Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Март 2020, 16:55

ӘЛЕНӘН ТОТОНОРҒА ВАҠЫТ

/

Ата-бабаларыбыҙ әйтмешләй, “Ҡара ергә баҫырға ла күп ҡалманы”.
Яҙ миҙгеле ауыл халҡының байтаҡ өлөшө, ҡалалағы күпселек ағай-апайҙар өсөн баҡса эштәренә өҙөлгөһөҙ бәйле. Тамаҡ аҫрау өсөн генә түгел инде, емеш-йәшелсәне хәҙер магазиндан ғына һатып алыу әллә ни түгел - баҡсасылыҡ ысын ҡомарға, бәғзеләр өсөн төп томош йәменә әйләнә буғай.
Нисек кенә булмаһын, баҡса эштәре ҡар иреп бөткәнгә тиклем башлана торған. Ошо йәһәттә белгес кәңәштәрен баҫыу урынлы булырҙыр. Интернетта, ҡайҙан тура килдек, шунан йолҡоп алынған “аҡыл” түгел был, редакция менән бәйләнештә торған белгестең рекомендациялары. Ҡолаҡ һалыу һис тә ҡамасауламаҫ.
Ҡыяр орлоғон нисек һайларға?

Орлоҡтоң сифаты – уңыштың нигеҙе икәнлеге бер кемгә лә сер түгел. Шуға йәй буйы тәмле, мул уңыш биргән ҡыяр үҫтерәм тиһәгеҙ, орлоҡҡа ныҡ иғтибарлы булығыҙ.
Бөгөн магазин кәштәләрендә ниндәй генә орлоҡ юҡ: күҙҙәр ҡамаша. Хаҡтары ла 10 һумдан 100 һумға тиклем. Ниндәйен алырға белмәйһең. Ҡиммәт орлоҡ алып та, уңышһыҙ ҡалған йылдар булды. Ә бына ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре орлоҡ ҡалдыра. Был осраҡта 2 – 3 йыл һаҡланған ҡыяр орлоғона өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бер йыллыҡ ҡыяр орлоғонан, ғәҙәттә, буш сәскәләр генә йыйып алырға була.
Теплицаға ултыртыу өсөн алдан шытымар әҙерләп ҡуйырға булһағыҙ, диаметры ун сантиметрҙан ҙурыраҡ булған һауытҡа бер генә ҡыяр ултыртығыҙ. Ә шытым асыҡ түтәлгә ултыртыуға әҙерләнһә, киреһенсә, бәләкәсерәк һауыт кәрәк булыр.
Ҡыяр орлоғо һауа етмәүгә тиҙ бирешә. Шуға һауыттрҙағы ер еңел һәм йошмаҡ булыуы шарт.
Орлоҡ сәселгән һауыттарҙың өҫтөн пленка менән ҡаплап, йылы урынға улытртырға кәрәк. Улар 3 – 5 көндән морон төртөр. Һыуҙың температураһы 20-25 градуста булыуына иғтибар итегеҙ. Үҫентеләр 4 – 7 көнлөк булғас, температураны 16 – 18 градусҡаса кәметергә була. Был осраҡта үҫентеләр оҙонлоҡҡа китмәҫ.
Орлоҡтарҙы сәсер алдынан уларҙы махсус рәүештә әҙерләйһегеҙме? Быйыл мотлаҡ беҙҙең кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ: марганцовка йәки биологик препараттар араһынан “гумат + 7”, “экстрасолом”, “гамаир”, “алирином”, “трихоцином” кеүек зарарһыҙ, әммә файҙалы препараттар менән уларҙы инструкцияла яҙылған дәүмәлдә алдан эшкәртеп алығыҙ.
Ҡыярҙы иртәрәк ашай башлар өсөн ҡайһы мәлдә улытртырға һуң? Теплициға ултыртыласаҡ ҡыярҙы апрелдең 20-ләренән һуң, асыҡ түтәлгә иһә майҙың беренсе декадаһында ултыртырға кәңәш ителә. Был осраҡта ҡыярҙы күршеләрегеҙҙән бер айға алдараҡ ашай башларһығыҙ. Тимәк, 1 июнгә өҫтәлегеҙҙә тәүге ҡыяр буласаҡ.
Әгәр ҡыярға йылы етмәһә, ул оҙонға үҫә башлаясаҡ. Был осраҡта уны тәрәнгәрәк төртөргә, йә ер өҫтәргә кәңәш итәбеҙ. Теплицаға, йә асыҡ түтәлгә ултыртыласаҡ үҫентенең 3 – 4 япрағы булырға тейеш. Тупраҡ һәйбәт булһа, ҡыярға өҫтәмә ашламалар индереү кәрәкмәй. Шулай ҙа, үҫентеләр сибегерәк күренһә, минераль ашлама индерергә кәрәк буласаҡ. Быны шытымдар сығыуға ике аҙна үткәс эшләргә кәрәк, икенсе тапҡыр ашламаны үҫентене күсереп ултыртыр алдынан бер-ике көн алдан индерегеҙ. Ашлама 10 литр һыуға бер аш ҡалағы самаһы алына.
Ҡыуаҡтарҙы ҡойондорорға ваҡыт етте

Йылдан-йыл баҡсалағы уңышҡа һөжүм иткән ҡоротҡостар-сирҙәр күбәйә. Уларға ҡаршы ҡулланылған инсектицидтар, фунгицидтар, пестицидтар исемлеге оҙоная бара, тик ҡайһы саҡ ауырыуға ҡаршы тора алмайҙар. Әйткәндәй, баҡсасыларҙа ла ғәйеп бар: үҫемлектәрҙе йә ваҡытында эшкәртмәйҙәр, йә мәлен тура килтерә алмайҙар.
Ҡыуаҡлыҡтар һәм буласаҡ уңышҡа насар тәьҫире булмаған бер ысул тураһында һөйләп киткем килә. Бәлки, күптәрегеҙ уны ҡулланалыр ҙа - ҡыуаҡтарға, тәү сиратта ҡарағатҡа, иртә яҙҙан эҫе һыу ҡойоу. Бик ябай тойолһа ла, был алым байтаҡ проблемаларҙы иҫкәртергә ярҙам итә. Тәү сиратта эҫе һыу ҡарағат бөрөһөндә ҡышлаған талпанды юҡ итә. Был талпан бөрөлә йәшенеп, яҙ етеү менән бөрө эсендәге япраҡты ашай һәм уңышҡа алдан зыян килтерә.
“Онло ысыҡ” ауырыуының башланған мәлендә эҫе һыуҙың ярҙамы шаҡтай. Көн йылыныу менән был ауырыу шаша башлай, һәм саралар күрелмәгән осраҡа, йәй уртаһына ҡыуаҡты ҡоротоуы ихтимал. Был ауырыуға ҡарағат һәм крыжовник айырыуса тиҙ бирешә.
Эҫе һыу ҡыуаҡтың тамырына зыян килтерер, тип ҡурҡырға ярамай. Ҡайнар һыу менән эшкәрткәндән һуң, ҡыуаҡта сәскәле бөрөләр һаны ла бермә-бер арта икәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Ҡар иремәҫ борон еләктәрҙе лә эҫе һыу менә эшкәртергә була. Был осраҡта һыуҙың температураһы 50 – 60 градус самаһы булырға тейеш. Ә йәй дауамында еләкте 45 – 50 градус самаһындағы һыу менән эшкәртергә кәңәш итәбеҙ. Лайлалы ҡусҡар, төрлө беттәрҙән был ысул һәйбәт һаҡлай. Ә бына ҡыуаҡтарҙы эшкәрткәндә, һыу температураһы 60 – 70 градус самаһы булырға тейеш. 80 градустан юғарыраҡ булһа, һыу беттәрҙе генә түгел, бөрөләрҙе лә үлтерәсәк. Әйткәндәй, һыуға саҡ ҡына марганцовка өҫтәгәндә, тағы ла һәйбәтерәк буласаҡ. Эҫе һыуҙы лейка аша ҡойорға кәңәш итәбеҙ. 8 – 10 литрлыҡ биҙрә ике ҡыуаҡҡа һәм 4-5 квадрат метр майҙандағы еләккә етәсәк. Иң мөһиме был кәңәште ҡар тамам ирегәнсегә тиклем ҡулланырға кәрәк.

Лилиә НУРЕТДИНОВА,
"Россельхозцентр" учреждениеһының БР филиалы белгесе.
Читайте нас: