БР ауыл хужалығы министры
Илшат Фазрахманов, имбирь
тирəлəй барған ажиотажға
комментарий биреп, республика
халҡына ҡымыҙ эсергə һəм
башҡорт балы ашарға кəңəш
иткəн.
Белеүегеҙсə, имбирь
коронавирустан ярҙам итə икəн,
тигəн хəбəр булғайны, уның хаҡы
350 һумдан 5000 һумға тиклем
күтəрелеп китте. Халыҡ уны
магазиндан һатып алып бөттө,
тиергə була.
«Башҡорт балы, ҡымыҙ, һөт
аҙыҡтары күпкə файҙалыраҡ. Шулай уҡ прополис менəн балдан əҙерлəнгəн башҡа файҙалы аҙыҡтүлектəр ҙə бар. Башҡортстанға етештерелгəн яңы аҙыҡтар менəн генə туҡланырға кəрəк. Улар
иммуниетты күтəрə”, – ти министр.
Фото:Яндекс
Яңылыҡ авторы: Сажиҙə Лотфуллина