Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
30 Март 2020, 15:03

Радий Хәбиров: ҡул бирешеп күрешмәйек!

/

Хөкүмәттә аҙна һайын үткән оператив кәңәшмәнең бөгөнгөһө лә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүгә арналды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров башҡарылған эштәр тураһында һөйләне һәм һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы.
Билдәле булыуынса, бөгөндән республикала бик күп ойошмалар һәм учреждениелар ябылды. Шул иҫәптән сауҙа үҙәктәре лә. Тик уларҙа аҙыҡ-түлек магазиндары, дарыуханалар, зоомагазиндар ғына эшләйәсәк. Быға тиклем сауҙа үҙәктәрендәге фуд-корттар эшләй ине, Радий Фәрит улы уларҙы бөгөндән ябырға ҡушты.
- Бөгөнгә тиклем фуд-корттарҙы япмай инек. Был ҡарарҙы ҡабул итергә кәрәк. Күренеүенсә, бик күп кешеләр ошо урындарҙа йыйыла. Шуға улар ҙа ябыласаҡ, - тине Радий Фәрит улы.
Тағы шуныһы, төбәк етәксеһе хәүефһеҙлек маҡсатында был көндәрҙә ир-егеттәрҙе ҡул биреп күрешмәҫкә саҡырҙы.
- Был беҙҙең ҡанға һеңгән, кешене күреү менән ҡул үҙенән-үҙе күтәрелә башлай. Тик табиптар һаулыҡ өсөн ҡул биреп күрешмәҫкә кәңәш итә. Тап ошо юл менән инфекция тарала. Әйҙәгеҙ, үтәйек быны, - тине ул.
Фото: yandex.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: