Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
30 Март 2020, 22:15

Уны ябыҡ табутта ерләйәсәктәр...

.

Коронавирус бер кемде лә аямай. Баймы һин, ярлымы, билдәле йондоҙмо, ябай кешеме. Килеп эләкте икән, еңел генә ҡотолормон тимә.
Ошо көндәрҙә Ырымбур өлкәһендә был мәкерле сирҙән һәләк булған 57 йәшлек ҡәрҙәшебеҙ Раил Зарипов тураһында билдәле булды. “Байтуған сервис компанияһы”ның генераль директоры, билдәле бизнесмын Европа илдәре буйлап сәйәхәт иткән икән. Уның үлеме тураһында имеш-мимештәр артҡас, ирҙең бер туған ағаһы Айҙар Зарипов интернет аша халыҡҡа мөрәжәғәт иткән.
“Хөрмәтле етәкселәр, мин Айҙар Зарипов, Яңы Усман ауылы хакимиәте башлығы булып эшләйем. Бөгөн 28 мартта минең ағайым Раил Тәлғәт улы Зарипов Ырымбур ҡалаһында коронавирустан һәләк булды. Ул Быҙаулыҡ ҡалаһында йәшәй ине. Ағайым Испаниянан ҡайтты һәм үҙенең машинаһында Быҙаулыҡҡа ҡайтып китте. Яңы Усман ауылына ул килмәне. Кем уның менән контактта булған, барыһы ла дауаханала. Был – уның ғаиләһе. Уларҙың анализдары таҙа. Ауылда йәшәгән Зариповтар уның менән контактта булманы. Беҙ бер нимә лә йәшермәйбеҙ. Беҙҙең дә ғаиләләр, балалар һәм атай-әсәйҙәребеҙ бар. Тағы бер тапҡыр әйтәм, ауылдаштар уның менән бәйләнештә булманы. Беҙгә ауыр. Әйҙәгеҙ, имеш-мимешкә ышанмайыҡ”, - тип яҙған ул.
Ирҙең ағаһы Айҙар Зарипов белдереүенсә, уның температураһы юғары булмаған, 37,3-37,4 тирәһе генә торған. Тамағы ауыртыуға зарланған. 17 мартта уны дауаханаға һалалар һәм коронавирус икәнлеген беләләр. Тәүҙә ул ағаһы менән телефон аша һөйләшеп тора, ә һуңғы өс көндә 25 марттан 27-һенә тиклем хәле ауырлаша һәм һөйләшә алмай башлай.
Был ғаилә Һамар өлкәһендә бик билдәле. Раил Тәлғәт улы ағалары менән мәсет йүнәткән, хәйриә менән шөғөлләнгән. Уны бөгөн ерләргә тейештәр. Туғандары белдереүенсә, табиптар уны ябыҡ табутта ерләргә ҡушҡан. Был мосолман йолаларына ҡаршы килә, уны йыуып кәфенгә төрөргә тейештәр. Тик туғандарға табиптар талабын үтәмәй сара юҡ.
Шулай уҡ Раил Зариповтың хроник сирҙәре булыуы билдәле.
Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, дуҫтар. Өйҙә ҡалайыҡ.
Фото: intertat
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: