Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
26 Март 2020, 18:15

Янғында ике кеше һәләк булған

/

Кисә Ғафури районының Антоновка ауылында сыҡҡан янғында ике ир кешенең ғүмере өҙөлә. Ағас йортҡа “ҡыҙыл әтәс” киске сәғәт унынсыларҙа ҡуна.
Тәүгеләрҙән булып янғын урынына ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы ярҙамға ашыға. Артабан тиҙ арала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары килеп етә.
40 квадрат метр майҙанлы торлаҡ тиҙ арала янып бөтә. Бер сәғәттән янғын тулыһынса һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике ирҙең мәйете табыла.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы идаралығы хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ведомствоның тәфтиш-оператив төркөмө янғын сығыу һәм үлем сәбәбен асыҡлау буйынса тикшереү башлаған.
Фото: "Башинформ"дан.
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас: