Стоматит, грипп ваҡыттарында был таш онтағы мөғжизәүи тәьҫир итә. Иртәгәһенә үк тел таҙара, теш ҡаҙнаһы ялҡынһыныуҙан туҡтай. Русса ул “квасцы жженые” тип атала һәм әле лә аптекаларҙа һатыла. Тәғәйенләнешендә аяҡ ныҡ тирләүгә ҡаршы ҡулланыла, еҫен бөтөрә, тиелгән. Тәбиғи антисептик инде ул.
Теш ҡаҙнаһының шешен ҡайтарыуы ла билдәле. Һытҡы сығып йонсотҡанда ла әсүташ онтағын иҙеп һөртөүҙәре билдәле. Тире таҙарып ҡала. Оҙаҡ төҙәлмәй йонсотҡан яраны йыуып, асүташ онтағы һипһәгеҙ, яра тиҙ бөтәшеүе мәғлүм.
Тура тәғәйенләнеше буйынса ҡултыҡ аҫтын, табанды уның онтағын һыуға иҙеп һөрткәндә, артыҡ тирләп йонсомайһың икән. Бик көслө булыуы ихтимал, шуға самаһын белеп кенә ҡулланығыҙ.
Борон ата-бабалырыбыҙ тәбиғи ысул менән дауалаған. Ә һеҙ ниндәй шифалар хаҡында беләһегеҙ? Икенсе юлы таҙартылған көкөрт тураһында һөйләрмен. Уның мөғжизәүи көсөн беләм. Уны тап халыҡ табиптары әйтеүе буйынса ҡулландым һәм уның ни ҡәҙәрем файҙалы булыуын үҙемдә тойҙом.