Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Март 2020, 17:31

Ҡул эшенә маһир ул

-

Бар яҡтан да уңған ҡатындар була. Улар сағыу әйберҙәр бәйләп, телде йоторлоҡ ризыҡтар бешереп, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтереп, һәр кемдең зауығына, теләгенә тап килерҙәй кейемдәр тегеп һоҡланыу уята. Бындай оҫта ҡуллы гүзәл заттарҙың ҡул эштәре нескә образ тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Үҙенең ҡул эштәре менән һөйөндөрөүсе Гөлфирә Италмасованың да әйберҙәре һәр кемгә лә оҡшай.
Аҡъяр ауылының балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютында тәрбиәсе булып эшләүсе Гөлфирә Ғәбит ҡыҙы бисерҙан, тоҙло ҡамырҙан төрлө әйберҙәр, бейек, ҙур сәскәләр, туҡыманы көйҙөрөп картиналар эшләй. Уның бисерҙан эшләнгән төрлө гөлдәре, тоҙло ҡамырҙан -- милли кейемдәге ете башҡорт ҡыҙы образы, гафрир ҡағыҙынан эшләнгән бейек сәскәләре бик үҙенсәлекле. Һәләтле ҡатын приют тәрбиәләнеүселәре менән дә түңәрәк алып бара. Балалар менән тоҙло ҡамырҙан төрлө әйберҙәр ижад итәләр. Шулай уҡ Гөлфирә Италмасова аш-һыуға ла оҫта. Ғаиләһе һәм яҡындары ул бешергән торттар, рулеттарҙы яратып ашай. Был татлы ризыҡтарға заказ биреүселәр ҙә бар. Эш урынында ла матурлыҡ булдырыуҙа уның өлөшө ҙур. Приют ихатаһында аллы-гөллө сәскәләр үҫтерә, биҙәкләп төрлө әйберҙәр эшләй.
-Мәктәптә уҡығанда ырғаҡ менән бәйләү түңәрәгенә йөрөнөм. Һуңынан был эштәр менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Апайым да ҡул эшенә оҫта. Ул әле Мәләүез ҡалаһында балалар ижад йортонда эшләй. Мин күбеһенсә бәйләһәм, ә ул тегә. Әлеге мәлдә мин ырғаҡ менән бәйләп, интерьер ҡурсаҡтарын эшләү менән мауығам. Бер ҡурсаҡҡа бер аҙна тирәһе ваҡыт китә. Заказ буйынса уларҙы эшләп һатам, - ти Гөлфирә.
Ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ донъя мәшәҡәттәренән тыш, ғаиләһен төрлөләндереп тәмле ризыҡтар менән һыйларға ла, уның араһында тәҙрә төптәрен тултырып гөл үҫтерергә лә, фантазия менән һуғарылған матур һәм зауыҡлы әйберҙәр эшләргә лә, йәйгеһен баҡса тултырып емеш-еләк, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтерергәлә өлгөргән мәҡәләм геройына һоҡланмау мөмкин түгел шул.
-Бер аҙ ваҡыт ниндәйҙер әйбер ижад итмәй торһам, ҡулым ҡысып, нимәлер эшләгем килә башлай. Яратҡан шөғөлөмә ваҡыт бүлергә тырышам. Төн уртаһына тиклем булһа ла ултырым, әммә башлаған эшемде тамамламайынса туҡтамайым. Интернеттан да ҡарап эшләйем, үҙем дә уйлап сығарам. Әйберҙәремде яҡындарыма бүләккә лә бирәм, һатам да. Өйҙә береһен дә ҡалдырмайым. Ғөмүмән, ҡул эштәре менән шөғөлләнеү миңә илһам, дәрт һәм йәшәүгә көс бирә, -- ти әңгәмәсем.
Тормош иптәше Айрат менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уңған ҡатындың ҡыҙҙары ла үҙенә оҡшап, ҡул эшенә маһир.
  • Өлкәнҡыҙым Айгөл сигеү, бисер менән шөғөлләнһә, кесеһе Элина тәм-томдар бешерергә ярата. Белгәнемде ҡыҙҙарыма ла өйрәтергә тырышам. Үҙем иһә атайыма оҡшағанмындыр. Сөнки ул ҡул эшенә бик оҫта кеше булды.Ҡул эштәремдә тормош иптәшем дә, ҡыҙҙарым датөрлө яҡлап ярҙам итә, -- ти Гөлфирә Ғәбит ҡыҙы.
  • “Күңеленә ятҡан эш менән шөғөлләнгән кешенең бәхете тулы була”, - тиҙәр. Гөлфирә лә бәхет төшөнсәһен тап шунда күрә.
    -Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете ғаиләһендә, балаларында һәм күңелеңә ятҡан эше булыуында тип уйлайым. Йәшәү мәғәнәһен дә байлыҡта түгел, ә күңел тыныслығында күрәм. Сөнки аҡса бер ҡасан да етмәй ул. Шуға күрә бөтә гүзәл заттарға ғаилә бәхет һәм һаулыҡ теләйем, - ти Гөлфирә.
    Мәҡәләм геройы кеүек маҡсатҡа ынтылыусан, уңған ҡатындар донъяһын да сынъяһау итеп тота, яратҡан шөғөл менән булышып, иш янына ҡуш итеп, ғаилә бюджетын да тулыландыра. Шундай егәрле гүзәл заттарыбыҙ күберәк булыуын теләргә генә ҡала.
    Читайте нас: