Эйе, бөгөн бөтә донъяла хәл-торош ябай түгел. Быны һәр кем аңларға һәм үҙ һаулығын хәстәрләргә тейеш. Башҡортостанда бөгөн сирлеләр юҡ, әммә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса етди саралар күрелә.
--Әлеге ваҡытта республикала коронавирус теркәлеү буйынса рәсми факттар юҡ. Әммә урындарҙа әҙерлек булырға тейеш.
Бөгөн Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында булып, беҙҙең дауахана коронавирус ауырыуына шик булған осраҡта граждандарҙы ҡабул итеүгә әҙер булыуын күрҙек. Койка-урындар, үпкәне яһалма вентиляциялау аппараты бар.
Районда коронавирусты иҫкәртеү буйынса эш төркөмө булдырылған. Улар көндәлек режимда сит илдә булып ҡайтып, изоляцияла булғандарҙы йөрөп сыға. Ундай граждандарға 14 көнлөк режимды боҙмауҙарын һорайбыҙ, --тине район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Башҡортостанда март башынан сит илдән ҡайтҡан 15 меңдән 17 меңгә тиклем кеше бар. Уларҙың барыһы ла хәүеф сығанағы булыуы ихтимал.
- Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым, хәүеф - сит илдән ҡайтҡан кешеләрҙә. Улар менән эшләргә, аңлатырға кәрәк. Кем аңламай, ҡаты саралар күреләсәк, - тине Радий Хәбиров.