Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
30 Март 2020, 17:36

"ӘЙҘӘГЕҘ, ВИРУСТЫ ЕҢӘЙЕК!"

/

Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин яңыраҡ ҡына Өфөгә йәшәргә күскәйне. Спортсы Инстаграмға ҡуйған видеоһында баш ҡала халҡына бына нимә тип мөрәжәғәт итте.
Эльбрус Ниғмәтуллин карантин аҙнаһы осоронда барыһын да үҙаллы изоляция режимы ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра. “Дуҫтар, етди ҡарарға саҡырам. Өйҙә ҡалығыҙ, яуапһыҙ булмағыҙ. Йәмәғәт урындарында йөрөмәгеҙ! Был беҙҙең барыбыҙға ла ҡағыла. Әйҙәгеҙ, вирус беҙҙе түгел, ә беҙ уны еңәйек!” – тип яҙған илебеҙҙең иң көслө кешеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: бөгөн Башҡортостанда коронавирус менән сирләүгә бәйле биш осраҡ теркәлгән. Сирләгән пациенттарҙың барыһы ла - сит илдән сәйәхәттән ҡайтыусылар.
Фото: "Башинформ".
Алия Даутова.
Читайте нас: