Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Март 2020, 11:10

“Был хәлдең төп сәбәбе – балаларҙың ҡарауһыҙ булыуы”

/

23 март, республика Башлығының күрһәтмәһенә ярашлы, “Башҡортостан” лайфстал-үҙәгендә бәлиғ булмағандарҙың тәртип боҙоуын иҫкәртеүгә арналған кәңәшмә булды.
Уҡыусыларҙың сауҙа үҙәгенә килгән кешеләрҙе ҡурҡытыуы, тиҫтерҙәренә ташланыуы, урлашыуы ҡәтғи сара күреүгә сәбәпсе булды. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов етәкселегендә иҫкәртеү сараларын үҙ эсенә алған ведомство-ара комплекслы план төҙөлдө. Тикшереү йомғаҡтарынан асыҡланыуынса, йәштәрҙең “А.У.Е.” хәрәкәтенә ҡарауы иҫбатланмаған.
“Был хәлдең төп сәбәбе – балаларҙың ҡарауһыҙ булыуы. Уларға иғтибар кәрәк. Беҙҙең бурыс – карантин һәм каникул осоронда бындай ваҡиғалар ҡабатланмаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү”, – тине Ирек Сәғитов.
Кәңәшмәлә Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Филүс Минһажев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова һәм башҡалар ҡатнашты. Өфөнөң Октябрь районы саралар комплексы тормошҡа ашырылған пилот районы буласаҡ. Артабан уның тәжрибәһе республиканың башҡа ҡалаларына һәм райондарына таратыласаҡ.
24 марттан, каникулдың һәр көнөндә, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм йәмәғәт именлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре баш ҡалалағы сауҙа үҙәктәрен патрулләй. Иҫәптә торған уҡыусыларҙың ғаиләләре менән иҫкәртеү эше алып барыласаҡ. Уларҙың һәр ҡайһыһына уҡытыусы беркетелә.
Фотолар Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Автор: Лилия Давлетбакова.
Читайте нас: