап, кистəн, өлкəн улдары уҡыуҙан ҡайтҡас, подъезд иҙəндəрен йыуырға
урынлашты. Арыһа ла түҙҙе, улдары кешенəн кəм-хур булмаһын өсөн бар көсөн һалды. Төндəр буйы
илап, хатта һөтө бөтə яҙҙы. Унда ла апайы əрлəп-бəплəп үҙ хəленə ҡайтарҙы. Инде тормошо яйға
һалынды тигəндə, ире ҡайтып инде: өҫ-башы бысраҡ, күҙҙəре эскə батҡан, ауыҙы ҡыйшайған, ныҡ итеп
ябыҡҡан, сыҡмаған йəне генə ҡалған. Илай-илай теҙлəнеп ғəфү үтенде, наркопритонда тотҡонда
ятҡырҙылар, көскə ҡасып ҡотолдом, тине. Шул тиклем яратып йөрөгəн кешеһен бындай меҫкен ҡиəфəттə
күреү ҡатынға бик ҡыйын булды, йөрəге йəллəүҙəн сəнсеп ҡуйҙы, етмəһə, Айнур атаһына сат йəбешеп
илай башланы. Ирен йыуындырып, кейендереп, тəмле итеп ашатты ла йоҡларға һалды Динара. Тəүлек
буйы йоҡлағас, аҙ ғына кеше төҫө ингəндəй булды.Тороп ашай ҙа, телефонын ҡулынан төшөрмəй,
нимəлер уҡый ҙа шарҡылдап көлə, кемгəлер яҙа, тағы ятып йоҡлай... Апайы ауылдан килтергəн картуф
та бөткəс, Динара Рəғиттəн ашарға алырға аҡса һораны. Шул саҡ тегеһе күтəрелеп бəрелде, əллə
ниндəй бысраҡ һүҙҙəр əйтеп ҡысҡырҙы ла ишекте бəреп сығып олаҡты. Тағы ла өс көндəн өйгə
ҡайтыуының сере лə сиселде, ҡатынының телефонына шылтыратып ошоларҙы һөйлəнелəр: эскəн килеш
аварияға элəккəн, машинаны емергəн, документтарын күптəн юғалтҡан, страховка булмағас, ремонт
аҡсаһын үҙе ҡапларға тейеш булған, авария урынынан ҡасҡан, эҙлəп табып, бик ҡаты туҡмағандар,
“Быстрые деньги” тигəн үтескə аҡса биреү контораһынан арыу ғына аҡса алдырғандар, хəҙер процентын
түлəргə кəрəк. Шунан һуң көн дə шылтыратып, ҡурҡытыуҙар башланды, бөтəһе лə бахыр ҡатындан аҡса
таптырҙы. Динара ҡайҙа барып бəрелергə белмəй үрһəлəнде, ошо сетерекле хəлдəн бер генə сығыу юлы
ла тапманы. Ə ире əллə ҡайҙа аҙналар буйы юғалып йөрөй ҙə, көрсөккə терəлгəс, ҡайтып йыуыныптаҙарынып, ҡатыны үҙе ашамай балаларына һаҡлап ҡына тотҡан ризыҡты рəхəтлəнеп һоғоноп,
тəүлектəр буйы йоҡо һимертеп, тағы сығып юғала.
Динара нимə эшлəргə белмəй шаҡ ҡатып торғанда, тейəнеп, апаһы килеп инде. Дөм ҡараңғы донъяһы
яҡтырып киткəндəй булды, йөрəген өмөт йылытты. Тəүҙə күстəнəстəрен теҙеп һалды, балалар тиҙерəк
тəмлекəстəргə йəбеште. Əсəлəре сəй эсереп, уларҙы уйнарға сығарып ебəрҙе лə үҙе апаһына сəй ҡойҙо.
– Йə, һылыу, һөйлə, мин сəй эсергə килмəнем, нимəгə тарынығыҙ? Кисə коллекторҙар шылтыратып,
Рəғитте белəһегеҙме, уның биш йөҙ мең һум бурысы бар, ҡатынына шылтыратабыҙ, телефонын алмай,
бурысты иренəн ала алмаһаҡ, ҡатынын ҡыҫабыҙ, балалары 158-се мəктəптə уҡый, шуны онотмаһын, тип
һөйлəй генə башлағайны, тетмəлəрен теттем тегелəрҙең. Түҙмəнелəр, трубкаларын һалдылар, – Лəйсəн,
тыңларға əҙерлəнеүен белдереп, ултырғысын алды ла һеңлеһе ҡаршыһына күсеп ултырҙы.
– Их, апай, белһəң икəн хəлгенəмде. Һиңə бер ерҙəн генə шылтыратҡандар, йəмғеһе бишəү, бурысы өс
миллион! Апай, нимə эшлəргə? Ул наркомандар менəн сыуала, йəнəһе лə, бурысын ҡаплау өсөн һата,
үҙе лə шул нəмəне тарта, һаҫыҡ еҫе бөтə фатирға тарала. Əйтə башлаһам, ҡотора ла китə. Күҙҙəре
ҡоторған үгеҙҙеке кеүек, ҡурҡам мин унан...– тине лə Динара буҫлығып илай башланы.
– Ила, һылыу, хəсрəтең йөрəгеңде өтмəһен, йəш менəн тышҡа бəреп сыҡһын, еңелерəк булыр, – тип
һеңлеһенең ваҡытынан алда сал ҡунған сəсенəн һыйпаны. 35-е лə тулмаған, йөҙөн йыйырсыҡ баҫҡан
һылыуы уға үтə лə йəл ине. Нисек тə тиҙерəк Рəғиттəн йолоп, был шаҡшының һаҙлығынан тартып
алғыһы килде. Ошо минутта кейəүе ҡайтып инһə, өҙгөлəп ташларҙай булып нəфрəтлəнде,
сараһыҙлыҡтан йөрəге сəнсеп ауыртты. – Динара, нимə тип балауыҙ һығып ултырабыҙ ул, эштəре бөткəн
кеше кеүек? Проблема бар икəн, уны хəл итергə кəрəк бит. Бар, йыуынып сыҡ, ə мин шул арала əмəлен
табырмын.
Лəйсəндең бер уҡыусыһы – юрист, ярай һуңғы осрашыуҙа, һорауығыҙ тыуһа, шылтыратығыҙ, тип
визиткаһын биргəйне. Сумкаһының кеҫəһендə генə ятҡан икəн, табып алып, номерын йыйҙы. Ҡара һин
уны, ҡайһы арала был тиклем өйрəнеп алған Фаяз, йыуаш ҡына малай ине, əле сатнап тора. Кафела
ярты сəғəттəн осрашырға һүҙ ҡуйышып, телефонын һалды. Матур күлдəген кейҙереп, биҙəндереп алғас,
Динараға əҙəм төҫө инде. Фаяз сабыр ғына тыңлап торҙо ла был хəлдəн сығыу юлдарын аңлатты. Шулай
итеп, Динара айырылышыу өсөн ғариза яҙҙы, алиментҡа бирҙе, шылтыратып ҡурҡытыусыларға ла юрист
өйрəткəнсə яуап бирҙе. Лəйсəн апаһы балаларҙы шул көндө үк ауылға тейəп алып ҡайтып китте. Динара
иртəгəһенə декрет ялын өҙөп, эшкə сыҡты. Апайының һүҙҙəре ҡолағында сыңлап, алға əйҙəп торҙо:
“Етте, һылыу, былай илап, ҡайҙан аҡса алырға белмəй, подъездарҙа кеше бысрағы таҙартып йөрөгəнсе,
үҙ эшеңə сыҡ. Көҙгөгə ҡара, кейенеп-яһанып алғас, ҡарап тороуға сибəркəй булдың да ҡуйҙың. Гел шулай
матур йөрө! Йəйен балаларыңды үҙем ҡарармын, көҙ тағы яйы сығыр əле. Рəғит ҡайтып күренһə,
ҡалтырап төшмə, Фаяз əйткəнсə ҡаты һөйлəш, инде лə булмаһа, шылтыратырһың, тине бит, визиткаһын
юғалтма! Мин ышанам һиңə, ун көндəн əлеге хəсрəтең ҡурҡыныс төш кеүек юҡҡа сығыр. Үҙеңде ҡара,
салонға бар, прическа эшлəт! Коллегаларың “Вəт был ял иткəн”, тип аһ итерлек булһын! Үҙеңдең дə
күңелең күтəрелер”. Ысынлап та, ике аҙнанан Лəйсəндəргə килешле кейенгəн, зауыҡ менəн биҙəнгəн
гүзəл ҡатын килеп ингəс, ҡапыл ғына таный алмай торҙо:
– Бына был исмаһам минең һылыу! Афарин! Артабан бөтəһе лə тағы ла яҡшыраҡ булыр! Иҫеңдə тот:
үткəн эшкə – салауат, башҡаса кирегə ҡайтма! Йүнһеҙҙе йəллəмə! Тик алға! Һин уңышлы!
...Эх, апайҙы тыңлаған булһам, хəҙер дауахана карауатында аунамаҫ инем. Айырылып онотоп бөткəс,
йəллəп кире индерҙе, ялбарыуына, анттарына ышанып, тағы ла бер өмөт бирҙе. Үҙе лə шул алдаҡсының
үҙгəреүенə ысын күңелдəн ышанып, һүрелеп барған хистəрен ҡабат тоҡандырып ебəрҙе. Тик ул усаҡтың
йылыһы ике айға ла етмəне. Үҙе ғəйепле бөтəһенə лə, тик үҙе!.. Кисəге хəлдəр ҡабат күҙ алдына килде:
ул арып-талып һөт комбинатынан төнгө сменанан иртəнге ундар тирəһендə генə сыҡты. Лаборатория ике
машина һөттə антибиотик тапты, шуларҙы кире ебəргəнсе апаруҡ ваҡыт үтте. Смена начальнигы итеп
үрлəткəс, бөтəһе өсөн дə ул яуап бирə, эш сəғəте бөттө тип əйтə алмайһың. Яңы программа буйынса
бөтə мəғлүмəтте компьютерға индереп бөткəнсе ике-өс сəғəт үтеп тə китте шул, һиҙмəй ҙə ҡалды.
Ҡайтышлай кибеткə инеп, балаларына колбаса, йогурт, һуттар алып сыҡты.
Лифт ишеге асылыуға əллə ниндəй сит ил көйҙəре ҡолаҡты ярҙы, тауыш кемдең фатирынан килгəнен
абайлағансы, Рамаҙандың үҙəк өҙгөс итеп ҡысҡырыуы мейеһен телеп үтте. Ул шар асыҡ ишектəн атылып
килеп ингəндə, фатир тулы ҡайһы шприц тотҡан, ҡайһыһы тəмəке көйрəткəн, хайуандарса атланышҡан
сыр яланғас əҙəмдəрҙе күреп, юғалып ҡалды. Ул арала улының сарылдап илаған тауышын ишетеп, йоҡо
бүлмəһенə йүгерҙе. Иҙəндə эсен тотоп үрһəлəнеп илаған улын, уға таба эйелгəн шөкəтһеҙ ҡатындың
ҡулындағы шприцты күреп, балаһына ярҙамға ташланды. Тегене сабыйы өҫтөнəн йолҡоп алып ситкə
быраҡтырғанда үҙҙəренең тахтаһында иренең ике ҡатын менəн уйнаш итеп ятҡанын шəйлəп алды,
ҡулына элəккəн ултырғысты өҫтəренə быраҡтырҙы ла сабыйын күтəреп, был мəхшəрҙəн сығып ҡасыу
яғын ҡараны.
“Бөтəһенə лə мин үҙем ғəйепле, ошо ҡəбəхəтте йəллəп, тағы мөмкинлек биргəн булдым. Наркоман
икəнен белə тороп, ташланым тигəненə ышандым. Күрəһелəрем бар икəн.Рамаҙанымды ни эшлəттелəр
икəн, наркотик ҡаҙап өлгөргəн булһалар?..” Артабан упҡынға осто, бөтə донъя дөм-ҡараңғы, башҡаса бер
нəмə лə иҫлəмəй. Был ауыр хəтирəлəрҙəн Динараның йөрəге дарҫлап тибə башланы, башын ҡыршаулап,
даң да доң тимер сүкеш менəн бəргеслəгəндəй үҙəккə үтеп ауыртып зыңланы, күҙ алды ҡараңғыланды,
шунан кинəт ауыртыныу юҡҡа сыҡты, хатта нисектер рəхəт булып китте...Тағы упҡынға осҡанын аңлап,
телен көскə əйлəндереп бер генə һүҙ əйтə алды:
– Ярҙам ите...
***
Аңына килгəндə эргəһендə бик күп аҡ халатлы мəж килə ине. Ҡалҡынмаҡсы булды – аяҡ-ҡулдарын
ҡыбырлата алманы, өндəшергə итте – тауышы сыҡманы, уйҙары буталды. Хəленең бөтөнлəй ауыр
икəнен төшөнгəс, күҙҙəренəн субырлап йəштəре аға башланы. Белəгенə укол һалып булашҡан Гөлсинə,
быны шəйлəп, табипҡа өндəште:
– Рəис Рəсимович, Динара аңына килде.
Табип күҙ һирпеү менəн ауырыуҙың хəлен аңлап алды ла:
– Һə-ə-ə, ҡара һин уны, иҫəн ҡалдым тип ҡыуанып күҙ йəше түгə əллə?! – тип шаяртырға тырышты.
– Телефондан балаларҙың хəлен белəйем əле?
– Юҡ. Ниңə телефондан ғына, улар иртə таңдан палата ишеге төбөндə көтөп ултыра. Биш минутҡа ғына
индерəм. Ə һин, һылыуым, аңла, ошо сабыйҙарың хаҡына йəшəргə тейешһең. Ирең ни ҡылһа ла, һинең
үлергə хаҡың юҡ! Ике тапҡыр ҡотҡарҙым, өсөнсө инсульттан һаҡлан!
Табиптың һүҙҙəре Динараны тамам айнытып ебəрҙе.
Ишек асылыуға, өс улы килеп тə инде. Өлкəне йылмайырға тырыша:
– Əсəй, хəлең нисек?
– Яҡшы!
– Тиҙерəк һауыҡ!– тип уртансыһы суп итеп үбеп алғанда, битенə йəше тамғас, əсəнең йөрəге семтеп
ҡуйҙы. Кинйəкəйе карауатҡа менеп ултырып тəтелдəй башланы:
– Əсəй, мин һин өйрəткəнсə врачты саҡырттым. Мин ҙур үҫкəн шəп малай бит, эйеме? Ағайым
ышанмаған була, атай саҡыртҡан, ти. Эйе, шулайта ти, улар əсəй ауғас та сығып ҡасты...
– Рамаҙан, мин һиңə нимə тинем? Күп һөйлəнһəң, башҡаса эйəртмəйем! – Айнур ҡустыһыр етəклəп
алды.
– Беҙҙе биш минутҡа ғына индерҙелəр. Өйҙə бөтəһе лə һəйбəт. Лəйсəн апай ҙа, Айтуған ағайым менəн
Гөлгөнə еңгəм дə килде. Беҙҙең өсөн ҡайғырма, тиҙерəк һауыҡ! – тип Алмасы ҡустыларын əйҙəлəп алып
сығып киткəс, бер килке үҙ халəтен аңлай алмай торҙо Динара. Балалар артынан ишек ябылып та
өлгөрмəне, табип Лəйсəн апайын эйəртеп килеп инде.
– Улдарыңды күргəс, күңелең тынысландымы? Ҡан баҫымыңды төшөрҙөк, хəҙер һауығыу тураһында
ғына уйла! Лəйсəн ханым, һөйлəшкəнсə, биш минуттан ары тормағыҙ, ауырыуға ял итергə кəрəк,– тине
лə сығып китте.
– Нимə, һылыу, башҡаса ял теймəгəс, ошолайтып булһа ла йоҡо туйҙырмаҡ булдыңмы? – апайы, һəр
ваҡыттағыса, шаян һөйлəште.
– Эй, апай, ниндəй йоҡо? Минең балаларҙы ташламаҫһың инде?– Динараның күҙҙəре йəшлəнде.
– Ə-ə-ə, аҡылың алтын икəн! Минең өс бала өҫтөнə үҙеңдекелəрен дə ҡалдырмаҡсы булаһың, ə?!
– Һуң, апай, кемгə ҡалдырайым? Күреп тораһың бит, өмөт юҡ!– Динара үкһеп илай башланы.
– А ну-ка, туҡта һыҡтауҙан! Теге донъяла лимит тулған, һине алмайҙар! Так что, туғанҡайым, йəшəргə
тура килер!
– Нисек?
– Очень просто! Бына минең кеүек! Ун йыл элек микроинсульт кисерҙем, берəйегеҙ белдеме?! Шулай,
һылыу, балалар хаҡына яҡты донъяға сат йəбешеп йəшəргə тырыштым. Аллаға шөкөр, əле лə үлем
тураһында уйлағаным да юҡ!
– Һин көслө бит, апай. Рəғит минең рухты һындырҙы...
– Ялғайбыҙ уны, тəүге тапҡыр түгел дə инде. Иң беренсе сиратта – булыр-булмаҫ уйҙарҙы башыңдан
сығарып ат!
– Əйтеүе генə еңел...
– Эшлəүе лə ауыр түгел! Ошо минуттан гел позитив булһын! Ана, тəҙрəгə ҡара əле, яҙғы ҡояш нисек
йылмая! Ҡышҡы сатлама һыуыҡ мəңге бөтмəҫ кеүек ине, йылынды бит көндəр.Аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына
болоттарға күтəрелеп ҡарағаның бармы?
– Бəлəкəй саҡта əллə ниндəй йəнлектəргə оҡшатып көлөшə торғайныҡ, эйеме, апай?
– Эйе, һылыу, хəтфə үлəнгə һуҙылып ятып, күккə ҡарап, сəғəттəр буйы “аттар” сапҡанын, “көсөк” менəн
“бесəй” уйнағанын күҙəтə инек. Əле лə ҡараһаң, мəрəкə ул, күрə белергə генə кəрəк.
– Һауаға ҡарап торорға ваҡыт юҡ бит, апай...
– Ə минеке бар! Эштəн сумка тултырып, төндə тикшерергə дəфтəр алып ҡайтам, өс һыйыр һауам, көн дə
ҡаймаҡ айыртам, май яҙам, өсəр үгеҙ һимертəм, йөҙ баш ҡош-ҡорт аҫрайым, ике теплица йəшелсə
үҫтерəм, ҡышҡылыҡҡа салат эшлəйем, тоҙлайым... Эшлəгəн эшемде һанап бөткөһөҙ. Лəкин һауаға
ҡарарға ла, ҡар бөртөктəренең осоноп өйөрөлөүен күҙəтергə лə, йондоҙҙар емелдəүенə һоҡланырға ла
ваҡытым етə! Ана, ағастар япраҡ яра, шул мөғжизə түгелме ни?
– И-и-и, мин иҫкə лə алмағанмын.
– Бынан һуң матурлыҡты күрергə өйрəн!
– Тырышырмын, апай!
– Икенсенəн, 18 көндəн һуң үҙ аяҡтарыңа баҫып өйөңə ҡайтасаҡһың!
– Ай-һай...
– Быныһы ниткəн һүҙ тағы? Мин бит һинəн, ҡайтаһыңмы, тип һорамайым, табип əйтте, ə ул бындай
ауырыуҙарҙы күп күргəн кеше, белеп һөйлəй!
– Ысынлап шулай тинеме?
– Ысын, апайыңдың ҡасан алдашҡаны бар?! Өсөнсөнəн, бик матур ғына итеп 21 көн буйы шифаханала
ял итеп, реабилитация үтеп ҡайтасаҡһың.
– Кит, апай, юлланмаға ҡайҙан аҡса еткерəйем?
– Һинəн аҡса һораған кеше барҙыр шул, дауахананан ебəрəсəктəр, шулай тейеш! Ҡасан шифахана күрер
инең əле?! Дүртенсенəн, йəйгə сыҡҡас та Арҡайымға барабыҙ.Теге ваҡыт миңə файҙаһы тейҙе, шунда
булғаны бирле йөрəк тə ауыртмай, ҡан баҫымы ла күтəрелмəй, дарыуҙың нимəгə кəрəген дə онотоп
бөттөм, бер нəмəгə лə бошонмай, тыныс ҡына йырлап тик йөрөйөм.Һиңə лə шəп буласаҡ, мин əйтте
тиерһең!
– Барып етеп булһа, уй, апай, унда тиклем алыҫ бит...
– Машина алып барып еткерə ул. Үҙебеҙ рулгə ултырырға ҡурҡһаҡ, Айтуған менəн һөйлəшербеҙ. Рəғитте
нимə эшлəтергə һуң, апай?
– Ярай, бергə йəшəгең килəме?
– Юҡ!
– Полицияға тапшыраһыңмы һуң?
– Балаларҙың атаһы бит...
– Ярай, һинеңсə булһын,үҙең өйгə ҡайтҡансы берəй əмəлен табырмын.
– Тəк, быныһы ла булды, тағы нимəне оноттом? Ə-ə-ə, иҫкə төштө! Мин теге ваҡыт биргəн доғаларҙы
ятланыңмы?
– Эйе
– Хəҙер шуларҙы бер туҡтауһыҙ ҡабатла. Аллаһы Тəғəлəнəн үҙеңə һаулыҡ һора! “Миңə нисек хəйерле,
ғəмəлдəреңде шулай ҡыл”, – тип доға һуңында телəк телə. Аллаҡайым ярҙам итə ул, ни һораһаң, шуны
бирə. Башыңа насар уйҙар инһə, тəсбих əйт, еңеллек килеүен үҙең дə тойорһоң. Ну всё! Күрһəтмəлəр
бирҙем, алға план ҡорҙоҡ, үтəйһең генə ҡалды. Һин быға əҙерме?
– Рəхмəт, апай, əлдə һин бар əле. Бөтə нəмəне рəткə һалдың, рух ялғанды. Йəшəйем былай булғас.
– Балаларың ҡараулы, Айтуған менəн Гөлгөнəгə тапшырҙым, ашарҙарына айға етерлеген тейəп
килтерҙем. Бер ҡайғырыр сəбəбең юҡ, мин икенсе килеүгə аяғыңа баҫҡан бул! Шундый сибəр, аҡыллы,
белемле текə түрə ҡатынға үҙен йəллəп илап ятыу килешмəй ул!
– Текə түрə! Ну апай, һин, əйттең...
– Дөрөҫ һүҙгə яуап юҡ! Пока! – Лəйсəн, өйөрмə кеүек, Динараның башындағы хəсрəтле уйҙарын ҡутарып
алып ташланы ла, йəшəүгə ышаныс, маҡсат тəғəйенлəп, сығып та китте.
Динара бер ни тиклем һушын йыя алмай ятты. Мəсьəлəнең сиселеү юлын аңлағас, бөтə нəмə бер рəткə
теҙелде, апаһы əйткəндəй, “все легко и просто!” «Нисек шулай булдыра ул?! Əллə ниндəй сетерекле
хəлдəрҙəн дə сығыу юлын таба. Ана бит, микроинсульт кисергəн, беҙ белмəй ҙə ҡалдыҡ, һауыҡҡан! Ə
беҙгə апайҙың хəлдəре, үҙе əйтмəшлəй, гел ал да гөл кеүек.Ул нимəгə тарыһа ла файҙа таба, юҡ икəн –
һабаҡ ала. Беҙгə лə шулай өйрəтə, гел аҡыллы кəңəш бирə, ҡайһы саҡ тыңламай ғына хур булабыҙ. Йə,
ярай, бынан һуң тыңлармын. Хəҙер үк башлайым. Позитив, тинеме əле? Йəшəргə кəрəк! “Беткə үс итеп,
тунды мейескə яҡмайҙар” тигəндəй, Рəғит өсөн үлеп ятып булмай əле! Беҙҙең менəн əҙəмсə йəшəргə
телəмəй икəн, тимəк, беҙ балалар менəн унһыҙ ҙа бына тигəн итеп гөрлəтеп йəшəйəсəкбеҙ! Теге
ваҡыттағы ҡыйынлыҡтарҙы еңə алғанды, хəҙер ҙə еңеп сығырмын. Бына тигəн эшем бар, ғаилəне аҡса
менəн былай ҙа үҙем тəьмин итəм . Ҡара əле, ысынлап та, биш йыл буйы минең елкəлə ята бит, əҙəм
аҡтығы! Үҙгəрəм, мөмкинлек бир, тип ышандырып ҡайтып инде лə, йөрəген дə, фатирын да туҙҙырып,
юҡҡа сығарып, тағы ла сығып олаҡты!Шунан тағы ҡайтты... Йə, ярай, был ҡəбəхəтте иҫлəп, нервы
бөтөрөп булмаҫ! Башҡаса ғəфү итмəйəсəк! Йəһəннəмгə олаҡһын! Улдарына насар миҫал булып тормаҫ!»
Ошондай ҡарарға килгəс, Динараға еңел булып китте. Əллə ниндəй мөһим эш майтарған кешелəй, доғаларын уҡый-уҡый иҙрəп йоҡоға талды.
***
– Рəхмəт һеҙгə, Рəис Рəсимович, һеңлемде үлем тырнағынан йолоп алып ҡалдығыҙ!
– Был минең эшем, Лəйсəн ханым. Ə бына һеҙ – шəп психолог! Һоҡланыуымды йəшерə алмайым,
бөгөндəн бында эшкə алыр инем! Динараға артабан нимə эшлəргə икəнен бик шыма ғына аңлаттығыҙ ҙа
бирҙегеҙ. Иманым камил, һеңлегеҙ башҡаса үлем тураһында уйламаясаҡ! Хəҙер дауалауҙың һөҙөмтəһе
күпкə юғарыраҡ буласаҡ!
– Һеҙ ишетеп..
– Ғəфү итегеҙ, мин ишек төбөндə торҙом. Күп ваҡыт хəл белеүселəр, ауырыуға ҡушылып илап, хəлен
киҫкенлəштерə. Ашығыс ярҙам итергə тура килə. Əле лə шулай булмаһын тип алыҫ китмəгəйнем.
– Улай...
– Хəҙер һеңлегеҙ өсөн күңелем тыныс. Кризистан сығырға ярҙам иттегеҙ. Шулай бергəлəп тырышһаҡ,
аяҡҡа баҫтырырбыҙ.
– Иншалла.
***
Дауахананан шифаханаға ебəрҙелəр, унан үҙ аяғында күтəренке кəйеф менəн ҡайтып инде Динара.
Гөлгөнə килене тəмле итеп бишбармаҡ, бауырһаҡ бешереп ҡуйған, хуш еҫ подъездан уҡ танауҙы
ҡытыҡлай. Гөлгөнəгə йөрөүе ауырлашҡан, ҡорһағы түп-түңəрəк, ҡапыл ярылып китер ҙə бəпəйе һикереп
төшөр кеүек. Улай ҙа өйҙө лə, балалрҙы ла ҡарап торҙо, рəхмəт яуғыры. Ə Лəйсəн апайы килə алмаған,
бөгөн мəктəбендə башҡорт теле уҡытыусыларының район семинарын уҙғара. Кластарҙа балалар һаны аҙ
булыу сəбəпле 5,6,7 синыфтарҙы бер төркөм, 8-9-ҙарҙы бер төркөм итеп ике дəрес, кластан тыш сара
күрһəтə. Ошолай итеп өсəр класты бер дəрестə нисек өйрəтмəк кəрəк? Башҡортостанда йəшəп, башҡорт
телен əҙəмсə уҡытырға аҡса тапмаһындар инде! Апайы нисек итеп йырып сығыр икəн? Ҡуй, юҡҡа
көймəйем əле, апайы булдыра алмаған эш юҡ ул!
Эй, рəхəтлеге үҙ фатирыңда балаларың эргəһендə булыуҙың! Йоҡларға ятҡас та, оҙаҡ һөйлəштелəр,
улдарының яңылыҡтары бик күп йыйылғайны. Берəм- берəм сабыйҙары тынды, ə ул тулған айҙың
тəҙрəнəн төшкəн нурҙарына ҡойоноп, йондоҙҙарҙың күҙ ҡыҫыуына иркəлəнеп ята бирҙе. Ниндəй сихри
төн! Яратҡан йəрең менəн һөйөшөп туймаҫлыҡ миҙгел! Их...
Кинəт асылып киткəн ишек, Рəғиттең əшəке итеп һүгенеп фатирға ҡайтып инеүе, дейеү бəрейелəй,
бүлмəнəн-бүлмəгə йөрөп Динараны эҙлəүе, йəш ҡатындың лəззəтле уйҙарын, татлы хыялдарын
селпəрəмə килтерҙе.
– Ҡатманыңмы ни һаман! Ниңə ҡаршы алмайһың? Əйҙə, йоҡо бүлмəһенə!
Аңшайып торма, йəш саҡта үлə яҙып миңə сыҡҡайның бит, əле ярамайыммы ни? Шифаханала туйҙырып
ҡайтарҙылармы əллə?
– Һин иҫерек, бар ят, айыҡҡас һөйлəшербеҙ! Тауышланма, балаларҙы уятаһың!
– Уяттыраһың килмəһə, ҡарыулашма!– ғифриттең ауырыу ҡатынға көсө етте, сəсенəн элəктереп
һөйрəклəп алып инеп китте.
Əллə ҡасандыр ғүмеренəн артыҡ күреп яратыуы иҫенə төштө, əллə тауышһыҙ үкһеүе тəъҫир итте,
вəхшиҙəрсə ҡыланған ир ҡапыл туҡтап ҡалды:
– Алйот һин, Динара, нимə ҡарап миңə кейəүгə сыҡтың?
– Һин бындай түгел инең...
– Үҙеңде алдама! Мин һəр ваҡыт шул Рəғит инде. Йүнле кешенəн əсəһе баш тартамы əллə?
– Аҡсаң күп сағында уға ла, туғандарыңа ла кəрəк инең дə ул...
– Шул шул, аҡса күптə, ə хəҙер?
– Миңə үпкəлəр хəлең юҡ! Яңы тыуған сабый менəн, бер тинһеҙ ҡалдырып, ташлап сығып киткəс тə,
балалар хаҡына ғəфү итə алдым.
– Эйе, ғəфү иттең! Ə мин бер ваҡытта ла үҙемдең ниндəй ҡəбəхəт икəнемде онота алманым! Шундай
һəйбəт сибəр уңышлы ҡатын фонында үҙемдең ниндəй юҡҡа сыҡҡан нəмə икəнем асығыраҡ күренде.
Һин ғəйепле бөтəһенə лə! Һин!
– Мин һине ҡырҡҡа еткəс наркоман яһаманым!
– Ə-ə-ə, һин шулаймы ни əле?! Һин генə алла бəндəһе, мин насармы?! – ир кинəт ҡыҙып китеп ҡатынды
бар көсөнə туҡмай башланы. Динараның асырғаланып ҡысҡырыуына Алмас килеп инде. 15 йəшлек егет
йəн көсөнə атаһын алып осорҙо ла əсəһен күтəреп алып сығып китте.
– Əсəй, мин полицияға шылтыратам
– Ҡуй, балам, атайың бит!
– Күпме түҙергə була!– улы телефонын алды.
– Төрмəгə япһалар, һеҙгə «тюремщик» балаһы тигəн мөһөр тағыласаҡ бит!
– Былай ҙа йəшəп булмай инде...
“Былай ҙа йəшəп булмай” – балаһының һүҙҙəре оҙаҡ башынан сыҡманы. Нимə эшлəргə һуң? Нисек
йəшəргə? Динара хəле бөтөп, залдағы диванға ауҙы, күкрəгенəн һурылып йəне сығып барған кеүек, əллə
үлеме шул инде? Ҡатындың һыҡтауын ирҙең ғырлауы баҫты. Ул арала таң да атты.
*** ***
Лəйсəн бөгөн иҙелеп уянды, уянды тип əллə ни йоҡламаны ла инде, төштəре буталды, һеңлеһен əллə
нисек сəйер итеп күрҙе. Һыйырҙарын һауғанда ла һеңлеһе иҫенəн сыҡманы. Йүнлегə түгелдер инде, тип
шылтыратып хəлен белергə булды.Телефонды тиҙ алды:
– Апай, бəхил бул!..
Үкһеү аша өҙөк-өҙөк һүҙҙəрҙəн эштең хөртлөгөн аңланы Лəйсəн:
– Һеңлем, дарыуҙарыңды ҡап та, доға уҡы, мин хəҙер килеп етəм!
Ошондай көрсөккə терəлгəн саҡтарында Лəйсəн Гөлүзəнəн кəңəш һорай. Ашығып телефондан күрəҙəсе
дуҫының номерын эҙлəне. Гөлүзə кинəт барлыҡҡа килгəн һəлəтен кешелəргə белдереп бармай, туғантумаса, дуҫ-иштəрен ярҙамынан ҡалдырмай: һыҙланыуҙы, ауырыуҙарҙы ниндəйҙер үҙе лə аңламаған
доғалар ярҙамында дауалай, сетерекле хəлдəн сығыу юлын да өйрəтə быларҙы минең аша юғары көстəр
эшлəй, ти. Əле лə һорауын əйтеп бөтөр-бөтмəҫтəн, дуҫы:
– Уф, тəнем земберлəп ҡуйҙы. Һеңлеңдең хəле ныҡ насар! Уф, теге наркоман ишектəн инə, уға эйəреп
фатирға ҡап-ҡара хəшəрəттəр тула! Былай ҙа хəлһеҙ һеңлеңдең энергияһын һуралар, тыны ҡыҫыла
бахырҙың. Ашыҡ! Ярҙам итеп өлгөрə алаһың əле. Артыш төтəтеп, белгəн доғаларыңды уҡып, фатирын
таҙарт,тоҙло һыу менəн иҙəнен йыу, бигерəк тə мөйөштəрҙе ҡалдырма! Рəғитте...
– Уны полицияға тапшырам, һəйбəтлəп əйткəнде аңламаны
– Ҡыҙма! Динара улай телəмəй. Миңə һандар күрһəтəлəр, яҙып ал əле, был наркомандарҙы дауалай
торған ерҙеке булырға тейеш, шылтырат.
– Аңланым, ə һеңлемə «тиҙ ярҙам» саҡыртайыммы?
– Юҡ, табиптар тейешен эшлəгəн инде, хəҙер улар ярҙам итə алмаҫ.
–Һылыуым үл...
– Юҡ, һин нимə, тыныслан! Өфөлə аҡ мəсет бар, шунда көслө хəҙрəт эшлəй булыр. Оҙон мыҡты кəүҙəле,
һөйлəшеүе беҙҙекенəн айырыла, исемен Шəрəфи тип атайҙар, шуны тап! Унан өшкөрт, ҡалғанын үҙе
өйрəтер.
Өфөгə ҙур тиҙлектə елеп барһа ла, үҙенə бик оҙаҡ тойолдо, башында ҡурҡыныс уйҙар ҡайнашты. Юлда
теге номерға шылтыратты, наркомандарҙы реабилитациялай торған клиника булып сыҡты, үҙҙəре барып
та ала икəн, адресын һоранылар, хаҡы менəн ҡыҙыҡһынғас, əллə ниндəй господдержка тип һөйлəнде,
тимəк, бушҡа. Был проблеманы хəл итеүгə, мəсеткə килеп тə етте, үҙе студент йылдарында барғылай
ине, эҙлəп йөрөйһө булманы. Шəрəфи хəҙрəтте һорашып тапты, уға инергə кеше күп, ғəфү үтенеп, хəлде
аңлатып эскə уҙҙы. Хəҙрəт тыңланы, бер сəғəттəн барып етеренə ышандырып, адресты алып ҡалды.
Лəйсəн барып ингəндə, Рəғит артынан килгəйнелəр, һеңлеһенə аңлатты ла уны тейəшеп ебəрҙе, тиҙ генə
иҙəндəрҙе йыуып, өйҙө таҙартты, үҙе менəн алып килгəн ваҡ бəлештəрҙе йылытты, ул арала мулла ла
килеп етте.Бер сəғəттəн улар Динара менəн икəүлəп залға сыҡты. Һеңлеһен үҙ аяғында күреп
ҡыуанысынан нимə ҡылырға белмəне апаһы, матур итеп əҙерлəнгəн табынға саҡырҙы. Шəрəфи хəҙрəт
артабан нимəлəр эшлəргə, ниндəй доғалар уҡырға өйрəтте.
– Һин барыбер мəсеткə килəсəкһең əле, туғаным, – тине ул хушлашҡанда.
– Йөрөрлөк тə хəлем юҡ шул...
– Һаулыҡты ла, көстө лə Аллаһы тəғəлə үҙе бирə ул. Дөрөҫ юлды күрһəтеүсе лə тик Хоҙай ғына!
*** ***
Бөтə өйҙө яңғыратып, телефон зыңланы. Һылыуының исеме сыҡҡас ҡото осто, йə Хоҙай, тағы нимə
булды икəн?!
– Һаумы, апай! Һиңə рəхмəт əйтергə шылтыратам.Əлдə һин бар! Мине үлемдəн ҡотҡарҙың, йəшəргə көс
бирҙең.Үҙемде шундый яҡшы хис итəм! Мин бөгөн эшкə сыҡтым!
– Һөйөнөслө хəбəреңə рəхмəт. Иҫəн-имен генə була күр, башҡаса ҡурҡытма беҙҙе. Рəхмəтеңде миңə
түгел, Раббыбыҙға əйт. Ул һиңə һауығырға көс бирҙе!
– Аллаһы Тəғəлəгə рəхмəтемде əйтеү генə түгел, көнө-төнө яуҙырам. Мин намаҙға баҫтым бит, апай!
Ауырығанда күп уйландым. Был донъяның байлығы ла, бөтə рəхəтлеге лə, эштə билəгəн ҙур урын да,
йөрəкте өткəн һөйөү ҙə, Рəғиттең ҡəбəхəтлеге лə үлем менəн күҙгə-күҙ осрашҡас сүп кеүек тойолдо.
Бөтəһе лə Аллаһы Тəғəлə ҡарамағында! Ул беҙҙе яҡты донъяға һынау өсөн ебəрə. Кемделер – байлыҡ,
кемделер – ауырыу, кемделер фəҡирлек менəн һынай...
– Ə һинең өлөшкə һынауҙың бигерəк ҡатыһы төштө шул...
– Булһын, апай, түҙгəндəргə əжерен дə йəллəмəй биреүсе ул – Хоҙай.
– Мин шатмын һинең өсөн, ҡəҙерлем! Хəҙер аңланыңмы инде яҙмышыңдың ошолай булыуына ғəйебең
юғын?
– Əсəй алдында ҙур ғəйебем бар. Əсə һүҙен йығырға ярамай, тыңларға кəрəк булған! Күпме ҡайғырҙы
бит ул минең өсөн!
– Йəннəт – əсəлəрҙең аяҡ аҫтында, тип боронғолар белмəй əйтмəгəн шул.
– Ялға, ниһайəт, ауылға ҡайтам, теҙлəнеп ғəфү үтенəсəкмен, əсəй аңлар, ул бит фəрештəлəй саф
күңелле!
– Һин башыңдан үткəндəрҙе əсəйгə һөйлəй күрмə. Уның һаулығын аяным, вис əйтмəнем, шифаханала
элемтə юҡ, тинем.
– Борсолма, апай!
Телефонды һалғас та күңел күтəренкелеге кəмемəне. Бына бит, Хоҙайҙың рəхмəте киң! Һəр кем Аллаһы
Тəғəлəгə үҙенсə килə, ə һеңлеһенең юлы ай – һай урау, ҡатмарлы булды. Инде алдағыһы хəйерле була
күрһен. Ул арала, күңелгə тыныслыҡ биреп, мəсет яғынан аҙан тауышы ишетелде..