Балаҡатай районында теркәлгән аяныслы ваҡиғала өс бала атаһы үҙенең ҡатынын язалап үлтерә. 2019 йылда уҡ булған хәл тураһында "КП-Өфө" сығанағы хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, 34 йәшлек ир 23 йәшлек ҡатыны менән таныштарына ҡунаҡҡа бара. Улар ирҙең бер нисә иптәше менән табындаш була. Әлбиттә, дуҫтарҙың осрашыуы иҫерткес эсемлектәрһеҙ булмай. Бер аҙ ҡунаҡ булғандан һуң 34 йәшлек ир өйөнә ҡатырға йыйына, әммә ҡатыны күңелле табынды ташлап киткеһе килмәй. Ире ҡатынын ҡалдырып ҡайтып китә, ә "күңелсәк" ҡатын таныштары менән иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуын дауам итергә тип ҡала. Өс бала әсәһе ҡараңғы төндә генә өйөнә ҡайта, тик әллә ныҡ иҫергән буламы, ни сәбәптәндер, ул башҡа кешенең әйберендә ҡайта, етмәһә, ирҙәрҙең аяҡ кейемендә була.
Әлбиттә, ҡатынының был ҡылығы иргә оҡшамай, ул "быға тиклем ҡайҙа булдың, нишләп сит кешенең кейемендәһең" тип ныҡыша. Тик лаяҡыл иҫерек ҡатын ауыҙын асып бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Йәне көйгән ир ҡатынын ныҡ итеп туҡмай башлай. Бер аҙҙан ҡатын хәрәкәтһеҙ ҡала. Кеше ғүмерен ҡыйыусы ир енәйәт эҙҙәрен йәшерергә уйлап, тәүҙә стеналағы һәм иҙәндәге ҡандарҙы йыуып сыға. Һәм бер ни булмағандай йоҡларға ята.
Иртәнсәк ҡыҙының кәүҙәһенә әсәһе тап була. Ә ир тупһала кеҫә телефонында уйнап ултырыуын дауам итә.
Үкенесле, ҡатындың өс балаһы әсәйһеҙ тороп ҡала. Суд ҡарары менән ҡатынын үлтереүсе ир ете йылға иркенән мәхрүм ителгән.
Фото: БР Тәфтиш комитеты сайтынан.