Күптәр шулай тип ҡыуана. Йәнәһе лә, яҫы табанлылыҡ - улын әрмегә ебәрмәү өсөн яҡшы сәбәп.
Ә бит яҫы табанлы бала өсөн был диагноз ысын мәғәнәһендә ҙур проблема. Бәләкәй саҡта аяҡтары тиҙ арыу, талыуҙан тыш, төндәр буйы һыҙлай, шешенә. Ҙурая бара табаны формаһын юғалтып, оро сыға, һөйәлдәр яфалай, кеше айыу кеүек йөрөй башлай. Ғөмүмән, яҫы табанлылыҡтан тотош организм ыҙалай. Дөрөҫ формалашҡан табан – амортизатор һымаҡ. Ә инде ул яҫы булһа, амортизация функцияһын үтәүҙән туҡтай. Быны умыртҡа һөйәге менән быуындар үҙ өҫтөнә алырға мәжбүр. Шунан башлана инде остеохондроз, дисктар бүҫере, сколиоз, артроз... Табанда шулай уҡ организмдың бөтә органдары өсөн яуаплы бик күп биологик актив нөктәләр урынлашҡан, ә ул яҫы булһа, бар органдар ҙа зыян күрә.
Яҫы табанлылыҡты бала саҡта ғына дауалап була. Шуға ла бәләкәсегеҙгә яҫы табанлылыҡ диагнозы ҡуйылһа, кисектермәҫтән уны дауалай башларға кәрәк. Махсус ортопедик онтораҡ һатып алып, аяҡ кейеменә һалығыҙ. Шуны ла иҫтән сығармағыҙ: онтораҡ-супинаторҙарҙы һау балаларға ҡулланырға ярамай. Ҡайһы бер ата-әсәләр профилактика йәһәтенән ҡулланам, тип сәләмәт балаларының табанын, киреһенсә, яҫы итеп ҡуя. Аяҡ кейеме йомшаҡ, тәпәш үксәле булһын. Йәй көнө йомро таштар өҫтөнән берәр-икешәр сәғәт ялан аяҡ йөрөтөү ҙә файҙалы.
Тиҙҙән буласаҡ һалдаттарҙы әрме сафына ҡабул итеүҙәр башлана. Әрмегә бармаһын тип уйлаусы ата-әсәләр өсөн балаларының яҫы табанлылығы ҡыуаныстан артабан оло сиргә әүерелмәһен ине.