Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Март 2020, 13:41

Организмды нимә ҡартайта?

/

Бәхетле булыу өсөн иң беренсе һау-сәләмәт булыу кәрәк. Ошоно иҫтә тотоп, түбәндәге кәңәштәргә иғтибар итегеҙ, үҙегеҙгә ғәҙәт итеп алығыҙ.

Үтә ҡайнар аҙыҡ ашамағыҙ. Улай иткәндә, кеше эстән "һәләк була": зыянлы микробтар менән бергә файҙалыһы ла үлә, етмәһә, эстәге туҡымалар зарарлана-бешә, бигерәк тә ҡайнар аштан боҙғаҡ биҙе ныҡ зыян күрә, шул арҡала ауыҙҙан насар еҫ сығырға мөмкин. Аҙыҡ-түлектең эҫелеге 45 градустан ашмаҫҡа тейеш.

Физик күнекмәләр эшләгәндә сүкәйеү - иң мөһимдәренең береһе, тубыҡ яҙылып ҡала. Ә аяҡтың бөгөлөшө 90 градустан артмаҫҡа тейешлеген беләһегеҙме? Иҙәнгә еткәнсе сүкәйгән ваҡытта ҡан тамырҙары ныҡ ҡыҫыла, һөҙөмтәлә варикоз, тромбоз һәм башҡа ауырыуҙар килеп сығыуы мөмкин.

Ҡояшта артыҡ ҡыҙынмаҫҡа, иң күбе - 15 минут. Ультрафиолет нурҙары тәьҫиренән тире тиҙерәк ҡартая. Ҡыҙыныр алдынан Е витамины ҡабул итергә кәрәк.

Сәсте ныҡ ҡыҫҡа ҡырҡтырыу кәрәкмәй. Ул - баш тиреһенең һаҡсыһы, беҙҙе йәй эҫенән, ҡыш һыуыҡтан һаҡлай.
Һыуҙы икенсегә ҡайнатмағыҙ. Оҙаҡ ҡайнатҡан һайын уның файҙалы үҙенсәлектәре юғала. Шулай уҡ белмәгән урындан һалҡын һыу ҙа эсмәгеҙ. Көнөнә күпме эсергә кәрәклеген хәҙер белмәгән кеше юҡ. Шулай ҙа 2 литрҙан артығы ярамай, сөнки ул организмдан файҙалы матдәләрҙе йыуып төшөрә башлай.
Үҙегеҙ һәр саҡ яҡшы кәйефтә булырға тырышығыҙ. Насар уйҙар, асыу иммунитетты ҡаҡшата, һәр ауырыуға юл асыла, бигерәк тә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, һулыш алыу органдары тиҙ бирешә. Проблема бар икән, көйөп ултырырға түгел, ә уны хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Шулай уҡ асыу организмды тиҙерәк ҡартайта.
Мөмкин булһа, көн һайын әҙләп сәтләүек ашағыҙ. Уларҙа Е витамины булғанлыҡтан, ҡартайыу процесы яйлана, ғүмер оҙая.
Хәрәкәттә - бәрәкәт. Иммунитетты нығытыу өсөн күберәк йәйәү йөрөргә, лифттан файҙаланмаҫҡа, ябай ғына физик күнегеүҙәр эшләргә тырышығыҙ.
Был кәңәштәр мотлаҡ сәләмәтлегегеҙҙе нығытырға, кәйефегеҙҙе күтәрергә ярҙам итер тип уйлайбыҙ. Ауырымағыҙ!
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас: