Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Март 2020, 01:29

Һәр кемдән яуаплылыҡ талап ителә

-

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирустың таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта әле стационарҙа 58 кешенең, шул иҫәптән алты баланың, табиптар күҙәтеүендә булыуын әйтте.
Бөтәһенән дә инфекцияға тест алынған. Гигиена һәм санэпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, республикала 1748 кеше тикшерелгән. Береһендә лә инфекция раҫланмаған. "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина республикаға ҡайтҡан кешеләргә мониторинг үткәрелеүен белдерҙе. Рәсәйҙә 306 кешелә коронавирус табылған, инфекция осраҡтары 18 төбәктә теркәлгән. Һуңғы тәүлектә сирҙең 53 яңы осрағы билдәле булған. 16 кеше һауығып өйөнә ҡайтҡан.
Социаль страховкалау фонды идарасыһы урынбаҫары Лариса Черепанова табип ярҙамынан тыш электрон рәүештәге эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын рәсмиләштереү тәртибен аңлатты. Был хаҡта белешмә әҙерләнә.
Фото: Cosmo.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: