Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
26 Март 2020, 18:25

Самолетта пассажирҙар һуғышҡан

/

"Еңеү" авиакомпанияһының Мәскәүҙән Өфөгә осҡан самолетында үткән төндә ике ир һуғышҡан.
Уфасити порталы хәбәр итеүенсә, самолетҡа ултырғас та бер пассажир ир үҙен бәйелһеҙ тотҡан. Ҡысҡырынған, һүгенгән, ҡыҫҡаһы, ул иҫерек булған. Эргәһендәгеләрҙең, тынысланырға ҡушып, бортта балалар ҙа барлығын иҫкәртеүен ҡолағына ла элмәгән ул, тәртипһеҙ ҡыланыуын дауам иткән. Һәм уларға ҡолаҡсындар кейеп ултырыуҙан башҡа сара ҡалмаған. Шулай был әҙәмдең тынмаҫын аңлап, яҙмыштарына күнеп осоп барғанда, самолет салоны буйлап стюардессалар йүгерешә башлай. Баҡтиһәң, алда ултырған егет, түҙемлеге бөтөп, ирҙең башын яра һуға, йоҙроғо менән генә лә түгел. Ирҙең пеләш башынан ҡан борҡой. Ултырғысы, кейеме бысрана. Самолет хеҙмәткәрҙәре һуғыусыны айырып ултырта, яралыға медицина ярҙамы күрһәтә. Әммә, башына туҡмаҡ алһа ла, янъялсы тынмай, артабан да юл буйы ҡысҡырыныуын дауам итә.
Аэропортта уларҙың икеһен дә тура полиция бүлмәһенә алып китәләр. Шулай итеп, холоҡһоҙлоғо арҡаһында башҡаларҙы ла бәләгә тарыта был пассажир. Фото:
UfacityNews.ru
Автор: Миләүшә Сайтакова.
Читайте нас: