Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
26 Март 2020, 18:18

БҮРӘНӘ ӨҪТӨНДӘ УЙНАП ҺӘЛӘК БУЛА

/

Бәхетһеҙ осраҡ Иглин районының Урман ҡасабаһы эргәһендә була. Тәфтиш барышында 25 март көнө балаларҙың майҙансыҡта бүрәнәләр өйөмөндә уйнауы асыҡлана. Шул мәл бүрәнәләр ишелеп тәгәрәй башлай. 11 йәшлек ҡыҙ ағас аҫтында ҡала, ҡаты йәрәхәттәр ала һәм урында уҡ һәләк була. Әлеге ваҡытта ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү барышында бүрәнәләрҙе һалып ҡуйған һәм хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин итмәгән ошо эшкә яуаплы кешеләргә енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Автор: Алия Даутова.
Читайте нас: